

Бындай акцияларҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре биләмәне йыйыштырыуҙан тыш, башҡаларҙы ла йәлеп итә: экология проблемалары тураһында һөйләй, фекерҙәштәр эҙләй.
12 сентябрҙә ҡала паркының таҙалығы проблемаһына битараф булмағандар Сәләмәтлек һуҡмағына бала табыу йортона тиклем һуҙылған биләмәне санитар йыйыштырыу өсөн йыйылды.
Экологик акцияның инициаторы – Бәләбәйҙә йәшәүсе Флүзә Ғәлләмова. Ул экокомпанияның өмәлә ҡатнашыусыларға бирсәткәләр, сүп-сар өсөн тоҡтар биреүен, ә ҡала хакимиәтенең уларҙы сығарыу тураһында хәстәрлек күреүен һөйләне.
Экологик өмәгә 14 кеше йыйылды.
«Кешеләр үҙҙәре килеп, ярҙам тәҡдим итә. Бында өмәләр даими ойошторола. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҡала кешеләре тәбиғәтебеҙҙең матурлығын ҡәҙерләмәй: улар усаҡ яға, сүп-сар ташлай, ағастарҙы һындыра. Беҙҙең бурыс - йәштәргә үҙ миҫалыбыҙҙа тәбиғәттең тәбиғи матурлығын күрһәтеү, беҙгә мираҫ булып ҡалған нәмәләрҙе ҡәҙерләргә һәм уны киләсәк быуын өсөн һаҡларға кәрәклеген аңлатыу».
Акция йомғаҡтары буйынса 45 тоҡ һәм тағы бер нисә пакет сүп-сар йыйылған.
Фотолар Флүзә Ғәлләмованан