Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Май 2019, 13:05

Һәр минут иҫәпле

Тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә “Малиновка” кооперативы, “Сулпан” йәмғиәте, Баженов, Өҫән-Ивановка ауыл советтары ауыл биләмәләренең крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре кереште


Тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә “Малиновка” кооперативы, “Сулпан” йәмғиәте, Баженов, Өҫән-Ивановка ауыл советтары ауыл биләмәләренең крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре кереште

Яҙғы сәсеү кампанияһында Исмәғил Хөснөтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы алда бара. Хужалыҡта ҡыҫҡа ваҡытта күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматҡандар. Әлеге ваҡытта дым ҡаплаталар, һоло һәм көнбағыш сәсәләр. Фермерҙың бөртөклө культуралар өсөн – ике һәм аралыҡлы культуралар өсөн тағы ике заманса сәсеү комплекстары бар. Береһе быйыл һатып алынған.

Көнбағыш сәселгән баҫыу ситендә беҙ механизатор Максим Никитинды туҡтаттыҡ. Ваҡытын әрәм итмәҫ өсөн ул “Беларус-892” тракторының кабинаһынан ғына һөйләште.

– Төшкө һәм киске ашты баҫыуға килтерәләр. Техника ватылһа, кәрәкле частарҙы ла бында килтерәләр. Ерҙә дым аҙ, шуға күрә йәһәтерәк эшләргә кәрәк, – тине лә ул эшен дауам итте.

“Малиновка” кооперативы баҫыуҙарында ла сәсеү эштәре йылдам бара. Беҙ килеп еткәндә, тракторсы Николай Байков һолоноң нисек сәселеүен тикшерә ине. Күп йылдар ауыл хужалығында эшләгән механизатор һәр йыл, тәүләп сәсеүҙә ҡатнашҡандай, яланға сығыр алдынан тулҡынланыуын әйтте.


“БХ” белешмәһе

МР хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, районда 70 хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәре менән мәшғүл, шул иҫәптә 10 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 60 крәҫтиән-фермер хужалығы. Сәсеүҙә 206 берәмек техника ҡулланыласаҡ. Бөгөнгә 68 берәмек техника сыҡҡан.

Орлоҡтар менән 100 процентҡа, минерал ашламалар менән – 70, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән – 100, яғыулыҡ-майлау материалдары менән кәрәккәндең – 92, запас частар менән 100 процентҡа тәьмин ителгәндәр. Тракторҙар паркы 99 процентҡа әҙер, шул иҫәптән 74 процент тракторҙар һәм 48 процент тағылмалар техник ҡарау үткән.


Шул арала

Яҙғы баҫыу эштәре 13 400 га майҙанда башҡарылған, шуларҙан 1600 гектар ужым баҫыуы өҫтәмә ашлатылған; 4600 га – күп йыллыҡ үләндәр тырматылған; 200 га – күп йыллыҡ үләндәр ашланған, 6900 га – дым ҡаплатылған; 100 га – яҙғы культуралар сәселгән.

Яҙғы культураларҙы 27 969 гектарҙа сәсеү күҙаллана ( 2169 гектарҙа ҡайтанан сәсеүҙе иҫәпкә алып). Шуларҙың 14 899 гектары – яҙғы культуралар, орлоҡҡа көнбағыш – 3181 га, мал аҙығы культуралары – 4564 га, картуф, башҡа йәшелсәләр – 68,5 га, рапс, бөҙрә етен кеүек ҙур килемле культуралар – 1019 га.

Ужым культуралары барлығы 9097 гектарға сәселгән, шуның 6928 гектары (76,1%) яҡшы ҡышлаған. Ҡабатлап сәсер өсөн районда орлоҡтар етерлек.


Римма Солтанова
Читайте нас: