

Был мөһим көндә уға Бәләбәй районы МР Советы секретары Артур Садиҡов, Приют ҡасаба советы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова, район ветерандары советы рәйесе Александр Буйлов, Приют ҡасабаһы һәм «Аксаковнефть» НГДУ-һы ветерандар ойошмалары рәйестәре Людмила Пашина һәм Алексей Авраменко килделәр.
Һуғыш һәм нефть тармағы ветеранын мөһим дата менән йылы ҡотланылар, хәрби батырлығы һәм нефтсенең 30 йыллыҡ хеҙмәт юлы өсөн рәхмәт белдерҙеләр, шулай уҡ бүләктәр тапшырҙылар.
Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары 100 йәшлек юбиляр өсөн музыкаль бүләк әҙерләгән.
Людмила Пашина фотолары