Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май 2019, 17:51

Хәҙер туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү юлдары ниндәй?

Республикабыҙҙа ошо май айында I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы йомғаҡтары буйынса төбәк конференциялары уҙҙы. Көньяҡ-көнбайыш төбәк форумы Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында үткәрелде.






Республикабыҙҙа ошо май айында I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы йомғаҡтары буйынса төбәк конференциялары уҙҙы. Көньяҡ-көнбайыш төбәк форумы Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында үткәрелде.

Мәртәбәле сараға Әлшәй, Миәкә, Баҡалы,Бишбүләк, Бәләбәй, Бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран, Туймазы райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған телдәр буйынса методистар, белем биреү ойошмалары етәкселәре, ата-әсәләр, райондар ҡоролтайҙары вәкилдәре – барлығы 200-ләп делегат саҡырылды. Конференция башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа фәнни-методик ярҙам күрһәтеү, яңы эш алымдары эҙләү һәм съезда күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу маҡсатында ойошторолдо.

Сараны асыу тантанаһында Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин, МР Советы секретары Артур Садиҡов, Мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Лаврова, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – БР Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғарифты үҫтереү буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, филолоия фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Гөлназ Ишбаева ҡатнаштылар. Йыйылғандарҙы Александр Смородин һәм Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова йылы сәләмләнеләр. Белем биреү ойошмаһының талантлы уҡыусылары сәхнәлә сағыу әҙәби-музыкаль композиция күрһәтеп, конференцияла ҡатнашыусыларҙы емешле эшкә дәртләндерҙе.



Артабан уҡытыусылар өс майҙансыҡта – “Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар” һәм “Мәктәпкәсә белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” темаларына сығыштар тыңланы һәм фекер алышты. Майҙансыҡтар эшен Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Зөлфиә Ғилманова, Әлфиә Әбделмәнова һәм Гөлназ Ишбаева алып барҙылар. Уҡытыусылар алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, съезд йомғаҡтары буйынса фекер алышты һәм республикабыҙҙың дәүләт телен өйрәнеү йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе.











Конференцияның пленар өлөшөн республиканың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева алып барҙы. Ул уҡытыусыларҙың съезд ҡарарҙарын, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың , мәғариф министры Айбулат Хажиндың тәҡдимдәрен хуплауҙарын билдәләп үтте. Шулай уҡ Әлфиә Закир ҡыҙы көньяҡ-көнбайыш төбәк райондарында күпме баланың башҡорт телен өйрәнеүе тураһында сағыштырма һандарҙы анализланы, майҙансыҡтарҙа индерелгән тәҡдимдәр йәһәтенән фекерҙәре менән бүлеште. Министр урынбаҫары Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенә, Мәғариф идаралығына, Башҡорт гимназия-интернаты етәкселеге һәм коллективына конференцияны ойошҡан рәүештә һөҙөмтәле уҙғарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.



Әлфиә Әбделмәнова менән Гөлназ Ишбаева сығыштарында уҡытыусыларҙы заман технологияларын, электрон дәреслектәр, ғөмүмән, интернет мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙылар.

Конференция резолюцияһына ошондай тәҡдимдәр инде: башҡорт телен өйрәнеүҙе балалар баҡсаһынан башлауҙы индерергә; башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү йәһәтенән ата-әсәләр менән маҡсатҡа ярашлы эш алып барырға; уҡытыусыларҙы күп һанлы ҡағыҙ яҙыу эшенән азат итеп, күберәк иғтибарҙы балалар уҡытыуға йүнәлтергә; мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың ҡоролтайҙарын ойошторорға; башҡорт теле дәрестәрен шәмбе көндәрҙә уҡытыуҙы туҡтатырға; башҡорт телен Берҙәм дәүләт имтихандары иҫәбенә ҡайтарырға һәм Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын бер нисә тел өйрәнелеүсе лингвистик үҙәк итеп үҙгәртергә.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Динар Минәжев фотолары

Туймазы районы уҡытыусылары фекере:

– Беҙҙе бик йылы итеп, ҡунаҡсыл ҡаршы алдылар. Уҡыу кабинеттарын, гимназия тарихы музейын күрәһәттеләр. Ошондай юғары кимәлдәге гимназияла белем алыу – балалар өсөн ҙур бәхет, тип уйлайбыҙ. Майҙансыҡта бик ҡыҙыҡлы эш тәжрибәһе күрҙек, дәрестәрҙе нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеү, ата-әсәләр менән нисек эшләү тураһында фекер алыштыҡ.

“БХ” белешмәһе

Башҡорт гимназия-интернатында һәм Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбендә 309 бала туған башҡорт телен өйрәнә (был райондағы башҡорт милләтле 672 баланың 46 проценты).

16 мәктәптә башҡорт милләтендәге 322 бала (47,91 %) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. 9415 башҡорт булмаған уҡыусы (90,78 %) башҡорт дәүләт телен өйрәнә. Дүрт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында (22-се, 24, 27, 35-се балалар баҡсалары) башҡорт теле өйрәнелә.

2018-2019 уҡыу йылында дөйөм белем биреү ойошмаларында 37 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй.




Читайте нас: