Йәмғиәт
5 Сентября , 07:00

Ҡышын йылы булһын өсөн

Һыуыҡтар башланғас, йылыны өҙлөкһөҙ биреүҙәре район халҡының төп хәстәрлектәренең береһенә әйләнә. Был мөһим бурысты «Теплоэнерго» йәмғиәте үтәй. Хәҙер уның белгестәре, тәү сиратта, беҙҙең йорттарҙа, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларында йылы булһын өсөн, ҡышҡы аварияһыҙ миҙгелгә ҙур әҙерлек алып бара.

Ҡышын йылы булһын өсөнҠышын йылы булһын өсөн
Ҡышын йылы булһын өсөн

2026-2027 йылдарҙың йылытыу осорона әҙерлек барышы тураһында «Теплоэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Лущиц һөйләне:

- «Теплоэнерго» өсөн көҙгө-ҡышҡы осорҙо үтеүгә әҙерлек мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ҡулланыусылар алдында яуаплылыҡ кимәлен аңлап, йылытыу миҙгеле тамамланғандан һуң, белгестәребеҙ һалҡын миҙгелгә әҙерлек сараларын үтәй башланы.

Ҡышҡа әҙерлек - ул, тәү сиратта, төп һәм ярҙамсы ҡаҙанлыҡ ҡорамалдарын ағымдағы ремонтлау һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен капиталь ремонтлау. Системаның һалҡын осорҙа ышаныслы эшләүен тәьмин итеү өсөн ҡорамалдарҙың техник торошон экспертизалау, диагностикалау һәм анализлау һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып әҙерләнгән саралар башҡарыла.

Ҡаҙанлыҡтарҙың бөтә төп һәм ярҙамсы ҡорамалдары тулыһынса эшкә әҙер. Бөтә ҡаҙандар механик таҙартыу, гидравлик һынауҙар үтә. Шулай уҡ ревизия, ярҙамсы ҡорамалдарҙы, пускозащита аппаратураһын ремонтлана, тикшерелә, ә кәрәк булғанда КИПиА  приборҙарын алмаштырыла.

Махсус ойошма ярҙамында ҡаҙандарҙың һәм газ ҡорамалдарының техник торошон билдәләү һәм файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу маҡсатында сәнәғәт хәүефһеҙлегенә экспертиза үткәрелә.

Иң проблемалы участкаларҙа иҫке йылылыҡ селтәрҙәре алмаштырыла: 3720 метр йылытыу торбалары ППМ-изоляцияла, был ҡулланыусыларҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирә. Дөйөм һаны 167 берәмек булған йоҙаҡ арматураһы алмаштырыла.

Йылылыҡ селтәрҙәрендә гидравлик һынауҙар ваҡытында 25 өҙөклөк асыҡланды, әлеге ваҡытта улар бөтөрөлгән. Йылылыҡ камераларын ремонтлауҙы дауам итәбеҙ. Ер эштәренән һуң биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барасаҡбыҙ.

Фотолар БИ архивынан

Ҡышын йылы булһын өсөн
Ҡышын йылы булһын өсөн
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас