

Үҙен Оборона министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кеше, зыян күреүсегә шылтыратып, махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусының ғаиләһенә тейешле ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам тәҡдим итә. Льгота алыу һылтауы менән енәйәтсе ҡатынды смс-хәбәрҙән раҫлау кодын хәбәр итергә күндерә.
Һуңынан аралашыуға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, Үҙәк банк һәм ФСБ-ның ялған вәкилдәре ҡушыла. Психологик баҫым ярҙамында мутлашыусылар ғариза биреүсене иҫәптән бөтә аҡсаны алып, «ышаныслы кешегә» тапшырырға күндерә. Зыяндың дөйөм суммаһы өс миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Бер аҙҙан зыян күреүсе алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 4-се өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарын юғары уяулыҡ күрһәтергә саҡыра:
- таныш булмаған кешеләр менән түләү алыуҙың нескәлектәрен, иҫәп-хисаптарҙа ҙур суммаларҙың булыуы йәки һәләк булған кешенең ғаиләһенә һалынған льготалар тураһында һөйләшмәгеҙ, хатта әңгәмәселәр үҙҙәрен социаль хеҙмәттәр, Оборона министрлығы йәки башҡа ведомстволар хеҙмәткәрҙәре тип таныштырһа ла;
- ер участкаларын рәсмиләштереүгә, компенсацияларға һәм башҡа социаль ярҙам сараларына ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе профилле ведомстволарға барғанда йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында раҫланған шәхси кабинет аша ғына хәл итегеҙ;
СМС-хәбәрҙәрҙән раҫлау кодтарын, паролдәрен һәм башҡа конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ;
— шикле шылтыратыуҙар килһә, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм 102 йәки 112 телефондары буйынса полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Һеҙҙең уяулығығыҙ һәм һаҡсыллығығыҙ аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға һәм мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа ярҙам итәсәк.