Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Март 2019, 13:04

Ҡорот яһау оҫтаһы

Боронғо башҡорт ризыҡтарының береһе булған ҡороттоң шифалы яҡтары ифрат күп. Һыуыҡ тейгәндә уны һыуға иҙеп, һары май, бер аҙ борос һалып эскәндәр; ашҡаҙан ауыртҡанда ла ҡулланғандар, майлы һурпаны еңел эшкәртер өсөн дә ашҡа ҡорот һалғандар. Ҡороттоң үҙе генә түгел, уның эркет һыуы ла үтә шифалы. Элек ҡоротто мал тотҡан һәр йортта ҡайнатҡандар. Әле лә ауылдарҙа был шөғөлдө онотмаған ғаиләләр бар. Шулай ҙа ҡоротто нисек ҡайнатыуҙы белеп бөтмәгәндәр, әммә белергә теләүселәр ҙә етерлек.

Бөгөн беҙҙең редакцияла ҡунағыбыҙ – Аксаков ауылында йәшәүсе уҡытыусы Динә Муллабаева ошо шифалы ризыҡты әҙерләү серҙәре менән бүлешә.

Беҙҙең халыҡта әүәл танышҡанда ниндәй йылғаның һыуын эсеп үҫтең тип һорау ғәҙәте булған. Сөнки ҡайһы йылға буйында тыуып үҫеүенә бәйле башҡорттарҙың һөйләше, йолалары, ризығы бер-береһенән күпмелер дәрәжәлә айырылған. Динә Хәлил ҡыҙы Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында гүзәл Дим буйында, уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып уҫкән. Ул яҡтарҙың һөйләше үҙенсә. Ҡоротто ла, әҙәби телдәгесә түгел, ә ҡорт тип йөрөтәләр. Хәтерләүемсә, ҡайһы бер башҡа яҡтарҙығы кеүек, уны ыҫландырыу ғәҙәте лә юҡ, ә күбеһенсә киптереп ашарға күнегелгән.

Динәне аш-һыу серҙәренә әсәһе Зилә Биктимер ҡыҙы өйрәткән. Хәҙер ул, үҙе әсәй, үҙенең ғаиләһен тәмле аштары менән һыйлай, мәктәптә уҡыусыларына ла белгәнен өйрәтә. Әйткәндәй, бер уҡыусыһы тап ҡорот тураһында ғилми эш яҙып, муниципаль конкурста ла сығыш яһағайны. Бөгөн уңған хужабикә үҙенең нисек итеп ҡорот эшләүе хаҡында гәзит уҡыусыларға һөйләй;

– Ҡаймағы айыртылған һөттө ҡайнатабыҙ, йылымыс ҡалғанға тиклем һыуытабыҙ ҙа ҡатыҡ ойотҡоһо һалабыҙ. Йәйге эҫе саҡта ул кискә тиклем ойоп сыға. Ойоған ҡатыҡты 3-4 көн тоторға кәрәк. Шунан ҡатыҡты туҡыма тоҡҡа һалып, һарҡытырға элеп ҡуябыҙ. 2-3 көндә, ғәҙәттә, эркете ағып бөтә. Унан ҡоротто, самалап тоҙ һалып, ҡамыр баҫҡан кеүек баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәнән йоҙроҡ ҙурлығындағы, вағыраҡ та мөмкин, йомғаҡтар әүәләп яһайбыҙ. Тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, тосо алынған сейә йә ваҡланған муйыл ҡушып ебәрергә була, ялан сейәһенең япраҡтары ла ярай,– тип һөйләй Динә Хәлил ҡыҙы.

Бына шулай йәш ҡорот әҙер ҙә була. Уға ҡаймаҡ һалып, шул килеш ашарға ла мөмкин, туңдырғысҡа һалып ҡуйып та һаҡларға ярай. Иң яҡшыһы, оҙаҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, йомғаҡтарҙы таҡтаға теҙеп, өҫтөнә таҙа сепрәк ябып, еләҫ урынға киптерергә ҡуйырға кәрәк. Бындай кипкән ҡоротто иһә йыллап та һаҡларға була.

Беҙҙең гәзитте уҡыусыларҙа, моғайын, йәйен һөт күп саҡта, үҙҙәренең дә шундайын ифрат файҙалы тәғәм эшләп ҡарау теләге тыуғандыр, тигән фекерҙәбеҙ. Бәлки, үҙегеҙ ҙә яратҡан милли ашығыҙҙы әҙерләү серҙәре менән бүлешерһегеҙ?..

Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: