Йәмғиәт
24 Августа , 06:00

2027 йылда ял көндәре

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы алдағы йылға эш һәм байрам көндәре календарын тәҡдим итте.

2027 йылда ял көндәре2027 йылда ял көндәре
2027 йылда ял көндәре

Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем дауам итә. 20 февралдә халыҡты эш шәмбеһе көтә, унан һуң өс ял көнө — 21, 22 һәм 23 февраль. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө дүшәмбегә тура килә, ә 9 мартта Ураҙа байрамы билдәләнә, шуға күрә ял дүрт көн була.

Майҙа ике тапҡыр өсәр көн – 1-3 майҙа һәм 8-10 майҙа, июндә 12-14 майҙа ял итәсәкбеҙ. Ҡорбан байрамы ла байрам көнө була, ул 16 майҙа билдәләнә.

11 октябрҙә Республика көнөн билдәләйбеҙ, ул дүшәмбегә тура килә.

Ноябрҙә халыҡтың дүрт көнлөк ялы була – 4-нән 7-нә тиклем. Һәм, әлбиттә, 31 декабрь ял көнө буласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас