Туҙлыҡуш ауыл Советы ҡарамағында йәмәғәт башланғысында эшләп килгән музей экспонаттарыныңиң күбеһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмды тар-мар итеүҙә тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән яҡташтарыбыҙға бағышланған. Бында күп кенә һуғыш ветерандарының иҫтәлектәре һаҡлана.
Бөгөн һүҙ шуларҙың береһе – Усманов Мирғәрифән Ғариф улы тураһында.
Фашист концлагерҙары тамуҡтарын, аслыҡ, яланғаслыҡ, рейх өсөн ауыр хеҙмәт, мәсхәрәләүҙәрҙән, төҙәлмәгән яраларҙан, туҡмауҙарҙан иҫән ҡалғандар араһында Башҡортостанда С.Ф. Горохов етәкселегендә төҙөлгән 124-се айырым уҡсылар бригадһы ҡыҙыл армеецы Мирғәрифән Усманов та бар.
Уның ике ағаһы – Мирғәлим менән Мәғәриф, бик күп ауылдаштар кеүек, һуғыштың беренсе көндәрендә үк фронтҡа алыналар. Ә Мирғәрифән ағайҙы бронь менән ҡалдырып торалар. Саҡырыуҙы һуңлатыу сәбәбе етди булған. Ул – Туҙлыҡуш элемтә бүлеге начальнигы – бер үҙе 17 ауылды хеҙмәтләндергән. Ә иң мөһиме – Ҡыҙыл Армия сафтарында өс йыл хеҙмәт иткән һәм 1938-1940 йылдарҙа бер нисә тапҡыр хәрби курстар үткән егетте хәрби комиссариат всеобуч начальнигы итеп ҡуйған. Ул ауыл Советында әлегә һуғышҡа алынмаған кешеләрҙе ябай хәрби күнекмәләргә өйрәтә.
1942 йылдың 3 майында үҙе лә фронтҡа китә. 124-се айырым уҡсылар бригадаһы сафында Мәскәү янына килтерелә, унан Сталинградҡа ебәрелә.
Мирғәрифән ағай барған эшелон ҡалаға 60 км ҡалған арала бомбаға тотола. Поезда барыу мөмкинлеге ҡалмау сәбәпле, иҫән ҡалған һалдаттар, арҡаларына ҡоралдарын аҫып, был араны йәйәү үтәләр. 23 августа улар Аҡтүбә станцияһына килеп етәләр һәм шунда уҡ тағы бомбаға тотолалар. Нәҡ ошо көндә дошман Сталинградты бомбаға тота һәм алыҫҡа ата торған артиллерия ҡуллана. “Сталинград яна, ут һәм төтөн, туҙан, тонсоҡторғос ҡором эҫе. Фашистар ҡаланы һәм ҡала яны объекттарын туҡтауһыҙ бомбаға тота. Беҙҙе трактор заводын һаҡларға ебәрҙеләр”, – тип иҫкә ала ветеран. Билдәле булыуынса, ҡаланың төньяҡ ситендә урынлашҡан был завод дошман ғәскәрҙәре юлында ҙур тотҡарлыҡ яһай. Мирғәрифән ағай 28 көн был объектты һаҡлау өсөн барған алыштар тамуғын кисерә. “Волгала нефть ташыусы танкерҙар утҡа тотолоп, һыу өҫтөнә нефть ағып, йылғаны ҡаплаған. Ул дөрләп яна. Нефть һаҡлағыстар шартлай. Бөтөн тирә-яҡ ут эсендә, төтөн аша бер ни күренмәй ине”, – тип дауам иткән ул. Ниһайәт, 15 октябрҙә 62-се армия позицияларын өҙөп, дошман трактор заводын ҡулға төшөрә. Яҡташыбыҙ был көндө булған ваҡиғаларҙың береһен дә күрмәй – 28 сентябрҙә яраланып, һушһыҙ ятҡан килеш әсирлеккә эләгә.
Уны бер хутор янында тимерсыбыҡ менән уратып алынған асыҡ урынға килтерәләр. Бында әсирҙәр байтаҡ була. “Бына шунан башланды инде михнәттәр, – тип дауам итә ул. – Ҡасырға берәр яй сыҡмаҫмы, тип ҡаранам. Ҡайҙа ул! Һәр 10-15 м һайын автоматсылар тора. Бер нисә эт тә бар. Ҡайҙа ҡарама, әсирҙәр нәмәлер эҙләнә, ағас киҫәктәре менән ер соҡой. Бында ике аҙна эсендә үләндең әҫәре лә ҡалманы, тамырҙарына тиклем ашалып бөттө. Тамыр менән тупраҡ та ашалды инде...”
Һуғыш дауам иткәнде лагерь янынан ҡорал, йәйәүлеләр тейәлгән йөк машиналары көнсығышҡа табан туҡтауһыҙ ағылыуынан самалайҙар. Сталинградты немецтар алғандыр, тип уйлайҙар. “Лагерҙа саҡта ҡолаҡтар һаман асылмай, бер нәмә ишетмәһәм дә, бөтөн нәмәне аңлайым. Һәр саҡ ҡурҡыныс янап торғас, уяу булаһың икән ул. Ҡул да төҙәлмәй. Ҡояш байығансы, ер йылы саҡта бер-беребеҙгә һыйынып ятабыҙ. Иртән тороуға арала ятҡан бер нисә кеше урынынан тора алмай – тереләр үлеләр менән төн уҙғарған осраҡтар йышая башланы”.
