Бөгөн төндә Башҡортостанда йәшәүселәр төньяҡ балҡышын тамаша ҡылды. Был хаҡта «Моя Уфа» телеграм-каналында хәбәр итәләр.
Төньяҡ балҡышы ҡеүәтле магнит дауылы һәм Персеид метеорит ағымы һөҙөмтәһендә хасил булды.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Өфө ҡала планетарийына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, йыл һайын 17 июлдән 24 авгусҡа тиклем иң сағыу метеорҙар ямғыры — Персеидтар күҙәтелә.
Иң күп Персеидтар быйыл 11 августан 12 авгусҡа ҡараған төндә яуған. Был иң ҡеүәтле метеорҙар ямғыры – йылы, ҡараңғы август төндәрендә күк йөҙөн сәғәттәр буйы ҡарап ултырырға мөмкин, тик ул болотһоҙ ғына булһын.
Персеидтарҙы 24 авгусҡа күрергә мөмкин. Уларҙы төнө буйы күҙәтергә мөмкин, сөнки беҙҙең киңлектәрҙә ағымдың быймай һәм кисен ул офоҡтан ситендә күренә, таң атҡансы бейеккә күтәрелә, шуға күрә бөтә күк йөҙөндә йондоҙҙар атылыуын тамаша ҡылырға була.