Йәмғиәт
1 Октября , 11:00

Изгелек кадрҙары

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылындағы Социаль йорт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре өсөн байрам фотосессияһы ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изгелек кадрҙарыИзгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары

Учреждение директоры Оксана Андрееваның башланғысы был. «Беҙ йыл һайын йортта йәшәүселәр һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн күсмә фотосессиялар үткәрергә тырышабыҙ. Костюмдар үҙебеҙҙеке. Күптәр өсөн был фотолар ябай  кадрҙар ғына түгел, ә ысын байлыҡ: үҙеңде үҙенсәлекле тойоу, яңынан күрергә теләгән мәлде һаҡлау мөмкинлеге. Фотосессия – ул бәләкәй генә байрам, ул хәтерҙә һәм альбомда һаҡлана», – тип иҫәпләй Оксана Владимировна.

Тормош көҙөн, йылдың көҙөн кеүек үк, бошонмайса ҡаршыларға кәрәк. Һәм бындай бәләкәй байрамдар был көҙҙә олоғайыуҙы түгел, ә үҙенсәлекле яҡтылыҡты – тәжрибә, изгелек һәм тыныс шатлыҡ яҡтылығын күрергә ярҙам итә. Был фотолар йылмайырға һәм кеше йылыһының ни тиклем күп нәмә аңлатҡанын иҫкә төшөрөргә сәбәп булһын.

Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Изгелек кадрҙары
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас