

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем енәйәтсе Бәләбәй һәм Туймазы райондарында наркотиктар һатҡан. Үҙенең фатирында ул тыйылған матдәләрҙе төрөп, уларҙың урынлаштырған урыны тураһында мәғлүмәттәрҙе интернет-магазин кураторына тапшырған. Бөтәһе ул 30 йәшерен урын йыһазландыра. Наркотиктар һатыуҙан алынған криптовалютаны ул һумдарға әйләндерә һәм банк иҫәбенә күсерә.
Йәш кешенең эшмәкәрлеге полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Оператив саралар барышында хоҡуҡ һаҡлаусылар тыйылған матдәләрҙе һәм аҡсаны тартып ала, шулай уҡ ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлай һәм ҡулға ала.
Суд йәш кешене 13 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итә. Бынан тыш, уға 20 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләнгән. Енәйәт эшмәкәрлегенән килгән килем дәүләт файҙаһына тартып алынған.