Йәмғиәт
31 Августа , 09:00

Иртәгә сентябрь, көҙҙөң тәүге айы башлана

 Ниндәй көндәре менән ҡыуандырыр? Синоптиктар фараз менән уртаҡлашты. «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, көҙ яҡшы һауа торошонан башлана – сентябрҙә температура норманан уртаса 1-3 градусҡа юғарыраҡ була, ә тирбәлеүҙәр бик киҫкен булмаясаҡ.

Иртәгә сентябрь, көҙҙөң тәүге айы башланаИртәгә сентябрь, көҙҙөң тәүге айы башлана
Иртәгә сентябрь, көҙҙөң тәүге айы башлана

Айҙың тәүге көндәре айырыуса йылы булырға вәғәҙә итә. «Гисметео» фаразы буйынса, 1 сентябрҙә (Белем көнөндә) +18 °C тирәһе булыуы көтөлә, ә 2-3 сентябрҙә термометр бағанаһы +23...+26 °C тиклем күтәреләсәк – әбейҙәр сыуағына ҡыуанырға сәбәп.

Әммә һыуыҡтарһыҙ ҙа булмаҫ. Температураның һиҙелерлек түбәнәйеүе 9-10 сентябргә күҙаллана - ғәҙәттәгенән 2 градусҡа һалҡыныраҡ буласаҡ. Тағы бер һыуыҡ тулҡын айҙың өсөнсө декадаһы башында килә.

Елена Петрова фотоһы

Автор:
Читайте нас