Әсирҙәр араһында бер йәш рус егете – фельдшер була. Ул яҡташыбыҙға бик ярҙам итә. әсирҙәрҙе тимер юл станцияһына ремонт эштәренә йөрөтәләр. “Немецтар күрмәгәндә яңы запчасть урынына иҫкеһен ҡуйып ебәрә инек. Көндәрҙең береһендә бер рус егете вагон аҫтына йәшеренептер инде, ҡасҡан. Уны тотоп килтермәнеләр, уның ҡарауы, беҙгә ҡарата тәртип тағы ла ҡатыланды. Этле һаҡсылар артты. Ҡыҙыҡ өсөн кешене туҡмап йә атып үлтереү, эт һөстөрөп, мыҫҡыл итеү улар өсөн бер ни түгел”.
1943 йылда уларҙы Көньяҡ Германияның Үҙәк концлагерына күсерәләр. Мирғәрифән ағай бында ҡорал заводына билдәләнгән төркөмгә эләгә. Ашатыу ҙа бер аҙ яҡшырған кеүек. Бында ла һиҙҙермәҫкә тырышып, үҙебеҙсә фрицтарға зыян итергә өйрәндек. Мин немец автоматтары өсөн патрондар сығарыу цехында эшләнем. Әрйәләргә төҙөк патрондар араһына яраҡһыҙҙарын да тултырып ебәрә инек”. Бик һаҡ булырға тура килә уларға, һиҙһәләр, шунда уҡ аталар.
1944 йылдың апрель башында Белоруссия фронтының 13-сө гвардия дивизияһы разведчиктары көтмәгәндә лагерға һөжүм итәләр. Атыу, рус телендә һүҙҙәр ишетеп, тотҡондарҙы һаҡсылар барактарға ҡыуып индерергә тырышып ҡарайҙар. Ләкин әсирҙәр, ҡайҙан көс-ғәйрәт алғандыр, өйөрҙәре менән дошмандарға ташланалар, ҡоралдарын тартып алалар, үҙҙәрен аталар, быуалар... Бик аҙҙары ғына ҡасып ҡотола. Лагерь ҡапҡалары асылғас, тотҡондар разведчиктар менән осрашалар. Шулай итеп, мең төрлө яфалар сиккән, михнәттәр күргән, һанауһыҙ көндәр үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, ҡоро һөйәккә ҡалған әсирҙәргә азатлыҡ килә. Өҫтәмә отрядтар килгәс, уларҙы ашаталар, йыуындыралар, кейемдәрен алмаштыралар, ял иттерәләр. Иҫән ҡалғанына ышанып та бөтә алмаған тотҡондар, шул уҡ дивизия составына ҡушылып, Германия еренә бәреп инә, ярһып үс ала. Мирғәрифән ағай ҙа дивизия составында ҡулына яңынан ҡорал ала. Эльба, Висла йылғаларын кискәндә батырлыҡ күрһәтә, Дрезден ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға барып етеү хаҡында хыяллана. Ләкин был дивизияға йырҙарҙа йырланған гүзәл Злата Праганы азат итергә бойороҡ бирелә. Шулай Мирғәрифән ағай еңеү көнөн Прагала ҡаршылай.
Май аҙағында һалдаттарҙың күпселек өлөшөн эшелондарға тейәп, Тыуған илгә оҙаталар. Үҙ иленә ҡайтып барған яугирҙарҙы тағы ҙур фажиғә көтә: Будапештты уҙып барғанда эшелон аварияға эләгә. Мирғәрифән ағай булған вагонда 27 һалдаттың 18-е һәләк була. Был әле бер вагонда ғына! “Мине был юлы ла Хоҙай ҡотҡарҙы, – ти инде ул. – Контузия һәм еңелсә яраланыу менән генә иҫән ҡалдым. Күпме фронт юлдарын үтеп, күпме иптәштәрҙе юғалтып, аяныслы хәлдәр кисереп, иҫән ҡалғас, инде һуғыш бөткәс, күпме кешенең өмөтө, ғүмере өҙөлдө”, – тип уфтана ине ул.
Тыуған ауылына ҡайтыу менән ул яратҡан эшенә – элемтә бүлеге етәксеһе – тотона һәм шул бер урында 33 йыл эшләй. Беҙҙең генә түгел, ә үҙе хеҙмәтләндергән тирә-яҡ ауылдарҙа ла иң юғары абруйлы кеше була. Ҡатыны Сәүиә апай менән өс бала үҫтерә, уларға юғары белем бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Фәнил фажиғәле һәләк була. Ҡыҙҙары Люзиә Өфөлә теш табибы булып эшләне. Ә Резеда Ильина яратҡан район газетаһында оҙаҡ йылдар эшләп, лайыҡлы ялға сыҡты. Атаһы өлгөһөндә тырыш, эшенә яуаплы, абруйлы журналист булды.
Усманов ағай (ауылда уны яратып шулай өндәшәләр ине) күп тарҡырҙар ауыл Советы депутаты итеп һайланды. Уҡыусы балалар менән йыш осрашты, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ярҙам итте. Тыныс холоҡло, тыйнаҡ, сабыр, ярҙамсыл, юғары әхлаҡлы кеше ине. Уның фотоһы Бәләбәй элемтә бүлегенең Маҡтау таҡтаһынан төшмәне. “Батырлыҡ өсөн” һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп һанлы миҙалдарына тыныс тормошта хеҙмәттәге уңыштары өсөн наградалары ҡушылды, Почетлы элемтәсе исемен йөрөттө.
Рима Исхаҡова, Туҙлыҡуш ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе