Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июнь 2019, 17:16

Эш кешеһенә хөрмәт йөҙөнән

Ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонда тағы бер күренекле ваҡиға булды. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, элек “Автонормаль” заводының генераль директоры урынбаҫары Э.Р. Абдразаҡовтың яңы китабы донъя күрҙе. Ул һәүәҫкәр Бәләбәй авторҙары китапханаһын тулыландырҙы.



Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, элек “Автонормаль” заводының генераль директоры урынбаҫары Э.Р. Абдразаҡовтың яңы китабы донъя күрҙе. Ул һәүәҫкәр Бәләбәй авторҙары китапханаһын тулыландырҙы.

Баҫма ғәҙәти түгел – ул Бәләбәйҙең ғорурлығы һәм визит карточкаһы булған ике предприятие эшмәкәрлеге тураһындағы үҙенсәлекле трилогияны йомғаҡлау булды. Үҙенең иҫтәлектәрен Эльверт Рөстәмхан улы ҡаланың иң йәш предприятиеһы – “Автонормаль” заводына бағышлаған. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ул хеҙмәт биографияһын шунда башлай. Беренсе томда – “Легендар гайкалар эшләү цехы хаҡында. Һәм ул хаҡта ғына ла түгел” – ул заводтың үҙе мастер, цех начальнигы булып эшләгән иң алдынғы коллективтарының береһенең аяҡҡа баҫыуы һәм үҫеше, уның эшселәре хаҡында йылы итеп, ихтирам менән һөйләгән.

Икенсе китап – “Автонормаль” – минең яҙмышым” – ҙур машиналар эшләү предприятиеһы тураһында энциклопедия тиергә була: уның һәр цехы, бүлеге хаҡында яҙған.

Өсөнсөһө – “Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты”. Һәм уның хаҡында ғына ла түгел” – ҡаланың иң боронғо предприятиеһына бағышланған. Ошо предприятие менән автор туғыҙ йылға яҡын етәкселек иткән, шунан хаҡлы ялға сыҡҡан.

Хеҙмәт ветеранының хәтирәләре үҙенсәлекле. Автор үҙе генә яҙмай, ә китап өҫтөндә эшләргә үҙенең коллегаларын – автонормалдәрҙе, спирт-араҡы заводында эшләгәндәрҙе йәлеп итә. Улар ижади эшкә ихлас ҡушыла. Коллегалары һәм китап авторы менән бергә эшмәкәрлек тураһындағы ҡайһы бер мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡырға була. Был коллективтарҙа осраҡлы кешеләр эшләмәүе тураһында һөйләй – Улар үҙҙәренең һөнәрен яратҡан, тыуған предприятиелары уңышлы эшләһен өсөн барыһын да эшләгән. Дөйөм тырышлыҡ менән ике предприятие ла беҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә яҡшы билдәле.

Өс китаптың тағы бер үҙенсәлеге – фотоларҙың күплеге, улар авторҙың, уның ҡул аҫтында эшләгән кешеләрҙең иҫтәлектәрен яҡшы күҙ алларға ярҙам итә. Китапты уҡыусылар фотоларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай, сөнки улар шул йылдарҙағы традициялар һәм ҡиммәттәр тураһында һөйләй. Уларҙың иң мөһиме – хеҙмәт кешеһенә хөрмәт, уның матди һәм әхлаҡи именлеге хаҡында хәстәрлек.

Иғтибарлы китап уҡыусылар китаптың исемендәге “Һәм уның хаҡында ғына ла түгел” тигән яҙыуға иғтибар иткәндер. Ысынлап та, хәтирәләрҙең ҡоласы киң, был китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра ғына. Мәҫәлән, Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты хаҡындағы китапта тарихи мәғлүмәттәр күп – ҡала, предприятие хаҡында. Бынан тыш автор үҙенә хас юмор менән араҡы эсеү культураһы һәм күп һөйләнгән рус эскеселеге хаҡында фекер йөрөтә.

Шулай уҡ китап уҡыусы авторҙың, ул етәкселек иткән коллективтарҙың ниндәйҙер мөнәсәбәте булған ҡаланың башҡа предприятиелары тураһында ла белергә мөмкин...

Йомғаҡлап, өс хәтирәләр китаптарының уникаллеген билдәләргә мөмкин. Эльверт Рөстәмхан улы Абдразаҡов – ҡала кимәлендә эш кешеләре, белгестәр тураһында, уларҙың һөнәрилегенә, тырыш хеҙмәтенә тейешле ихтирам күрһәтеп, аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп яҙыусы берҙән-бер етәксе.

Ася Кәбирова, әҙәби мөхәррир һәм хәтирәләрҙе төҙөүсе
Читайте нас: