Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2019, 18:08

Һабантуй ул – йәшәү йәме, тәме

Мәтәүбашта яратҡан халыҡ байрамы ауылдың 300 йыллыҡ юбилейына бағышлап уҙғарылды

Был ауылда тыуып-үҫеп, ҡош балалары кеүек илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралғандар ғына түгел, яҡшы эш-ғәмәлдәре, хеҙмәт һөйөүсән халҡы менән абруй ҡаҙанған төйәкте яҡын күргән бик күптәр йыйылды хозур тәбиғәтле Аҡ шишмә аҡланына. Унан һуңғы йылдарҙа районда берҙән-бер ауылда ойошторолоусы һәм әйтергә кәрәк, шәп ойошторолоусы Мәтәүбаш һабантуйының даны күптән инде бар тирә-яҡҡа билдәле.

Быйылғы һабантуйҙың матурлығын, хистәр ташҡынын, осрашыу-күрешеү шатлығын, биҙәктәрен, унда ойошторолған бәйгеләрҙе тәфсилләп яҙа башлаһам, бик күп урын кәрәк булыр ине, шуға күрә ҡайһы бер төп өлөштәренә генә туҡталайыҡ.

Тантаналы шарттарҙа

“Сулпан” йәмғиәте район ауыл хужалығы ойошмалары араһында алдынғы хужалыҡтарҙан иҫәпләнә, район кимәлендә уҙғарылған һабантуйҙа йәмғиәт вәкилдәренең алдынғылар парадында ҡатнашыусы, етәксеһе Урал Нәбиуллиндың бүләкләнеүе быға асыҡ дәлил. Шуға ла Урал Рауил улы, һеҙ ауылдың төп таянысы, минең терәгем тип, баҫыу эшсәндәренә, малсылыҡта намыҫлы хеҙмәт һалғандарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Һабантуйҙың төп бағыусыһы – Илшат Биккинин, һәр йылдағыса, үҙҙәре – өс ул Шәүкәт, Нәфҡәт, Илшат – булдырған аталары Йәүҙәт Әғзәм улы Биккинин исемендәге премияны өс ауылдашҡа тапшырҙы. Был юлы хеҙмәт ветерандары Рөстәм Шаймарҙанов, Фәүзел Төхвәтшин, механизатор Виталий Павлов әлеге премия лауреаттары булдылар.

Һабантуй сәхнәһенә күтәрелеп бүләк алыусылар күп булды был көндө; йәш балалы ғаиләләр (Йәркәевтар, Шаймарҙановтар), яңыраҡ никахҡа инеүселәр (Фазлетдиновтар), үҙ көсө менән йорт күтәреүсе Зәйнуллин Павел, тәрбиәгә алты бала алған Люба менән Руслан Уразаевтар) һ.б.

Һин боронғо ла, йәш тә, Мәтәүбаш!

Өс быуатлыҡ ғүмер... Был дәүерҙә Бәләбәй районының Мәтәүбаш тигән йырлап ҡына торған исемде йөрөткән ауылы ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр генә кисермәгән – оло Ватандың, республиканың айырылғыһыҙ бер өлөшө, таянысы булараҡ, улар менән бергә Мәтәүбаш ауылы халҡы ла тарихи үҙгәрештәр һәм боролоштарҙы ла, ҡайғы-хәсрәттәр һәм шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе лә етерлек кисергән. Шул рәүешле 300 йәштәге ауылдың үҙ йәшәү рәүеше, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары барлыҡҡа килгән, мәтәүбаштар тырышлығы, егәрлеге менән уның башҡа бер ерҙә ла ҡабатланмаған үҙ донъяһы, үҙ милли һәм мәҙәни мираҫы, аҡыл һәм тәжрибә хазинаһы, үҙ матурлығы, рухи көсө тупланған, быуындарҙан быуынға тапшырыла килгән.

Педагогик хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Йәркәева менән бергә һабантуйсылар ауылдың үткәненә сәйәхәт ҡылды – күҙ алдынан революцияға тиклемге ауыл тормошо, революция, аслыҡ афәте, колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, унан һуң да еңел булмаған тормош... күңел күҙҙәре алдынан йүгереп үткәндәй булды. Ауыл тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған бик күп ауылдаштарҙың исем-шәрифтәре аталды.

Колхоз, мәктәп, дауахана, ауылдың рухи, мәҙәни тормошо...

Бөйөк Ватан һуғышы осорона айырым туҡталып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Башҡаса мөмкин дә түгел ине, һабантуй бит 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөнә тура килде.

Өмөт алданманы

Мәтәүбаштың йыр-моң һөйөүсе халҡы быйыл да һабантуйға яратҡан йырсыларҙың киләсәген өмөтләнеп көттө һәм алданманы. Ике республиканың халыҡ йырсыһы Айҙар Ғәлимов, Татарстандың атҡаҙанған артисы Филус Ҡаһиров (икеһе лә Башҡортостан егете), ауыл халҡын, бар ҡунаҡтарҙы ҙур байрам менән ихлас ҡотлап, иң матур йырҙарын бүләк итте. Ике таланттың һабантуй аҡланына ағылған йөрәк моңон бар донъя, хатта йырсы ҡоштар ҙа тын ҡалып тыңланы.

Көрәшһеҙ һабантуй булмай ул!

Күңелдәрҙе елкендергән, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар өҫтәгән ат сабышы ла булды был көндө, күҙ бәйләп сүлмәк тә ваттылар, тоҡ кейеп йүгереү, тоҡ бәреп һуғышыу ҙа онотолманы. Элекке традицияларға замансалары ла өҫтәлде; зәңгәр күкте төрлө төҫтәге парашюттар балҡытты, балаларҙы аттракциондар йәлеп итте, ҡатын-ҡыҙҙарҙы сауҙа рәттәре битараф ҡалдырманы.

Һабантуйҙы һабантуй иткән иң боронғо тамаша, әлбиттә, милли көрәш. Бына ҡайҙа малайҙарҙың буласаҡ батыр икәнлектәре күренә, бына ҡайҙа егеттәрҙең көсө, сәме көрәш майҙанын уратып алған бар халыҡты таң ҡалдыра. Бәләбәй ТИҮ етәксеһе Рөстәм Хәмитов баш хөкөмдар булһа ла, үләнгә ҡырын ятып тамаша ҡылған элекке ауыл батырҙары бында харамлашырға тамсы ла ирек бирмәй.

- Быйылғы һабантуйҙа төп бүләк – тәкә алыр өсөн 16 йәштән алып 40 йәшкәсә 12 көрәшсе майҙанға сыҡты. Дәүләкән районынан Ташлы ауылы егете Илшат Хәмитовты күтәреп атырҙай тиңдәш булманы, тәкә уға эләкте, ти төп хөкөмдар.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Көтөп алынған һабантуй байрамы ауыл йорттарында мул һыйлы өҫтәлдәр артында бик оҙаҡ дауам итте.

... Һәр кемде тәмле һыуы менән һыйлап оҙатып ҡалған Аҡ шишмәнең, еләҫ рәхәтлек биреп торған һылыу ҡайындар, бушап ҡалған аҡландың уйҙарында ниҙәр бар икән? Моғайын, беҙ һеҙҙе һағынып көтөрбөҙ, киләһе йылдарҙа ла осрашырға яҙһын тип уйлайҙыр улар. Осрашырбыҙ, донъялар ғына тыныс булһын.

Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: