

Барыһы ла мессенджерҙағы иғлан тураһындағы хәбәрҙән башлана. Текстың аҙағында енәйәтселәр һылтанма беркетә. Уның аша кереп, Бәләбәй кешеһе ҡурҡытҡыс күренеш күрә: Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы битенең скриншоты, взлом тураһында белдереү ҡағыҙы һәм үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен. Шунда уҡ тиерлек телефонға таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙар килә башлай.
Әңгәмәселәр ышаныслы эш итә: ҡайһы берҙәре – Цифрлы үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре, икенселәре үҙҙәрен тәфтишселәр тип таныштыра. Кредит алыуҙан һаҡланыу һәм мутлыҡ операцияларын туҡтатыу һылтауы менән улар ирҙе аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә. Ялған вәкилдәргә ышанып, зыян күреүсе бөтә күрһәтмәләрен үтәй һәм һөҙөмтәлә бөтә аҡсаһын юғалта.
Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар иҫкәртә: бер ҡасан да иғлан буйынса хәбәрҙәрҙән шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, смс-хәбәрҙәрҙән кодтар хәбәр итмәгеҙ һәм билдәһеҙ кешеләрҙең күрһәтмәләре буйынса аҡса күсермәгеҙ – хатта улар дәүләт органдары йәки банк хеҙмәткәрҙәре булып танытһа ла.
Ксения Давыдованың фотоһы