

45 минут эсендә ҡатнашыусылар спорт тематикаһындағы – спорт тарихынан алып ҡағиҙәләргә һәм күренекле ҡаҙаныштарға тиклем – 30 һорауға яуап бирҙе. БГИ майҙансығында 30 кеше диктант яҙҙы: спорт комитеты вәкилдәре, «Чемпион» һәм «Стимул» спорт мәктәптәре тренерҙары һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ гимназия-интернаттың физик культура һәм спорт уҡытыусылары.
Һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле исем сертификаты алды. Акция йомғаҡтары буйынса Башҡортостан – Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында. Республикала бөтәһе 40 000 – дән ашыу кеше диктант яҙған – майҙансыҡҡа килеп һәм онлайн.
Фотолар Социаль үҫеш идаралығының физкультура һәм спорт бүлегенән