

Мәҫәлән, Бәләбәйҙә малайҙар өсөн ғәҙәти булмаған исемдәр араһында Савелий, Таир, Адам, Леон, Джахандар осрай. Улар үҙенсәлекле яңғырай һәм төрлө мәҙәни традицияларға ҡарай. Ҡыҙҙарҙа Мелисса, Лея, Алисия, Николь исемдәре айырылып тора. Улар моңло яңғырай һәм һирәк осрай, был, моғайын, балаһының үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләгән ата-әсәләрҙе йәлеп итә.
Приютта ла яңы тыуған сабыйҙарҙың ата - әсәләре исемдәрҙе һайлауҙа бәләбәйҙәрҙән ҡалышмай: малайҙар – Алан, Ассэль, Амаль, Диас, ҡыҙҙар – Аврора, Афина, Айгина, Дея, Нэлли.
Йыш осраған исемдәр араһында София, Василиса, Есения, Арина, Марк, Лев, Александр, Тимур бар.
ЗАГС белгестәре билдәләүенсә, стандарт булмаған исемдәрҙе һайлау тенденцияһы бер нисә йыл дауам итә: ҡайһы бер ғаиләләр боронғо исемдәргә мөрәжәғәт итә, онотолған формаларҙы ҡулланылышҡа ҡайтара, башҡалары яңы варианттар булдыра йәки уларҙы төрлө телдәрҙән ала. Шул уҡ ваҡытта ЗАГС бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт ата-әсәләргә исемде теркәү ҡағиҙәләре һәм киләсәктә бик һирәк йәки әйтеүе ауыр булған варианттар арҡаһында килеп сығыуы ихтимал булған ҡатмарлыҡтар тураһында консультациялар бирә.
Бындай мәғлүмәттәр район халҡының өҫтөнлөктәре ни тиклем күп төрлө булыуын һәм исем һайлау аша үҙенсәлеккә ынтылыштың нисек сағылыуын күрергә мөмкинлек бирә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан