

2026 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған премияға дәғүә итеүгә бөтә илдән 63 меңдән ашыу ғариза килгән – был былтырғыға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк.
Иң яҡшылар иҫәбенә бәләбәйҙәр ҙә инде:
Надежда Кузьминична Красильникова, Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы, һәм Гүзәл Рафаил ҡыҙы Сабирова, Бәләбәй районы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа бүлеге начальнигы.
Премия лауреаттарын район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев йылы ҡотланы. Ул уларҙың хеҙмәте кешеләргә һәм тыуған еренә ысын хеҙмәт өлгөһө булыуын билдәләне һәм коллегаларына артабан да уңыштар, яңы башланғыстар һәм уларҙы район һәм республика мәнфәғәтендә тормошҡа ашырыу өсөн энергия теләне.