

20 йылдан ашыу бергә йәшәү дәүерендә Матвеевтар ысын мәғәнәһендә ныҡлы ғаилә усағы булдырған. Уларҙың йортонда төп ҡағиҙәләр булып үҙ - ара ихтирам, ярҙам һәм яуаплылыҡ тора, тап ошо ҡиммәттәрҙе ир менән ҡатын балаларына һаҡсыл тапшыра. Һәм бындай тәрбиәнең емештәре балаларҙың эштәрендә күренә: һәр кем үҙ эшен таба һәм уңыштарға өлгәшә.
Өлкән улдары хәрби хеҙмәткә киткән дә инде. Ҡыҙҙары хореография конкурстарында әүҙем ҡатнаша, улдары спорт менән мауыға һәм талап ителгән һөнәрҙәрҙе үҙләштерә, ә кесе балалары ата - әсәләре янында хәстәрлек күреп үҫә – уларға һәләттәрен асыу һәм тәүге аҙымдарын ышаныслы яһау еңелерәк.
Елена Владимировна өсөн был беренсе танылыу түгел: 2016 йылда ул республиканың «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең мөһимлеген «Ғаилә» милли проекты ла һыҙыҡ өҫтөнә ала, уның сиктәрендә йәмғиәттең бындай ячейкаларының именлеге өсөн шарттар булдырыла.
«Тап ошондай ғаиләләр республикабыҙҙың һәм бөтә илдең төп таянысы булып тора», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары-спорт министры Руслан Хәбибов. Ул Матвеевтарҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм ир менән ҡатынға һаулыҡ, именлек һәм балалары өсөн ғорурланырлыҡ яңы сәбәптәр теләне.
Фото Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан