Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2019, 12:48

Хәлең нисек, ауыл?

Ауыл, ауыл... Бөтөн ил күргәнде, кисергәнде бергә күргән, бергә кисергән, оло Ватан өсөн лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән, ҡәҙерле, күңелгә яҡын ер. Һин боронғо ла, һин заманса ла. Уйлап ҡараһаң, барлай бащлаһаң, беҙҙең күбебеҙ ауылдан сыҡҡан, бөгөнгө ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең дә нәҫел тамырҙары һин – ауылға барып тоташҡан.Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисерһәң дә, ниндәй генә проблемаларың булһа ла, һин, изге әсәләй, мәрхәмәтле, оло йәнле булып ҡалаһың, ҡайтҡан һәр балаңды ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алаһың, хәйер-фатихаңды биреп оҙатып ҡалаһың. Ә үҙеңдең хәлең нисек, ауыл? Һөйлә әле, хәбәрҙәреңде район һәм ҡала халҡына еткер әле.

Ауыл, ауыл... Бөтөн ил күргәнде, кисергәнде бергә күргән, бергә кисергән, оло Ватан өсөн лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән, ҡәҙерле, күңелгә яҡын ер. Һин боронғо ла, һин заманса ла. Уйлап ҡараһаң, барлай бащлаһаң, беҙҙең күбебеҙ ауылдан сыҡҡан, бөгөнгө ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең дә нәҫел тамырҙары һин – ауылға барып тоташҡан.

Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисерһәң дә, ниндәй генә проблемаларың булһа ла, һин, изге әсәләй, мәрхәмәтле, оло йәнле булып ҡалаһың, ҡайтҡан һәр балаңды ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алаһың, хәйер-фатихаңды биреп оҙатып ҡалаһың. Ә үҙеңдең хәлең нисек, ауыл? Һөйлә әле, хәбәрҙәреңде район һәм ҡала халҡына еткер әле.



Мәтәүбаш. Һигеҙ ҡул да етмәҫ

Бөгөнгө көндә Мәтәүбаш ауылы халҡының күпселеген өлкән йәштәгеләр тәшкил итһә лә, йәш ғаиләләр ҙә юҡ түгел, иң һөйөнөслөһө – балалар һаны арта. Әйтәйек, бер нисә йыл элек Лиана менән Тимур Шәймәрҙәновтар ғаиләһе Мәтәүбашҡа йәшәргә килеп, Хеҙмәт урамынан өй һатып алғайны. Ике балалы был ғаиләгә быйыл март айы оло бәхет бүләк итте – әсәй кеше мәктәптә уҡыусы Артур менән өс йәшлек Арыҫланға ҡусты һәм һеңлекәштәр – өс игеҙәк сабый алып ҡайтты! Сабыйҙарға ауыл имамы Нур Йәркәев шәриғәт ҡушҡанса исемдәр ҡушты: Самир, Әминә һәм Әмирә. 1 мартта тыуған кескәйҙәргә өс айҙан артыҡ. Хәҙер бер-береһенә ярҙамсылар булып ғаиләлә өс малай һәм ике ҡыҙ үҫә. Әсәләре Лианаға төндәрен йоҡо күрергә тура килмәй, әлбиттә, көндөҙ ҙә мәшәҡәттәре баштан ашҡан, кем әйтмешләй, ике түгел, һигеҙ ҡул да етмәҫ, уның ҡарауы бер ҡыйындың, был осраҡта өс ҡыйындың тип әйтһәк тә була, өс рәхәте, һис шикһеҙ, булыр әле. Атай кеше вахта ысулы менән Себерҙә аҡса эшләй – балаларҙы ашатырға-кейендерергә кәрәк!

Бәхетле булып үҫһен, сабыйҙар!

***

Мәктәп тормошонда ла яңылыҡ бар – Афғанстан һуғышында һәләк булған Фидаил Вәлиуллин менән Алик Силибаевтың иҫтәлекле таҡтаташтарын яңырттылар.



Аҡбаҫар. Алтынсыһы ла – малай!

Мәтәүбаш ауыл Советына ҡараған, шаҡтай оҙон бер урам булып һуҙылып киткән Аҡбаҫар ауылы халҡы, башҡа ерҙәге кеүек, яҙғы-йәйге мәшәҡәттәр менән мәшғүл: картуф ултыртылды, түтәлдәр ҡаҙылды, малдар көтөүгә сыҡты инде. Ә ауылдың, уның тирә-яғының йәй башында ғына була торған матурлығын һөйләп бөтөрлөк түгел.

Күптән түгел ауылдың ғына түгел, бөтөн тирә-яҡ халҡын хайран ҡалдырған шәп ваҡиға ла бар әле бында. Беләһегеҙ килһә, Әлфиә менән Азат Шафиҡовтар бала табыу йортонан алтынсы сабыйҙарын алып ҡайтҡан. Хоҙайҙың рәхмәте, алтынсы балалары ла – малай!

Исемдәре генә лә йырлап тора: өлкән улдары Булат исемле, бөгөнгө көндә армия хеҙмәтендә, икенсеһе – Ринат, Октябрьский ҡалаһында уҡый, өсөнсөләре Илшат Мәтәүбаш мәктәбендә 9 класты тамамлай, Саматтары 8 класҡа күскән, бишенсе улдары Айназ, уны мәктәп автобусында ағалары менән бергә балалар баҡсаһына йөрөтәләр, ә ике айлыҡ төпсөктәренә Айнур тип исем ҡушҡандар.

Бер түбә аҫтында өс быуын Шафиҡовтар бергә йәшәй. Чечняла хеҙмәттә булған аталарына, әсәләренә һәм өләсәйҙәре Гөлсөм апай бәхетенә, буласаҡ ил һаҡсылары иҫән-һау үҫә күрһендәр.



Ирек. Балҡып тора мәсет

Бәләбәйҙән Мәтәүбашҡа барған юл ҡырында һул яҡлап бәләкәй генә бер татар ауылы ҡала. Туҙлыҡуш ауыл Советына ҡараған был ауылдың исеме бигерәк күңелгә ятышлы – Ирек. Юлдың уң яғында ҡойма менән яҡшылап әйләндереп алынған зыяратынан башҡа уның клубы ла, мәктәбе лә, магазины ла юҡ. Хәйер, Туҙлыҡуш кеүек ҙур ауылдарҙа ла мәктәптәр тарихта ҡалды.

Күпселек оло йәштәге ағайҙар, апайҙар йәшәй Иректә. Улар үҙ хужалыҡтарында ҡыштыр-мыштыр килеп, ялға балалары йәки ейәндәре ҡайтҡанын көтөп, телевизорҙан төрлө тапшырыуҙар ҡарап йәшәү рәүешенә күнегеп бөткәндәр ине булһа кәрәк. Күптән түгел ошо ауылға йән керҙе лә ҡуйҙы – унда йыйнаҡ ҡына, әллә ҡайҙан балҡып ултырған мәсет ҡалҡып сыҡты.

5 июндә бында беренсе тапҡыр изге Ураҙа байрамы ойошторолдо. Унда Бәләбәй районы имам-мөхтәсибе Фәрхәт Хәмитов ҡтнашты. Ирек ауылы халҡы мәсет һалдыртҡан ауылдаштары Рәмил Ғәлимовҡа сикһеҙ рәхмәтле.



Тулыҡуш. Үҙ ҡаймағыңа етәме һуң?

Элек-электән беҙҙең халыҡ баҡса үҫтереп, мал аҫрап йәшәгән. Ни генә тимә, иркен болондарҙа һыуһыл үләндәр ашап, тәмле һөт алып ҡайтҡан Һөтлөбикәңдең һөтөнән үҙең айыртҡан ҡаймағына етәме һуң!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мал-тыуар, һыйыр аҫраусылар ныҡ ҡына кәмене. Һанай китһәң, уның сәбәптәре етерлек инде. Шулай ҙа, ауылдың элекке традицияларына тоғро ҡалып, бөгөнгө көндә лә һыйыр, һарыҡ аҫраған тырыш кешеләр бар.

Әйтәйек, Туҙлыҡуш ауылында бер түгел, көтөү хатта икәү.

– Беҙҙең остағыһында эре малдар һаны 60-65-кә етә, һарыҡтар ҙа 70-80-ләп булыр, – ти ауыл хәбәрсеһе Камил Фазлетдинов. – Ауыл үҙ яйы менән йәшәй, шатланып яңы иртәләрҙе ҡаршы алабыҙ, тыныс күңел менән кистәрҙе оҙатабыҙ. Тиҙҙән бесән өлгөрәсәк, күстерә саба башлаясаҡбыҙ...

Ауыл көтөүҙәрен, күп ауылдарҙағыса, сиратлап көтәләр, йәшерәктәр үҙҙәре сыға, ә олораҡтар йә берәр ауылдашының сығыуын үтенә, йәки ҡаланан балалары ҡайта – нисек тә әмәлен табалар.

Башта бик эҫе торһа ла, майҙың икенсе яртыһында көндәр һалҡын булды, бер нисә мәртәбә ҡырау төшөп, ултыртылған түтәлдәрҙе харап итте. Әммә ауыл халҡы төшөнкөлөккә бирелмәгән – ҡырау һуҡҡан йәшелсә үҫентеләрен ҡабаттан ултыртҡан.


Яңы Һарай. Хәтер аллеяһы үҫә

Дүрт йыл элек, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайы менән яуҙан ҡайтмаған ауылдаштары хөрмәтенә бында Аҡ шишмә тауы битенә биш рәт итеп шыршы һәм ҡарағай үҫентеләренән Хәтер аллеяһы ултыртҡайнылар. Быйыл ҡороғандары урынына яңы үҫентеләр ултыртҡандар.

– Килер бер көн, был аллея матурлығы менән дә һоҡландырыр, һуғышта баштарын һалған ауылдаштарҙы бер ваҡытта ла онотмаҫҡа кәрәклеген киләсәк быуындарҙың да хәтеренә төшөрөп торор. Ҡуйы үлән араһынан улар инде күренеп торалар, ярайһы уҡ баш ҡалҡыттылар, – ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ринат Ҡорманҡаев.

Зәйфә Сәлихова.

Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: