

Комплекс «Бизнес спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекты сиктәрендә төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Күп функциялы спорт залы ФОК-тың төп бинаһы буласаҡ: ул төрлө спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр һәм ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ теләгән һәр кем буш ваҡытын әүҙем һәм файҙалы үткәреү мөмкинлеге аласаҡ.
Төҙөлөштө ағымдағы йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Эштәр алға киткән һайын редакция төҙөлөштең төп этаптары тураһында хәбәр итәсәк.
Фото һәм макет Социаль үҫеш идаралығынан