Йәмғиәт
2 Сентября , 06:00

Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә

Башҡортостан республикаһы биләмәһендә «Мәктәпкә хәүефһеҙ юл» иҫкәртеү сараһы старт алды. Уның төп маҡсаты – йәш юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға йәйге каникулдарҙан һуң транспорт йөрөшөнә яраҡлашырға ярҙам итеү, шулай уҡ балаларҙың белем биреү ойошмаларына барыу һәм ҡайтыу маршруттарын мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү.

Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтеләБәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә
Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә

Акция сиктәрендә саралар комплексын Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һәм ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре бергәләп тормошҡа ашыра. Эштең төп йүнәлештәре бер нисә төп бурыстарға ҡайтып ҡала: мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында инструктаждар һәм тематик дәрестәр үткәреү, юлдан хәүефһеҙ үтеү буйынса практик тренингтар ойоштороу, белем биреү учреждениелары эргәһендә рейдтар үткәреү, шулай уҡ ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алвп барыу – уларға балаларҙың хәрәкәтен контролдә тотоуҙың мөһимлеге һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен  үтәүҙе шәхси миҫалда күрһәтеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.

Ошо көндәрҙә Бәләбәй Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эштең ғәмәли өлөшөнә тотондо: мәктәптәр янында улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итте һәм балалар һәм ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып барҙы. Инспекторҙар хәүефһеҙ маршруттарға иғтибарҙы йүнәлтте, шәхси мобиллек сараларын (СИМ) ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм юлда килеп сығыуы ихтимал булған типик хәүефле хәлдәрҙе тикшерҙе, шулай уҡ уларҙы нисек булдырмаҫҡа кәрәклеген аңлатты.

Иҫкәртеү эше уҡыусыларҙың уҡыу ритмына яраҡлашыу осорона иҫәпләнгән – был юлда хәүефһеҙ тәртип күнекмәләрен нығытырға һәм балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

ЮХХДИ бүлеге фотолары

Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә
Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә
Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә
Бәләбәйҙә балаларҙың юл хәүефһеҙлеген контролдә тотоу көсәйтелә
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас