Йәмғиәт
10 Августа , 08:00

Бәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләр

Бәләбәй районында кисә елләп-дауыллап ямғыр ҡойҙо, боҙ-борсаҡ яуҙы.  Метеорологтар был көндө елдең секундына 26 метрға тиклем көсәйеүен фаразланы.

Бәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләрБәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләр
Бәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләр

Көслө ел ағастарға зыян килтергән, Бәләбәй ҡалаһындағы «Ҡайынҡай» баҡсасылыҡ йәмғиәтендә ҙур булмаған электр подстанцияһы бетон блоктан өлөшләтә ҡупҡан.

Революционерҙар урамы, 3в адресы буйынса күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ел осорған. Зыян һиҙелерлек: ҡыйыҡтың бер өлөшө, шулай уҡ йорт эргәһендә торған ике автомобилдең япмаһы зыян күргән. Шул уҡ ваҡытта, бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.

Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Белсити» идарасы компанияһынан ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҙ килгәндәр. 22 сәғәткә үк белгестәр ел осорған профнастил урынында полиэтилен пленка һуҙған. Был өҫкө ҡаттарҙы һыу үтеүҙән һаҡлаған. Фатирҙарҙың береһендә генә һыу үтеү  һәм электр сымдарының һыуланыуы асыҡланған; башҡа йәшәүселәрҙән ялыуҙар килмәгән.

Бөгөн идарасы компания ҡыйыҡты ремонтлауҙы планлаштыра – кәрәкле материалдар һатып алынған да инде. Хәл ҡала хакимиәте контролендә.

«Бәләбәй электр селтәрҙәре»нән хәбәр итеүҙәренсә, бөтә тергеҙеү эштәре регламент ваҡытында башҡарылған.

Фотолар социаль селтәрҙәрҙән

 

Бәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләр
Бәләбәй районында ғәрәсәт: дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрәләр
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас