– Дауалау учреждениеһында йәмғеһе 1716 кеше эшләй. Врачтар менән тәьмин ителеү 57,3 процент тәшкил итә, был 218 врач. Улар араһында пенсия һәм пенсия алдындағылар – 56 кеше.
31 врач 34 терапия участкаһын хеҙмәтләндерә, 19 педиатр 21-се участкала балаларҙы хеҙмәтләндерә, өс врач 4-се ВОП-та эшләй.
Врачтарҙың күпселеге йәштәре буйынса йә башҡа йәшәү урынына күсеү сәбәпле эштән китә. Мәҫәлән, 2017 йылда 11 белгес эштән китте, ә 2018 йылда иһә – 15. Шул уҡ ваҡытта йәш врачтар ҙа килә: 2016 йылда беҙ 20 кеше ҡабул иттек, шуларҙың һигеҙе – “Земство докторы” программаһы буйынса; 2017 йылда – 16 (4); 2018 йылда – 12 (1кеше).
Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн беҙҙең дауалау учреждениеһында 2012 йылдан “Земство докторы” һәм “Земство фельдшеры” программалары уңышлы эшләй. Ошо йылдарҙа ауыл халҡына махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 23 врач, биш фельдшер эшкә урынлаштырылды.
Йәмғеһе ауыл биләмәләрендә 31 фельдер-акушерлыҡ пункты эшләй.
Бәләбәй һәм Приют буйынса 11дауахана корпусы иҫәпләнә. Биналарҙың, ҡорамалдарҙың торошо ярайһы яҡшырҙы. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонтҡа бүлгән 32 миллион һумдың 18 миллионы балалар поликлиникаһын яңыртыуға тотонолдо.
Бала табыу йортоноң түбәһе йүнәтелде, тәҙрәләре алыштырылды, лифт хужалығы ҡуйылды. Әммә капремонтты тамамлап булманы – подрядсылар һынатты. Ошо көндәрҙә объектта комиссия эшләне, Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы документтар проекты пакеты ҡарала, ул быйыл декабрҙә экспертиза үтәсәк.
2019 йылдың ғинуарында торг иғлан ителәсәк. Яҙын объектта эш башланыр, тип ышанабыҙ.
– Бала табыу йортоноң булыу-булмауы ҡаланың статусы тураһында һөйләй. Беҙҙең барыбыҙ ҙа тыуым артыуы яҡлы, шуға әлеге объектҡа бөтә көсөбөҙҙө йүнәлтәсәкбеҙ. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та Бәләбәйгә килеү менән уның бөгөнгө хәле менән танышты.
– Беҙ урология бүлексәһен һаҡлап ҡала алдыҡ, Октябрьскийҙан кардиология, неврология бүлексәләрен ҡайтарҙыҡ. Хирургия һәм гинекология бүлексәләре яңы стандарттар буйынса эшләй. Беҙҙең хирургия бүлексәһе Бәашҡортостандың көньяҡ-көнбайышында иң көслөләрҙән һанала. Шулай уҡ гемодиализ бүлексәһен һаҡлап ҡалдыҡ.
Һәр врачты тип әйтерлек икенсе белгеслеккә уҡыттыҡ.
Бәләбәй – республикала врачтарға торлаҡ бүленгән өсөнсө ҡала. Беҙҙең дауалау учреждениеһына врач-белгестәрҙе йәлеп итеү һәм ҡалдырыу өсөн Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте 2009-2017 йылдарҙа 46 врачты фатирҙар һәм дөйөм ятаҡта бүлмәләр менән тәьмин итте. 2016 йылда Бәләбәй ҡалаһында – 8 фатир һәм Приют ҡасабаһында фатир тибындағы 4 бүлмә бүленде; 2017 йылда 6 врач Бәләбәй ҡалаһында фатир алды, 2018 йылда – 4 врач һәм 3 урта медицина хеҙмәткәре. Бөгөнгә 16 йәш белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
– Муниципаль район Советында тағы ике врачҡа фатир бүлеү ҡарары ҡабул ителде. МР хакимиәте лә врачтарға шәхси йорт төҙөү өсөн участка бүлеү мәсьәләһен ҡарай. Йәштәр уҡыу йорттарын тамамлағас өйҙәренә ҡайтһын өсөн һуңғы йылдарҙа беҙ ҡала һәм район мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы уҡыуға документтар алыу йәһәтенән берҙәм саралар уҙғарабыҙ.
– Врачтар менән тәьмин ителеү маҡсатында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында йүнәлтмәләр буйынса ординатура һәм интернатура үтеү өсөн килешеүҙәр төҙөйбөҙ, йыл һайын БГМУ-ға ниндәй белгестәр һәм күпме кәрәк булыуын күрһәтеп, заявкалар бирәбеҙ, студенттар менән осрашабыҙ, танышыу өсөн Бәләбәйгә саҡырабыҙ.
Артабан ултырыш һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә дауам итте.
Бәләбәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте рәйесе Николай Богомолов билдәләүенсә, льготаға эйә булыусыларҙың дарыуҙар менән тәьмин ителеүе халыҡ өсөн “ауыртҡан” тема.
– Дауахана федераль һәм төбәк льгота алыусылар өсөн дарыуҙар һатып алыу менән шөғөлләнмәй. Беҙ ҡайтарыуға заявкалар ғына бирәбеҙ. Һәр диспансеризация һайын дауалауға мохтаж яңы ауырыуҙар асыҡланғанға күрә, элек белдергән һан ысынбарлыҡта кәрәк күләм менән тура килмәҫкә мөмкин.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылдың 9 ноябренә Бәләбәй ҡалаһы һәм районы буйынса федераль льготаға эйә булыусылар 9480 кеше, шуларҙан 1386 кеше социаль пакетҡа хоҡуғын һаҡлап ҡалды, 8094 кеше соцпакеттан баш тартты. Льготалы медикаменттар бер льготаға эйә булыусыға айына 807 һум иҫәбенә төҙөлә.
Төбәк льготниктары беҙҙә 8708 кеше. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан льготаға эйә булған бер кешегә айына медикаменттарға 150 һум бүленә.
Төбәк бюджетынан һирәк сирле пациенттар тәьмин ителә. 2018 йылда уларға 4 081 221, 30 һумлыҡ 43 рецепт яҙылған.
2017 йылдың икенсе яртыһынан исемләп препараттар ҡайтарыу проблемаһы бар, 2018 йылда төбәк льготаһы буйынса шулай уҡ кәрәкле препараттар ҡайтманы.
БР дәүләт һаулыҡ һаҡлау бюджет учреждениеһы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы препараттар бүлеү тураһында хаттар менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер нисә мәртәбә мөрәжәғәт итте. Халыҡ-ара патентланмаған препараттарҙың оҡшаштары килә, әммә күп пациенттар, һөҙөмтә булмағанлыҡтан һәм башҡа төрлө йоғонтоһо булғанға күрә, уларҙан баш тарта.
“Ете юғары сығымлы нозология” программаһы буйынса препараттар ваҡытында ҡайта, баш белгестәрҙең һығымталары нигеҙендә ведомство разнарядкаһы буйынса уларҙы 62 пациент ала (2018 йылда 27 073 606, 40 һумлыҡ 692 рецепт яҙылған).
Станислав Судеев, амбулатория-поликлиника хеҙмәте буйынса баш врач урынбаҫары:
– ОНЛП буйынса 2018 йылда йыйылма ихтыяж 1286 кешегә 12 209 36425 һумлыҡ итеп белдерелде, шул иҫәптән инсулиндарға – 5029 362, 02 һум. Льготаһы булған бер кешегә лимит айына 807, 20 һум тәшкил итә.
2018 йылға РЛО буйынса йыйылма ихтыяж 8707 кешегә белдерелде, 17 405 045, 46 һум итеп, шул иҫәптән инсулиндарға – 14 441 528, 52 һум. Льготаһы булғанға айына лимит – 150 һум. 2018 йылға барлығы – 30 миллион һум тирәһе.
2019 йылға йыйылма ихтыяж ОНПЛ буйынса 1295 кешегә 12 839 294, 28 һумлыҡ итеп белдерелде (бер льготникка лимит 826, 302 һум); РЛО буйынса – 8071 кешегә 15 496 320 һумға (лимит 160 һум).
Инсулиндар 2019 йылда айырым финансланасаҡ, шул иҫәптән федераль льгота буйынса 7 474 638, 62 һумлыҡ, төбәк льготаһы буйынса – 12 520 666, 15 һумлыҡ. Һөҙөмтәлә 2019 йылға 48 млн һумдан артыҡ ҡаралған, был 2018 йылдағынан 18 миллионға күберәк.
Льготаларға эйә булыусыларҙың күпселеге, нигеҙҙә онкологик сир менән ауырыусылар, дәүләт дарыуханаһында дарыу препараттары булмаған хәлдә, стационарға саҡырылалар, унда тейешле медикаменттарҙы алалар. Ошо маҡсатҡа дауахана бер миллион һумлап аҡса тотто.
Балаларҙы туҡланыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Альмира Попова күтәрҙе.
Резеда Мусина, балалыҡ һәм бала табыуға ярҙам буйынса баш врач урынбаҫары:
– Әгәр элек бушлай бала ризыҡтары социаль яҡлау органдарынан белешмәләр буйынса бирелһә, хәҙер – бары тик медицина күрһәткестәре буйынса ғына. Ҡатнашмалар һатып алыу менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шөғөлләнә. Ведомство ниндәй продукция һатып ала, дарыуханаларға шул ҡуйыла. Бөгөн дарыуханалар селтәрендә төрлө етештереүселәрҙең 4 мең ҡап бала ашамлығы бар. Уларҙың составы бер үк төрлө тиергә була, әммә күп әсәләр айырым бер марканы ғына һайлай, шуға күрә ҡатнашмалар һатылмай.
Мәктәптәрҙә медсестралар бармы?
– Мәктәптәрҙә медсестралар бар. График буйынса сентябрҙән майға тиклем, йәғни уҡыу йылы буйы, исемлектәргә ярашлы (стандарт буйынса) балалар медицина тикшереүе үтә, балалар поликлиникаһында, 8-ҙән 10 сәғәткә тиклем. Йәтим һәм опекаға алынған балалар айырым саҡырыла.
Йөклөләр скринингы буйынса
– Йөклө ҡатындар беренсе һәм икенсе УЗИ-ҙы урында, Бәләбәйҙә үтә, өсөнсө тикшеренеүгә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо буйынса, беҙ уларҙы Октябрьский ҡалаһына ебәрергә бурыслы. Бының өсөн һәр дүшәмбе транспорт бүленә. III дәрәжә врачлыҡ комиссияһына ҡатындарҙы һәр кесе йома үҙ машинабыҙҙа Өфөгә оҙатабыҙ.
Ял көндәрендә балалар стоматологы эшләйме?
– Теш врачы өйҙә дежурҙа тора, йәғни саҡырыу буйынса ул ике сәғәттә хирургия корпусына килергә тейеш. Әммә врач булараҡ, мин балаларҙы профтикшеренеүҙәргә даими йөрөтөргә кәңәш итәм, кариесҡа еткерергә кәрәкмәй.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре йәмәғәтселек вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған бүтән һорауҙарға ла тулы яуаптар бирҙе. Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ул урындағы үҙидара органдарының бындай саралар уҙғарыуҙы дауам итәсәген билдәләне.
Марина Прохорова әҙерләне