Йәмғиәт
18 Сентября , 06:00

Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Бәләбәй районында барлыҡ 52 һайлау участкаһы асылды. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса 18-20 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә.

Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башландыРәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды

Бәләбәй районы буйынса Территориаль һайлау комиссияһында һайлаусылар исемлегендә 64 031 кеше иҫәпләнә, тип аныҡланылар. Һайлауҙа тауыш биреү көнөндә 18 йәше тулған барлыҡ Рәсәй граждандары ҡатнаша ала, суд тарафынан хоҡуҡи һәләтһеҙ тип танылғандарҙан һәм колонияла язаһын үтәгәндәрҙән башҡа.

34 участка һайлау комиссияһы видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Участкаларҙа күҙәтеүселәр эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә. Был юлы ул тулыһынса ташламалы буласаҡ, приз уйнатыу ҡаралмаған.

Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртән билдәле буласаҡ.

 

#Выборы2026 #Белебеевскийрайон #Ваш_Выбор_2026 #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Рәсәйҙә өс көнлөк һайлауҙар башланды
Автор:
Читайте нас