Йәмғиәт
24 Июля , 12:00

25 июль – Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө. Әхмәҙуллиндарҙың ғаилә кибете

Аксаков – барыһы ла бер-береһен яҡшы белгән ауыл, ә үҙ-ара ышаныс ҡайсаҡ рекламанан һәм ташламаларҙан ҡиммәтерәк. Илдар Әхмәҙуллиндың ун йылдан ашыу эшләүсе «Аҙыҡ-түлек» магазины тап ышаныслы һәм уңайлы булыуы менән ҡиммәт.

25 июль – Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө. Әхмәҙуллиндарҙың ғаилә кибете25 июль – Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө. Әхмәҙуллиндарҙың ғаилә кибете
25 июль – Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө. Әхмәҙуллиндарҙың ғаилә кибете

Был бәләкәй сауҙа предприятиеһының тарихы йылдам күтәрелеү һәм миллион әйләнештәр тураһында түгел, ә ныҡышмалы хеҙмәт, ғаилә традициялары һәм үҙ һатып алыусыһын тыңлай белеү һәләте тураһында.

Барыһы ла Илдар Рафиҡ улының әсәһе – Раҡыя Вәкил ҡыҙы 2000-се  йылдарҙа асҡан бәләкәй киосктан башлана. Улына һөнәренә һөйөүҙе тап ул  тәрбиәләй. Малай сағында уҡ ул әсәһенә эшендә ярҙам итә һәм сауҙаның төп ҡағиҙәһен үҙләштерә: тауар яңы булырға тейеш, ә кешеләргә ҡарата мөнәсәбәт – намыҫлы. Ваҡыт үтеү менән Ракия Вәкил ҡыҙы эште улына  тапшыра, һәм Илдар Рафиҡ улы ҡатыны Гөлназ Хәйҙәр ҡыҙы менән бергә киоск урынында бәләкәй магазин төҙөргә ҡарар итә. Шулай итеп, бөгөн бөтә аксаковтар белгән «Аҙыҡ-түлек» кибете барлыҡҡа килә.

Бында ассортимент мода өсөн үҙгәртелмәй, уны һатып алыусылар үҙҙәре һайлай. Кәштәләрҙә – Бәләбәй, Өфө, Октябрьский, Ырымбур, Сибай ҡалаларынан продукция. Урындағы күмәртәләп һатыу базалары төп аҙыҡ - түлек менән тәьмин итә, әммә эшҡыуарҙар тәьминәт географияһын киңәйтеүҙән ҡурҡмай, иң мөһиме – ауылдаштарына оҡшаһын.

– Һатып алыусыларҙың теләктәрен үтәргә тырышабыҙ. Әгәр ниндәйҙер әйберҙе алып килеүҙәрен һораһалар, һатып алабыҙ һәм килтерәбеҙ. Әммә һөҙөмтәлә бер кем дә был тауарҙы һатып алмай, хатта «заказсы» ла, – тип йылмайып һөйләй Илдар Рафиҡ улы.

Һуңғы йылдарҙа сауҙа өлкәһендә күп нәмә үҙгәрҙе. Яңы талаптар ҡуйыла, ҡағиҙәләр ҡатмарлаша, бюрократик йөкләмә арта. Әхмәҙуллиндар  үҙгәрештәрҙе зарланмай, киреһенсә, ғәмәлгә индерергә кәрәк булған факттар итеп һөйләй:  алкоголь әйләнешен контролдә тотоу өсөн Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын (ЕГАИС) индереү, электрон тауар әйләнешенә күсеү, тауарҙарҙы мотлаҡ маркировкалау, һалым һалыуҙа үҙгәрештәр... «Бөтә был бюрократик мәлдәр буйынса иҫәп - хисап алып барырға һәм ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе ентекле күҙәтергә кәрәк», – тип билдәләй улар. Тап ошо һәләт, үҙ йөҙөн юғалтмай, магазинға хәҙергәсә эшләргә ярҙам итә.

Бәләкәй магазин селтәр гиганттарына нисек ҡаршы тора? Яуап ябай: ул ҙур уйынсыларҙа булмағанды тәҡдим итә. Үлсәүле кондитер изделиелары, яңы балыҡ, колбасалар заводтан келәттәргә күсмәй, туранан – тура кибеткә ҡайтарыла. Хаҡтар һәр ваҡыт түбән түгел, әммә һатып алыусы барыһын да иҫәпкә ала: яңылығын, уңайлылыҡты, шәхси мөнәсәбәтте.

– Беҙҙең һатып алыусыларҙың 95 проценты – даими клиенттар. Таныш кешеләрҙең исемдәрен беләбеҙ, – тип уртаҡлаша Гөлназ Хәйҙәр ҡыҙы.

Илдар Рафиҡ улы йәшермәй: сауҙа – еңел эш түгел.

– Арымай-талмай эшләргә әҙер булһағыҙ, был һис шикһеҙ һеҙҙеке. Әгәр юҡ икән, башламау яҡшыраҡ, – тип кәңәш итә ул үҙ эшен асырға хыялланғандарға. – Бөгөн шәхси эшҡыуарлыҡ эшен асыу һәм тауарға заказ биреү ҡыйын түгел – логистика бик яҡшы эшләй, барыһы ла килтереләсәк. 14 сәғәт аяҡ өҫтөндә эшләй алған сыҙамлы персонал табыуы һәм, бөтә һалымдарҙы һәм түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, уға лайыҡлы эш хаҡы түләүе күпкә ҡыйыныраҡ.

Әхмәҙуллиндарҙың ирле-ҡатынлы икеһенең дә кибеттән сыҡмаған, барыһын да үҙаллы эшләгән ваҡыттары була. Хәҙер уларҙың командаһы яйға һалынған, эштәр яҡшы бара. Ғаилә өсөн ваҡыттары бар.

Әйткәндәй, Илдар Рафиҡ улы өсөн ғаилә – төп ориентир. Өс улдары бар, Рәлиф, Радмир һәм Дамир, кесеһенә ике йәш ярым ғына. Эшҡыуарҙар уларҙы тәрбиәләүгә мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлергә, эш менән йорт араһында баланс табырға тырыша.

Илдар һәм Гөлназ Әхмәҙуллиндар күләм артынан ҡыумай – уларға булғанды һаҡлап ҡалыу мөһимерәк. Уларҙың магазины тиҙ үҙгәреүсән донъяла ышаныслылыҡ утрауы булып ҡала.

Автор фотоһы

 

Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас