Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль 2019, 17:00

Һыу инеүҙе хәүефһеҙ итәйек

Республикала һыу инеү сезоны башынан 42 кеше батып үлгән, шуларҙың бишәүһе – бала.

Көндәр эҫетеү менән халыҡ йылға, күл буйҙарына йүнәлә. Күптәр тыйыуға ҡарамаҫтан, һыу инеү өсөн ҡырағай пляжды һайлай. Бындай пляжда һыу инергә бушҡа ғына тыялар тиһегеҙме? Был ысынлап та бик хәүефле. Быға сираттағы дәлил –Якутияла булған хәл.


Лена йылғаһында, ҡырағай пляжда һыу инеп йөрөгәндә өс бала һәм дүрт өлкән кеше батып үлә.

11 кешенән торған төркөм яр буйында ял итә. Иң тәүҙә һыуға балалар төшә һәм бата башлағас, ярҙамға саҡыралар. Тик уларҙы ҡотҡарырға тырышҡан кешеләр хәбәрһеҙ юғала.


Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар килә һәм балаларҙы һыуҙан сығара. Реанимация саралары башҡарып ҡараһалар ҙа, һуң була. Һуңғараҡ водолаздар һыуҙан дүрт өлкән кешенең дә кәүҙәһен таба.


Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре иҫкәртеүенсә һыу инеү миҙгелендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Бигерәк тә балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим. Һауа торошо боҙолған саҡта ҡотҡарыусылар һыу инеүҙән бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә.

Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ. Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Биш йәшкә тиклем балаларҙы яҡында тотоғыҙ, һыу ятҡылыҡтары йәки яр буйы булыуына ҡарамаҫтан. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, нисек үҙеңде һыуҙа тоторға, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ. Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин. Тәү сиратта, сумыр алдынан тәжрибәле «һыу инеүсе» йәки «сумыусы» булыуға ҡарамаҫтан, һыу ятҡылыҡтарын белгән булһағыҙ ҙа, яҡшылап ҡаршылыҡтарҙы ҡарағыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла кәрәкмәй.


Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Иҫереү хәлендә һыуға инеү тураһында, хатта, һүҙ алып барылмай. Һыуҙа бәләгә осраған һәр икенсе кеше эскән булған. Ҡояшта ҡыҙыныу, әлбиттә, файҙалы, тик башҡа күп нәмәләр кеүек үк, аҡыллы иҫәптә генә. Табиптар сикләнгән ваҡытта ғына ҡояшта ҡыҙынырға кәңәш итә: иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 11.00-гә тиклем һәм 16.00-ҙан 19.00-ға тиклем.


Ә бына һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән пляждар һаны беҙҙең республикала етерлекме? Быйыл уларҙың һаны 75 булды. Уларҙың исемлеген республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында табырға була.
Читайте нас: