Туҙлыҡушта шулай тип аталған шиғриәт байрамы уҙҙы. Ул күренекле шағир Камил Фазлыйҙың 70 йәше тулыу айҡанлы ойошторолдо.
Кисәлә уйыны-ысыны бергә бәйләнеп барҙы. Камил Фазлыйҙың күп йыллыҡ ижады ла уйыны-ысыны менән ысынбарлыҡты сағылдыра бит. Уның һәр яҙғаны – ул шиғыр йәки сәсмә әҫәр булһынмы, ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә, ауылдаштары, замандаштары тормошонан алынған, халыҡсан яҙылған.
Яҙыусы Туҙлыҡушта тыуып үҫкән, шул шишмәләрҙең һыуын эсеп, тупрағында аунап, йәшел сирәмендә яланаяҡ йүгереп, урмандарын айҡап, тау баштарынан тыуған киңлектәренә һоҡланып үҫкән һәм йәшәгән кеше. Тыуған ерҙә булған һәр нәмә уның күңеленә яҡын, ауылдың һәр кешеһе айырым ихтирамға лайыҡ. Яңынан-яңы әҫәрҙәре ошо тәъҫораттарҙан тыуа: тормош үҙгәрешһеҙ генә тормай, улар ыңғай йәки тиҫкәре булыуға ҡарамаҫтан, һиҙгер шағирҙы битараф ҡалдырмай, күңеленән, йөрәгенән үтеп һәр кемгә яҡын, аңлайышлы шиғри юлдарға күсә бара.
Камил Фазлый шиғри күңелле ғаиләлә тыуып үҫте. Атаһы Нәжми ағай тапҡыр һүҙле тел оҫтаһы ине. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарын яғымлы йылмайып, мөләйем тауыш менән һөйләп, бараһын ауыҙына ҡаратып тора ине. Камилгә, ағаһы Наилгә, энеһе Шамилгә Нәжми ағайҙан юмор хисе күскәне көн кеүек асыҡ. Наил менән Шамил дә (инде гүр эйәләре) туған телдең бөтөн матурлығын, нескәлеген тойоп, мәғәнәле итеп һөйләй торғайнылар. Оло ижад юлынан был егеттәрҙән Камил генә китте: кескенәнән үк шаян таҡмаҡтарҙы ҡабатлай, үҙе лә уйлап сығара торған булды. Ә алтынсы класта уҡығанда инде “Башҡортостан пионеры” һәм район газеталарында беренсе шиғырҙары күренә башлай. Шиғриәткә тартылыуын ваҡытында татар теле уҡытыусыһы, бик абруйлы, хөрмәтле Бәрикә Ғайнанова һиҙеп ҡалып, кәңәштәр биреп дәртләндерә, уҡыусыһының үҙ-үҙенә ышанысын үҫтерә. Шул ваҡыттан инде Камилдең ижади тормош юлы башлана. Бөгөн яҙыусы яратҡан уҡытыусыһын, остазын оло хөрмәт менән иҫкә ала, уға ғүмере буйы рәхмәтле булып ҡала.
Камил үҫмер саҡта ауылыбыҙ ҙур, халыҡ күп йәшәй ине. Һәр кеше – ҡабатланмаҫ шәхес. Мәрәкәләр ҙә була, етди мәсьәләләр буйынса бәхәстәр ҙә ҡуба, уларҙы сисеүҙә бер кеше лә ситтә ҡалмай – ҡайһыһы шаярта, ҡайһыһы көлдөрә... Бына ҡайҙа ул бай халыҡ теле! Шакиров Ғәрҙән, Ғәлимов Әмир ағайҙарҙың да тура ла, сәнскеле лә, шаян да һүҙҙәрен Туҙлыҡуш халҡы әле лә иҫкә төшөрә. Камил иһә бәләкәйҙән уларҙы күңеленә һеңдереп, тапҡыр һүҙгә иғтибарлы була. Тыуған ауыл мөхите, ата-әсәй, ауылдаштарҙан ул илһам ала, талантын үҫтерә, юғарыға үрләй. Ул ваҡыттарҙа үҙен шағир итеп тә тоймай. Әммә талант үҙенекен итә – юҡ ҡына урында, уйламағанда, үҙенән-үҙе шиғри юлдар барлыҡа килә. Егеттең шиғырҙары нәшриәттә йышыраҡ күренә башлай. Ул ижад емештәрен айырым альбомға туплап бара (ҡулдан яҙылған альбом бөгөн мәктәп музейында һаҡлана).
Ауылдашыбыҙ совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, БДУ-ның филология факультетына татар-рус бүлегенә уҡырға инә. Курсташтары араһында үҙен буласаҡ уҡытыусы итеп кенә түгел, ә шағир ҙа итеп таныта: шиғырҙары Башҡортостанда һәм Татарстанда сығып килгән гәзит-журналдарҙа йыш баҫыла башлай. Яҙыусы егетте “Ҡызыл таң” гәзитенә эшкә лә саҡыралар, ләкин уның күңеле тыуған ауылына тарта. Һәм 1975 йылда Камил Нәжми улы йәш кәләше Рәсимә менән, кескенә улы Илдусты күтәреп, Туҙлыҡушҡа ҡайтып төпләнә. Мәктәптә балаларға белем, тәрбиә бирә. Күп тә үтмәй, йәш, тырыш уҡытыусыға мәктәп директоры вазифаһын йөкмәтәләр. Бында ла һынатмай ул, ун бер йыл тарта ауыр йөктө, ләкин зарланмай, килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙән тәбиғи юморы менән еңеп сыға. Ауыл уҡытыусыһының эше, йәшәйеше ҡаланыҡынан күпкә ҡатмарлыраҡ, бигерәк тә мәктәп директоры ла булһаң. Шулай ҙа Камил ижадҡа ваҡыт таба, шиғри оҫталығын шымарта. Ниһайәт, ул әҫәрҙәренән йыйынтыҡ әҙерләп, китап сығарырға баҙнат итә.
Бөгөнгө көндә Камил Фазлый – туғыҙ китап авторы. Уларҙы һоратып алдыралар, яратып уҡыйҙар, ҡала һәм район кимәлендәге төрлө сараларҙа яратып тыңлайҙар, яттан һөйләйҙәр.
Хәҙер инде Камил Фазлый районда ғына түгел, республикабыҙҙа, Татарстанда ла танылыу яулаған шағир, сатира-юмор оҫтаһы. Тормош иптәше Рәсимә Нурғәли ҡыҙы менән бына тигән ике ул – Илдус менән Илдарҙы үҫтерҙеләр. Улар ҙа әҙәбиәт һәм журналистиканы, тел белгеслеген һөнәр итеп һайланылар. Икеһе лә филология фәндәре кандидаттары, күренекле журналистар. Туҙлыҡуш ауылы халҡы, әлбиттә, был талантлы, ижади династия менән сикһеҙ ғорурлана.
Яҙыусы ауылдашыбыҙҙың юбилей кисәһен дә матур, күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланырҙай итеп үткәрергә тырышты улар. Бергә эшләгән коллегалары, уҡыусылары, һабаҡташтары, ижадташтары ихтирам хистәрен, теләктәрен белдерҙеләр. Бәләбәй муниципаль район хакимиәтенең, район ветерандар советының, республикабыҙҙың милли баҫмалар редакцияларының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шағирҙы шәхсән ҡотлау өсөн күренекле яҡташыбыҙ Ғ. Й. Йәһүҙиндең ҡыҙы Эра Ғимаҙ ҡыҙы, райондың мәғариф идаралығынан, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сәлих Хәйруллин, татар ижтимағи үҙәге рәйесе урынбаҫары Флүр Йәһүҙин, Зәримә Дәүләтшина, үҙешмәкәр композиторҙар Илдус Разетдинов, Зөлфирә Әүбәкирова килделәр. Ауыл хакимиәте башлығы Ләлә Харисова ауылдың ижтимағи-мәҙәни тормошонда актив ҡатнашҡаны, аылдаштар тураһында, ауылдың көнкүрешен яҡтыртҡан мәҡәләләр яҙғаны өсөн Камил Фазлыйға рәхмәт белдерҙе. Ысын меценаттар, ауылдаш егеттәребеҙ Р. Вәлиуллин менән Р. Хәйруллин яҙыусыны ҙурлап телевизор бүләк иттеләр. Шағирҙы ҡотлау һәм маҡтау һүҙҙәре, әлбиттә, йырҙар, шаян таҡиаҡтар, яҙыусының юмористик шиғырҙары менән үрелеп барҙы.
Камил Фазлый яңы яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, уны хөрмәтләп килгән бар ҡунаҡтарға, ауылдаштарға бындай иғтибар һәм ихтирам өсөн оло рәхмәт белдерҙе.
Кисәне ҙур оҫталыҡ менән әҙерләүсе, сәхнәгә ҡуйыусы, алып барыусы – ауыл китапханасыһы Лена Юлаева. Туған телдәребеҙ юғалып барған осорҙа, Туҙлыҡушта бындай кисәләрҙең үтеп тороуында уның роле бик ҙур.
Рима Исхаҡова, йәмәғәт хәбәрсеһе
Шағир ижадына арналған кисәләр шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһының балалар китапханаһында, “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙҙы. Һуңғыһында Камил Фазлый медицина, гуманитар-техник колледждар студенттары, татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты.