Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Апрель 2019, 14:52

Уҡытыусылар халыҡ киләсәге өсөн яуаплы

“Бөгөн һеҙҙең менән бергә бер-нисә һорауға яуап табырға кәрәк. Беренсе һорау – беҙгә нисек ололарҙы, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтергә? Эффектив өйрәтергә? Икенсе һорау –беҙҙең башҡорт телен өйрәтеүҙе нисек яңы ябай методикалы, һөҙөмтәле итергә? Өсөнсө һорау – нисек башҡорт телен өйрәтеүҙе, башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы, заманса итергә? Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек. Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!” Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сығышынан

11-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы

Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторолдо. Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы (бүлектәре) белгестәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан ситтә йәшәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалманы.

Бәләбәй районынан мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Лаврова, туған телдәр буйынса методист Светлана Гәрәева, башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рәйсә Ситдиҡова, Гүзәл Ғәзимова һәм ошо юлдар авторы съезд делегаттары булдылар. Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.


"Торатау" конгресс-холында уҙған пленар ултырышта йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм башҡорт телен уҡытыуҙы яҡшыртыу өсөн мөһим йүнәлештәрҙе билдәләп үтте. Шулай уҡ Радий Фәрит улы бер нисә башҡорт теле уҡытыусыһына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" исемен тапшырҙы. Шулай уҡ милли мәғариф ветерандарын тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин сығыш яһаны һәм бер төркөм уҡытыусыларға «Мәғариф алдынғыһы» билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала министрлыҡтың почет грамоталары тапшырылды. Айбулат Хажин үҙенең сығышында башҡорт телен уҡытыуҙың кимәлен күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Беренсенән, 2024 йылға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы ҡалаларында, Дүртөйлө, Дыуан, Белорет, Әбйәлил райондарында башҡорт, рус, инглиз һәм шулай уҡ көнсығыш телдәрен төплө өйрәнеү буйынса 12 лингвистик гимназия асырға тигән тәҡдим яңғыраны. Икенсенән, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә дәртләндереү сараларын күреү, шул маҡсатта башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, "Урал батыр" эпосы буйынса конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы башлығының махсус премияһын булдырыу; башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү, бөтә Рәсәй олимпиадалар исемлегенә инеү мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы әйтелде. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәрҙе дәртләндереү премияһын арттырырға тәҡдим ителде. Туған телдәр уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһимлеге билдәләп үтелде.

Артабан съезда ҡатнашыусылар "Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге"; "Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар"; "Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек"; "Урта һәм юғары һөнәри белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре"; "Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле"; "Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу"; "Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре" тип исемләнгән дискуссия майҙансыҡтарында эштәрен дауам итте.

Шулай уҡ "Торатау" бинаһында төрлө күргәҙмәләр эшләне, республиканың ғалимдары һәм педагогтары башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә яңы интерактив технологиялар менән таныштырҙы.

Ошондай форматта ойошторолған съезд педагогтарҙы борсоған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән етди, башҡорт халҡы өсөн әһәмиәтле, тарихи сара. Ысынлап та, съездың бурысы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларын хәл итеү генә түгел, ә халыҡты, мәҙәниәтте, илде һаҡлау. Сөнки уҡытыусылар балалар белеме өсөн генә түгел, ә халыҡ киләсәге өсөн дә яуаплы.

Айгөл Борисова, башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



1-се урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйсә Сәлимйән ҡыҙы Ситдиҡова:

– Беренсе эш көнөндә 700-гә яҡын кешене дүрт төркөмгә бүлеп, ҡаланың дүрт башҡорт гимназияһына ебәрҙеләр. Мин М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында булдым. Был гимназияның матур кабинеттарын күреү, заман менән бергә атлаған башҡорт мәктәбенең булыуы, үҙе бер иҫ киткес һоҡландырғыс күренеш.Шунда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, үҙ тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Һуңынан беҙҙең өсөн “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”, “Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”на индереү өсөн инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессия үтте. Беҙ бәләкәй төркөмдәргә бүленеп (6-7 кешенән торған), һәр төркөм әлеге ваҡытта ниндәй телгә ҡағылған тренд бар, шуның икәүһен яҙырға тейеш инек. Мәҫәлән, ни өсөн беҙ башҡорт телен ғаризалар яҙып уҡырға тейеш? Һәм ошо һайлаған ике тренд нимәгә алып килә, тигән һорауға яуап эҙләнек. Ә инде өсөнсө этабында нисек был трендты үҙгәртеп, юҡҡа сығарып була, тигән һорауҙарға яуап бирҙек. Съездың икенсе көнөндә иһә 7 майҙансыҡ эшләне. Бында сығыш яһаусылар билдәле ине һәм уларҙың сығыштары буйынса тәҡдимдәр ҙә индерелде,шулай уҡ әңгәмә барышында барған тәҡдимдәрҙе лә резолюцияға индерҙеләр. Тағы ла башҡорт телен уҡытыуҙың яңы алымдары, уҡыусыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре лә ҡаралды. Ғөмүмән алғанда, көн үҙәгендә күтәрелгән мәсьәләләр етди ҡаралды. Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезының ошолай юғары кимәлдә заманса ойошторолоуы һоҡландырҙы ла, шатландырҙы ла. Юғары хөкүмәт етәкселегенең шундай ҙур иғтибары күңелдәрҙә дәрт, өмөттәр уятты.

Ошо башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезына барыуыма бик шатмын. Мин был съездан яңы ижади эштәргә дәртләнеп, көс-дарман алып ҡанатланып ҡайтттым. Беҙ башҡорт теле уҡытыусылары ошондай ҙур иғтибар булғанда тағы ла дәртләнеп, ижади үрҙәргә ынтылып эшләрбеҙ һәм съезд ҡарарҙарының тормошҡа ашыуына ышанабыҙ.


Гүзәл Рәйес ҡыҙы Ғәзимова съезда ҡатнашҡан Бәләбәй делегацияһы ағзаларының дөйөм фекерен белдерҙе: "Бындай тырыш, тел өсөн йәнен биреп эшләнгән етәксе Радий Хәбир улы бар икән, башҡорт телебеҙ сәскә атасаҡ, модалы ла буласаҡ".
Читайте нас: