Йәмғиәт
19 Августа , 09:00

Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»

14 августа Приют ҡасабаһында «Мәрхәмәтле йөрәк» хәйриә фестивале үтте. Етенсе йыл рәттән байрамды Бөтә донъя эйәһеҙ хайуандар көнө хөрмәтенә ветерандар советы башланғысы менән ойошторалар.

Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»

Ветерандар ойошмаһы рәйесе Людмила Пашина, сараның төп маҡсаты – йортһоҙ хайуандар проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү һәм улар хаҡында хәстәрлек күреүселәргә ярҙам итеү, тип билдәләне. «Беҙ һәр кемдең ярҙам итә алыуын күрһәтергә теләйбеҙ: изге эш, мөмкин булған өлөш һәм хатта һүҙ менән. Кешеләрҙең битараф ҡалмауы мөһим», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Фестиваль ветеринария дауаханаһы хеҙмәткәрҙәрен, ирекмәндәрҙе, һөнәрселәрҙе һәм ҡасабаның битараф булмаған халҡын берләштерҙе. Ветеринария клиникаһы белгестәре килеүселәргә консультациялар бирә, йорт хайуандарына ветеринар паспорттар рәсмиләштерә, прививкалар яһай һәм чипировка үткәрә. Тоғро дуҫ табырға хыялланғандар «КотоПес» төркөмө кураторҙары менән аралаша һәм бәйләнештәр менән алмаша ала. Бәлки, кемдер өсөн был көн яңы дуҫлыҡ тарихының башы булғандыр.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙа йорт хайуандары парады айырыуса һоҡланыу уятты, ул «беҙ ҡулға эйәләштерелгәндәр өсөн яуаплы» девизы аҫтында үтте. Алты эт һәм өс бесәй хужалары менән бергә импровизацияланған подиум буйлап үтте, кеше һәм хайуан дуҫлығын күрһәтте. Һуңынан һәр хужа ғаиләнең дүрт аяҡлы ағзаһының барлыҡҡа килеү тарихы менән уртаҡлашты, исемде нисек һайлағандары, тоҡом үҙенсәлектәре, ашауҙағы өҫтөнлөктәре  һәм йорт хайуандарының ҡыҙыҡлы ғәҙәттәре тураһында һөйләне.

–  Ҡатнашыусылар араһында ҡасандыр приюттан алынған хайуандар булыуын билдәләү ҡыуаныслы. Уҙған йылдарҙа подиум буйлап үтеүселәр ҙә булды, – тип билдәләне парад етәксеһе Лариса Сәмиғуллина.

Фестивалдә башҡа йүнәлештәр ҙә күп булды. 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һүрәттәре менән биҙәлгән сәхнә ижади программаның үҙәгенә әүерелде. Богородица-Тихвин ҡорамы эргәһендәге «Мәрхәмәтле  йөрәк» төркөмө ирекмәндәре теләгән һәр кемгә өйҙә бешерелгән ризыҡ тәҡдим итте, Бәләбәй һөнәрселәре йәрминкә ойошторҙо, ә эшҡыуар Наталья Царева (зоомагазин «Яҙ») приздар уйнатты.

Балалар өсөн уйын зоналары ла булды: Маргарита Невскаяның аквагримы балаларҙы күңелле образдар менән ҡыуандырҙы, китапханасылар мауыҡтырғыс викториналар ойошторҙо, ә «Стимул» спорт мәктәбе тренерҙары саф һауала хәрәкәтсән уйындар үткәрҙе.

Приют ҡасабаһының Мәҙәниәт йортонан концерт программаһы ҡунаҡтарға сағыу хистәр бүләк итте. Светлана Кулдыреваның Маша һәм Айыу менән дәртле бейеүе һәм Алина Праздничная әҙерләгән музыкаль викторина бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

5-се һәм 16-сы мәктәптәрҙең ирекмәндәре йортһоҙ хайуандар өсөн ярҙам йыйыу ойошторҙо. Теләгән һәр кем мал аҙығы, дарыуҙар, тәрбиә әйберҙәре һатып алыуға үҙ өлөшөн индерә алды.

Байрам аҙағында сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла изге эштә ҡатнашҡандары һәм битараф булмағандары өсөн рәхмәт йөҙөнән сертификаттар алды.

– Етенсе йыл хайуандарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторабыҙ. Шунан уларҙы приютҡа ебәрәбеҙ, унда бәләкәй туғандарыбыҙ өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр һатып алына. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ, 5 600 һум ғына йыя алдыҡ. Аҡсаның күп өлөшөн «Икенсе мөмкинлек» приютына ебәрәбеҙ. «КотоПес» ирекмәндәре һәм уҡыусылар йыйған аҙыҡ һәм матди ярҙамды ирекмәндәргә тапшырабыҙ, хәҙер уларҙа тиҫтәләгән хайуан тотола.

Әйткәндәй, инициатива төркөмө уҙғарылған байрамды анализланы, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләнде. Киләһе йылда фестивалде үткәреү өсөн перспективалар билдәләнде, – тип йомғаҡ яһаны Людмила Пашина.

Елена Петрованың фотолары

 

 

Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Приюттың «мәрхәмәтле йөрәге»
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас