

Халыҡ-ара геология чемпионаты геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу, йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһындағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторола.
Чемпионаттың генераль бағыусыһы — «Русская медная компания». Чемпионатты асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар «РМК» Акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы директоры Вячеслав Гемель һәм Башҡортостан Республикаһындағы «РМК»ның партнёры булған «Салават» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев сығыш яһаны.
Чемпионатты БР Башлығы Радий Хәбиров асып:
— Дүртенсе йыл рәттән буласаҡ геологтарҙы республикабыҙҙа ҡаршылауыбыҙ — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — «ГеоВызов» — ябай ғына ярыш түгел, ә геология тигән ҡыҙыҡлы фән менән бәйле кешеләрҙе берләштергән үҙенсәлекле майҙан. Чемпионатта ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра. Бында яңы дуҫтар табыуығыҙҙы теләйем һәм һәр берегеҙҙе Башҡортостанға саҡырам! – тине.
«РМК» Акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса етәксеһе Вячеслав Гемель чемпионат Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.
— Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙенсәлекле геолог һөнәрен һайлаған. Был белгестәр геологик разведка эштәрен башҡара, ә уларҙың хеҙмәте артабан ил сәнәғәтен үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Бында йәштәрҙең шул тиклем күп булыуы ҡыуандыра. Был геологияның йәшәйәсәгенә һәм уның ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ышаныс бирә. Предприятиеларыбыҙҙа геологтарҙың яңы быуынын күреүгә беҙ бик шат буласаҡбыҙ, – тине ул.
Сәләмләү һүҙе менән Таһир Бәхтигәрәев та сығыш яһаны.
– Беҙ Башҡортостанда Әбйәлил районы биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ. Хәҙерге ваҡытта ғәмәлдәге лицензия буйынса эҙләү-баһалау этабында геологик разведка эштәре алып барыла. «Салават» компанияһы эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк Әбйәлил районында байтаҡ социаль проекттар тормошҡа ашырҙы. Улар араһында мәктәп уҡыусылары өсөн масштаблы «Ғилем» олимпиадаһын ойоштороу, «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү, Буранғол ауылындағы мәктәп-интернатта капиталь ремонт үткәреү, Михайловка ауылында физкультура залы төҙөү, республиканың тәбиғи һәм һыу ресурстарын тергеҙеү, социаль объекттар биләмәләрен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү кеүек эштәр бар.
Бындай масштаблы сарала ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Бында Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә һәләтле һәм уңышлы студенттар ҡатнаша, — тип һөйләне Таһир Бәхтигәрәев.
Карьера көнө
Чемпионат башланырҙан бер көн алда Карьера көнө үтте. Унда ҡатнашыусылар эш биреүселәр менән яҡындан аралашты.
«Салават» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрев компанияның инвестиция проекты менән таныштырып, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
— «Салават» проекты буйынса запастарҙы уңышлы раҫлау һәм уның иҡтисади нигеҙләмәһен әҙерләү Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинатын тулы күләмдә төҙөүгә юл аса. Фараздар буйынса, был төбәк өсөн яҡынса 1 500 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, — тип хәбәр итте Таһир Тимербай улы презентация барышында.
Киләсәктәге тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәренә юғары һәм конкурентлыҡҡа һәләтле хеҙмәт хаҡы, ышаныслы социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеге, матди ярҙам һәм башҡа өҫтөнлөктәр тәҡдим ителәсәк.