Йәмғиәт
10 Августа , 11:00

Ярты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштылар

Приют ҡасабаһының 7-се урта мәктәбен тамамлаусылар 50 йыл үткәс осрашҡан. Ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн педагогтар мәктәп музейында экскурсия ойоштора, уның барышында юбилей сығарылышы уҡыусылары йылъяҙма-альбомдарҙы  ҡараған, иҫке фотоларҙа үҙҙәрен, класташтарын һәм уҡытыусыларын таныған.

Ярты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштыларЯрты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштылар
Ярты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштылар

Һуңынан инде өлкәнәйгән уҡыусылар тыуған 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең кабинеттары буйлап йөрөгән. Таныш парталар артына ултырып,  хәтирәләре менән уртаҡлашҡан һәм белем биреү учреждениеһындағы үҙгәрештәр тураһында һөйләгән.

Аҙаҡ сығарылыш уҡыусылары мәктәп коллективына рәхмәт белдергән һәм йылы хистәр менән тыуған мәктәптәренән таралышҡан.

Фотолар: Приют ҡасабаһының 7-се урта мәктәбе

Ярты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштылар
Ярты быуаттан һуң тыуған мәктәптәрендә осраштылар
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас