Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2018, 11:33

Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!

Бәләбәй “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы уҙғарған кисә Икмәкте, игенсене, көҙгө муллыҡты ололауға бағышландыУрып-йыйыу эштәре тамамланғас, боронғонан халыҡ Уңыш байрамын – Сөмбөлә байрамы үткәргән. “Сөмбөлә” һүҙе ғәрәпсәнән “башаҡ, иген” тип тәржемә ителә. Көҙгө муллыҡ байрамын мул өҫтәлдәр әҙерләп, көр күңел менән ҡаршы алырға тырышҡандар. Ата-баларыбыҙҙың изге йолаларын, байрамдарын онотмау маҡсатында уҙғарылды был кисә.

Көҙгө табында барыһы ла булды: түңәрәк өҫтәлдең бер яғында баҡсаларҙан йыйып алынған йәшелсә-емештәрҙән төрлө композициялар, банкаларҙа салаттар теҙелеп китһә, икенсе яғында милли ҡамыр ризыҡтары урын алды. Әлбиттә, иң күренеп торған урында – Икмәк балҡып ултырҙы. Ә тағы көҙгө табын йырға һәм нәфис һүҙгә, ихлас аралашыуға, хәтирәләргә һәм уйындарға бай булды.
Кисәнең икмәккә, игенсе хеҙмәтенә бағышланған төп өлөшө Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғыры менән башланып китеп, һәр тамашасыны икмәк тураһында уйланырға, фекерҙәре, хәтирәләре менән уртаҡлашырға саҡырҙы.
Мәтәүбаш ауылынан кисәгә саҡырылған ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Винер Мөхәмәҙиев бөгөн хаҡлы ялда. Ул 40 йылдан ашыу “Сулпан” йәмғиәте баҫыуҙарында иген иккән, намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштарының ғына түгел, районда ихтирам ҡаҙанған хеҙмәткәр. Винер Кәбир улы үҙе тураһында һөйләгәндә бер осорҙа эшләгән механизаторҙарҙы исемләп телгә алды, ауыл хужалығы техникаһы хаҡында бәйән итте.
Тыуған ауыл, тыуған ер төшөнсәләре уның өсөн ябай һүҙҙәр генә түгел, ул бары тик армия сафтарында хеҙмәт иткәндә генә ауылдан китеп торған, ғүмере буйы ғаиләһе менән тыуған нигеҙендә йәшәй, бар тырышлығын тыуған ере баҫыуҙарында икмәк үҫтереүгә бағышланы.
Икенсе ҡунағыбыҙ – Бәләбәй “Тәмлекәй” йәмғиәте директоры Зәримә Дәүләтшина, шулай уҡ намыҫлы хеҙмәте менән бәләбәйҙәр араһында абруй ҡаҙанған ханым. Ул заманында ире Рәмис Хәсән улы менән бергә юҡҡа сығыу сигенә еткән Бәләбәй икмәк комбинатын тергеҙә. Йәшнәп йәшәр, эшләр сағында ире донъянан китеп барғас, ҡыҙы Гүзәл менән эштәрен дауам итәләр. Бөгөн дә “Тәмлекәй” ҡамыр ризыҡтары бешерә, яҡын-тирә райондарға һатыуға ебәрә. Зәримә ханым эше тураһында бәйән иткәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ондарҙың сифатын яҡшы тип әйтеп булмай тип, тәрән борсолоуын да белдерҙе.
Тамашасыларҙың икмәккә, ауыл тормошона бәйле хәтирәләре туҡлыҡ, сәләмәтлек, муллыҡ билдәһе булған икмәктең, ҙур хеҙмәт ҡуйған ялан батырҙарының ҡәҙерен белеү, балалар, ейәндәрҙе уларҙы ихтирам итергә өйрәтеү кәрәклеге тураһында уйландырҙы, иҫкәртте.
Педагогик хеҙмәт ветераны, Мәтәүбаштан килгән ҡунағыбыҙ Ғәбиҙә Йәркәеваның иҫтәлектәре айырыуса фәһемле булды.
– Әҙәбиәт дәрестәрендә был темаға һөйләгәндә Ғәлимйән Ибраһимовтың “Әҙәмдәр” әҫәренә лә ҡағылам, балалар тын да алмай тыңлайҙар ҙә һуңынан аранан береһе: “Апа, ниңә һуң магазиндан барып ҡына икмәк алмағандар”, – тип һорап ҡуя, тип һөйләне ул. Эйе, бөгөнгө балалар, хәйер, беҙ үҙебеҙ ҙә аслыҡты күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Зәйфә Сәлихованың “Һағындыра ауыл икмәге” әҫәрен уҡыуы әлеге оло, изге, яҡты теманы тағы ла эстәлеклерәк итте, кисәне йылы, матур хис-тойғоларға байытты.
Читайте нас: