Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2018, 12:55

Ул һәр яҡтан беренсе булды

Комсомолдың 100 йыллығы алдынан Бәләбәй районы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған бер кешенең исемен иҫкә алыу урынлы булыр ине. Ул 1960 йылдар башында ауыл комсомолын етәкләгән Рөстәм Закуан улы Иҙиәтуллин.

ВЛКСМ-дың район комитетына килгәнгә тиклем был ябай ауыл егете район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләне. Кемдең еңел ҡулы менән ул комсомол етәксеһе итеп тәҡдим ителгәндер, уныһын әйтеүе ҡыйын, әммә был бик дөрөҫ һайлау була. Ул инструктор, бүлек мөдире, икенсе секретарь булып эшләне. 1963 йылдың ноябренән 1969 йылдың авгусына тиклем – Бәләбәй районы комсомол комитетының беренсе секретары. Миңә уның менән байтаҡ йылдар бергә эшләү бәхете тейҙе, шуға күрә ул Тәбиғәттән ойоштороусы һәм лидер ине, тип икеләнмәй әйтә алам.
Беренсе – вазифаһы буйынса ғына түгел. Донъяны журналист, шағир күҙҙәре менән ҡабул итеүсе ижади кеше булараҡ, кәнсәләр әкәмәттәрен, чиновниклыҡ кәмиттәрен күрә алмай ине. Кем әйтмешләй, арымай-талмай, ваҡытын ҡыҙғанмай эшләне. Уны хужалыҡтарҙа, мәктәптәрҙә, предприятиеларҙа яҡшы белделәр. Хужалыҡтар, ойошмалар етәкселәре уның менән иҫәпләште... Әлбиттә, комсомол етәксеһенең һәм ул етәкләгән комитеттың абруйы сере йәштәр араһында ойоштороу һәм тәрбиә эше менән бәйле тиҫтәләрсә һәм тиҫтәләрсә ҡыҙыҡлы башланғыстар һәм эштәрҙә ине. Шуны әйтеү ҙә етә, райком хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе производствоның төп звеноларында мәшғүл ауыл йәштәрен исемләп белде. Йәшерен-батырын түгел, айырым коллективтар һәм кешеләр тормошонда, тәртибендә кире күренештәргә бәйле проблемалар, ҡыйынлыҡтар ҙа булманы түгел.
Рөстәм йәштәр менән дә, өлкәндәр менән дә уртаҡ тел таба белде. Һәм... юғары етәкселек менән. Сер түгел, беҙ (хәйер, бөтә илдә шулай булды) икенсе ҡаттағы “өлкән иптәштәрҙең” ҡаты күҙәтеүе һәм баҫымы аҫтында эшләнек. Йыш ҡына өҫтән етәкселек ғәҙәти нормаларҙан сығып, тәртип боҙған мәктәп уҡыусыларына ҡарата ғына урынлы булған нотоҡ уҡыусы рәүешенә инә ине. Ундай саҡтарҙа таяҡтың йыуан башы Рөстәм арҡаһына төштө. Әммә ул юғалып ҡалмай, шаян һүҙ, юмор ярҙамында хәлдән сығыуҙың ҡулай әмәлен таба, шул уҡ ваҡытта үҙ йөҙөн һәм позицияһын юғалтмай ине.
Бер ваҡыт эш көнө аҙағында беҙҙе “икенсе ҡатҡа” Беренсегә саҡыралар. Был юҡтан түгел, тип уйланыҡ... Шулай булып сыҡты ла. Көндөҙ “Комсомол прожекторы” активистары комбайндан ашлыҡ илтеүсе йөк машиналарын туҡтатҡан. Беҙ белә инек инде – машиналарының кузовынан иген ҡойолоп барған өсөн (тейешле япма булмағанлыҡтан) ҡайһы бер водителдәргә иҫкәртеү яһалғайны. Был хәл шунда уҡ “КП”-ның сираттағы һанында сағылыш тапты. Прожекторсыларҙың әлеге эшенән ҡәнәғәт булмаған хужалыҡ етәксеһе Беренсегә ялыу биргән – йәнәһе, ул комсомолдар урып-йыйыу эшенә ҡыҫылып йөрөмәһен, ашлыҡ тейәлгән машиналарҙы туҡтатмаһындар...
– Нимә, бүтән эшегеҙ юҡмы әллә? – район хужаһы беҙҙе шундай һорау менән ҡаршы алды, күренеп тора, был хәбәргә асыуы килгән. – Мин һеҙгә эш табырмын.
– Әлбиттә, – тине тыныс ҡына Рөстәм, – башта был, башлаған эште тамамларға рөхсәт итегеҙ. Юғиһә колхоз рәйесе үпкәләр...
– Йәғни?
– Беҙҙең көндөҙгө рейдтарҙың һөҙөмтәһен тикшерергә кәрәк.
– Ә нимә тикшерергә? – сираттағы һорау йомшағыраҡ яңғыраны.
– Теге машиналарҙың әрйәләре тишек булған, ашлыҡ юл буйына ҡойолоп барған. Хет йыйып ал...
Беренсе Рөстәмгә әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне: киттек, бергә тикшерәйек!
Шул уҡ сәғәттә беҙ прожекторсылар эшләгән хужалыҡта инек инде. Беренсе, беҙҙең активистарҙың хаҡлы булыуын күреп, алдыбыҙҙа теге, беҙҙән зарланған етәксене һүгеп ырғытмаһынмы...
Талантлы кеше бар яҡтан талантлы тип, юҡҡа әйтмәйҙәр. Рөстәм нескә юморы, ышандыра, үҙ фекерен яҡлай, хеҙмәттәштәрен ҡыҙыҡлы идея менән мауыҡтыра, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға туплай белеүе менән айырылып торҙо.
Ә баянда нисек уйнай ине! Йәштәр кисәләрендә, ғаилә, иптәштәр менән кис ултырған саҡтарҙа ул һис шикһеҙ иғтибар үҙәгендә, компанияның йәне булды. Комсомолдан киткәс оҙаҡ йылдар район, унан берләштерелгән “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы коллективын етәкләне. Был ваҡытта уның бер нисә юмористик хикәйәләр китабы донъя күрҙе, журналистар, унан Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы булды.
Мин уны төрлө саҡтарҙа күрҙем. Шулай уҡ түҙемлек, такт, ҡыйыулыҡ талап иткән хәлдәрҙә. Комсомол йәшлегенән шундай ваҡиға хәтерҙә. Нисектер һуң ғына көҙ беҙ уның менән Йәрмәкәй районының бер йыраҡ хужалығында башланғыс ойошмаға киттек (ул саҡта Бәләбәй районы составына инә ине). Серафимовка ҡасабаһына тиклем маршрут автобусында барҙыҡ. Унан колхозға юл алдыҡ. Йәйәү. Ҡасабанан сыҡҡан ерҙә күпер янында эсеп алып, мажаралар эҙләп йөрөгән урындағы егеттәр туҡтатты. Юлға арҡылы төштөләр ҙә бәйләнә башланылар – ниңә, беҙҙең юлдан ҡайҙа китеп бараһығыҙ? Мыҫҡыллау һүҙҙәре лә яңғырай башланы. Түбәнһенеүҙән һәм сараһыҙлыҡтан мин ҡалтырана башланым, был ҡалай әтәстәргә барып йәбешкем, тәүбәләрен уҡытҡым килде. Әммә Рөстәмдең үҙен тыныс тотоуы, тигеҙ тауышы тотҡарланы. Хәҙер иҫтә түгел, ул яуап итеп һуғышырға йыйынған хулигандарға нәмә әйткәндер, әммә улар өндәшмәй генә, ҡараштары менән беҙҙе оҙатып, юл бирҙе... Был бәләкәй эпизодты әле булһа онотмайым. Мин тормошта ла үҙемде ошо күперҙәге кеүек хис иттем: аҫта шаулап ағыусы һыу, өҫтә – төпһөҙ күк, ҡаршымда – ҡәһҡәһәле көлөүсе яҙмыш, иңдә – дуҫымдың ҡулы.
11 йыл элек беҙ Рөстәм Закуан улын һуңғы юлға оҙаттыҡ, уға әле 65-тә тулмағайны.
Сәҙит Латипов,
БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре
Читайте нас: