Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июль 2019, 13:06

Өҙөлмәһен ине йәш ғүмерҙәр

Бер нисә йылдар элек сибәр, йәш ҡыҙҙың яман шеш ауырыуынан мәрхүм булыуы бөтөн ауылды тетрәткәйне. Күптән түгел Бәләбәйҙә йәшәгән уңған-булған, эше, йәшәү рәүеше менән күптәрҙе һоҡландырған тағын бер ауылдашым, ҡыҙҙарын, ирен ҡалдырып, ошо уҡ сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашты.



Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге яман сир арҡаһында байтаҡ таныштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлөүе тураһында йән өшөткөс хәбәрҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ә бит бер кемдең дә, хатта ҡартайғас та, яҡты донъяларҙы ташлап китәһе килмәй. Уйлап ҡараһаң, тормошобоҙҙан зарланырлыҡ та түгел – ни ашаһаң, шул бар, ял итәм тиһәң – саф һауа, йәнгә һәм тәнгә шифа өҫтәүсе тәбиғәт кенә ни тора. Ниңә һуң йәшел йәй уртаһында һарғайып өҙөлгән япраҡтар шикелле йәш ғүмерҙәр өҙөлә? Сәбәптәре ниҙә? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың сәләмәтлеген нисек һаҡларға?

Ана бит, РФ Сәләмәтлек һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдә эшкә яраҡлы йәштәге һәр дүртенсе ҡатын-ҡыҙ яман шештән вафат була. Тағын үлем осраҡтарының 23 проценты ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары менән бәйле. Өсөнсө сәбәп – тышҡы хәлдәр (19 процент).

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, эшкә һәләтле ҡатындар күберәк Тывала, Чукоткала һәм Кемерово өлкәһендә үлә, иң аҙы – Ингушетияла, Дағыстанда һәм Чечняла икән.

Чечен Республикаһы башлығының пресс-секретары Альви Кәримов төбәктә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ни өсөн һаулыҡ күрһәткесенең иң юғары булыуы тураһында бәйән иткән. Миңә ҡалһа, уларҙың тәжрибәһе беҙҙең иғтибарға ла лайыҡ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм эскелектән баш тартыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле сәйәсәт алып барыу нәтижәһе.


- Мин башҡа республикаларҙағы хәл тураһында әйтә алмайым. Ә беҙҙә ул сараларҙың тулы комплексы – ти Альви Кәримов. – Чечняла ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн көрәш милли идеяға әйләнде. Чечен Республикаһында һеҙ бер генә йәш кешене лә иҫерек килеш күрмәҫһегеҙ – ҙур йәки бәләкәй ҡала булһынмы ул, ҡасаба йәки ауылмы. Әгәр бер нисә йыл элек хәмерҙең зыяны тураһында күп һөйләргә тура килһә, хәҙер урамдарҙа тәмәке тартыу ҙа тыйнаҡһыҙлыҡҡа әйләнде. Ҡатындар эскене бөтөнләй ҡулланмайҙар, тәмәке тартмайҙар, наркотиктарҙы белмәйҙәр, сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар, фитнес менән шөғөлләнәләр, бассейндарға йөрөйҙәр. Йәш ҡыҙҙар ғына түгел, өлкән йәштәге ҡатындар ҙа. Халыҡтың өстән бер өлөшө спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнә. Һәр ҡалала бының өсөн мөмкинлектәр бар. Элиталы фитнес-үҙәктәр менән йәнәшә бик күп ғәҙәти спорт залдары. Беҙҙә физкультура занятиелары – һәр кем өсөн, аҡса түләргә кәрәкмәй. Артыҡ ауырлыҡ бер ҙә хупланмай. Республикала кешеләр даими медицина тикшереүе үтә. Улар сирҙәрҙең аҙып китеүен көтмәй. Әгәр ҡайҙалыр беренсе урынға дауалауҙы ҡуйһалар, беҙҙә беренсе урында һаулыҡты һаҡлау.

Ғөмүмән алғанда, беҙҙә лә республика кимәлендә ла, ҡалала ла сәләмәтлек һағында эшләүселәр, спорт тармағында хеҙмәт итеүселәр кеше ғүмерен оҙонайтыу маҡсатында күп яҡлы ҙур эш башҡара. Спорт залдары ла, спорт-һауыҡтырыу үҙәктәре лә бар. Әммә беҙҙә, Чечнялағы кеүек, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм эскелектән баш тартыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле сәйәсәт тейешле дәрәжәлә түгел, күрәһең. Беҙ үҙебеҙ ҙә сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлауға битараф, сәләмәт йәшәү рәүеше тигән төшөнсәгә нисектер еңел ҡарайбыҙ. Эскелек, тәмәке тартыу кеүек кире күренештәр ҙә тәрән тамыр ебәргән. Миңә ҡалһа, уға ялҡаулыҡ, иренеү кеүек ауырыуҙар ҙа өҫтәлде. Йәшәүҙең матур, ыңғай яҡтарын күреп, үҙенән дә йәм, шатлыҡ өҫтәп йәшәгәндәрҙән яман ауырыуҙар, насар ғәҙәттәр йыраҡ йөрөй төҫлө.

Улай тиһәм, спорт менән шөғөлләнеп, ҡыҙ сағында хатта һабантуйҙың бағана башына менгән бер гүзәл затыбыҙҙы ла яман шеш ауырыуы арабыҙҙан алып китте.


Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: