Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Март 2019, 14:06

Авторҙарҙың әйтер һүҙе бар

Шиғыр... Ул – һүҙ ҡеүәте, төплө фекер, хис-тойғолар ташҡыны... Олоһон да, кесеһен дә ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән серле сер.

Шиғыр... Ул – һүҙ ҡеүәте, төплө фекер, хис-тойғолар ташҡыны... Олоһон да, кесеһен дә ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән серле сер.

Үҙ ғүмерендә һис юғы бер генә мәртәбә булһа ла шиғыр яҙып ҡарамаған кеше бармы икән? Ә бына шиғыр серҙәшенә, йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән, донъяға әйтер һүҙен шиғыр теле менән еткергән күптәр үҙ төбәктәрендә, республика кимәлендә даими уҙғарылып тороусы шиғыр конкурстарында ла теләп ҡатнаша.

Был көндәрҙә электрон почта аша ла, хаттар менән дә Бәләбәйҙә ун етенсе мәртәбә үткәреләсәк “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестиваленә Башҡортостандың төрлө тарафтарынан шиғырҙар килә.

Һеҙҙе бер нисә авторҙың шиғырҙары менән таныштырабыҙ.




Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

Салауат ҡалаһы, журналист

***

Башҡортостан Башкирия хәҙер,

Мөхәмәттәр Миша булғандар.

Зөлхизәләр күптән Зоя, имеш,

Ибраһимдар булған Ивандар.


Башҡорт тиеп яҙырға бит хатта

Паспортымда урын ҡалманы.

Төштәремә керә рус дуҫымдың

Зыяратта ҡәбер ҡаҙғаны.


Йыназаһын ғына кемдәр уҡыр,

Ләхетемде бәпләп кем алыр?

Ҡәбер таштарына исемемде

Үҙ телемдә соҡоп кем яҙыр?


Ейәнемде урыҫсалап һөйәм,

Дөпөлдәтәм арҡа буйҙарын.

Бәғеремде өтөп – өтә бер ут,

Халҡым тураһында уйҙарым.



***


Башҡорт ҡатындары сабып барған

Толпарҙы ла тотоп туҡтата.

Кәрәк икән ул яуға ла инә,

Дошмандарын ҡырып, уҡ ата.


Башҡорт ҡатындары сабырлыҡта

Сабырлыҡтың үҙен уҙҙыра.

Йыһан киңлегендәй күңеленә

Донъя хәстәрҙәрен һыйҙыра.


Башҡорт ҡатындары, тырышһалар,

Моңһоҙҙарҙы шағир итәләр.

Ҡараштары менән йөрәктәрҙең

Боҙҙарын да хатта өтәләр.



Башҡорт ҡатындары мөхәббәттә

Тимер йөрәктәрҙе иретә.

Маңҡа малайҙарҙан егет яһай,

Егеттәрҙе ғәййәр ир итә.


Сентябрь, 2014 й.



Хәниф Миһранов

Манышты ауылында 1952 йылдың 17 апрелендә тыуған. Бөгөнгө көндә Белорет районының Инйәр ҡасабаһында тора. Хаҡлы ялда. Ауыл мәктәбендә уҡыған осоронан шиғырҙар ижад итә. Шиғырҙары район гәзитендә баҫылып тора.


Мәрәһим гармуны

(М. Кәримдең әҫәре геройы)

Күптән инде, сабый саҡтан,

Ҡолағымды бер йыр наҙлай.

Зиһенем төбөнә үтеп,

Әсир итә мине, арбай.

Ҡайҙарҙалыр осоп йөрөп,

Тағын миңә килеп керә.

Күңелемдә эңер булһа,

Ут ҡабыҙып, яҡты бирә.

Оҙон-оҙаҡ юл йөргәндә,

Мин шул йырҙы юлдаш итәм,

Моңға һыуһаған сағымда,

Яңғырарын һағынып көтәм.

Был донъяла тормош аға,

Бойһоноп йәшәү ҡанунына.

… Ә Аҡйондоҙ ҡушылып йырлай,

Мәрәһимдең гармунына.


Ҡайтам дарман артынан


Маныштыға ҡайтып барам,

Дарман артынан.

Фатихалар алайым тип,

Йәше-ҡартынан.

Күңелемдә болоттарҙың

Ҡуйырған мәле.

Йөрәк ярҙам өмөт итә,

Кәмегән хәле.

Оло тауҙың дәрте лә күп,

Аша дарман да.

Иҫем китеп ҡарап торам,

Уға һаман да.

Күңелемә тыныслығы

Күсмәҫме икән,

Йөрәгемдә дәрт саҡ ҡына

Артмаҫмы икән.

Был донъяның шатлығынан

Күберәк упҡыны.

Һағышымды алып китһен

Мәтрәй тулҡыны.


Раушания Хажиева

Сибай ҡалаһы, тәрбиәсе, дүрт бала әсәһе

Аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле,

Пак күңелле өләсәйем.

Өндә юҡһың, төшкә инеп

Минең менән һөйләшәһең.


Яҙмышымдың һынауҙары

Теҙләндерһә юлдарымда,

Өләсәйҙең яҡты рухын

Тоям һәр саҡ яндарымда.


Доғаларың һаҡлап йөрөй

Ҡайҙа ғына юл алһамда,

Кәңәштәрең иҫкә төшә

Йәшәү көсөм юғалғанда.


Ҡай саҡ әрләп, тыйыр инең,

Оҡшатмаһаң ҡылығымды.

Һағынырға ғына ҡалды

Һинең аҡыл сыбығыңды.


Һинең рухың һәр саҡ янда,

Үҙең ысын донъяларҙа.

Һин фәрештә, аҙашҡанда

Тормош тигән даръяларҙа.


Аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле,

Саф күңелле өләсәйем.

Һинең терәк-таянысты

Гелән тойоп мин йәшәйем.


Һинең сабыр йылмайыуҙы

Юҡһынамын, өләсәйем.....
Читайте нас: