Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Июль 2019, 13:35

Бите һайын – яратыу

Ҡулымда яҙыусы Камил Фазлыйҙың Бәләбәй типографияһы “табаһынан” саҡ төшкән өр-яңы китабы. Тышына Туҙлыҡуш ауылының матур фотоһүрәте ҡуйылған, ҡайҙа барһаң да, уҡырға үҙең менән йөрөтөрлөк уңайлы ҙурлыҡтағы сираттағы китабын автор “Бәхет ҡошобоҙ – Туҙлыҡушыбыҙ” тип атаған.



Әйтергә кәрәк, исеме есеменә бик тә тура килә – шағир был йыйынтығын тыуған ауылының 275 йыллыҡ юбилейы уңайы менән сығарған һәм Туҙлыҡушҡа, уның гүзәл тәбиғәтенә, күркәм кешеләренә дан йырлаған ижад емештәрен, яҡташтарына йылы бағышлауҙарын туплаған.

Ғүмере буйы тыуған ерендә йәшәгән, тыуған нигеҙ, тыуған тупраҡ, тыуған ер ҡәҙерен тыуып-үҫкән еренән йыраҡта йәшәгән ижадсыларға ҡарағанда тәрәнерәк белгән, ауылының һәр һулышын тойған, һәр иртәһен ҡаршылаған әҙиптең шундай ҙур тарихи ваҡиға уңайынан, әлбиттә, әйтер нескә шиғри һүҙе бар. Был шиғырҙар – шағирҙың тыуған еренә булған мәңгелек яратыуы сағылышы.

Бәхетем – тыуған еремдә,

Атайым нигеҙендә.

Ошо нигеҙҙең йылыһы

Һәм йәшәү көсө миндә.

Әлеге юлдар ябай ғына шикелле, әммә уларҙың һәр һүҙенән ихласлыҡ, оло мөхәббәт хисе ағыла.

Шағирҙың ауылына, ауылдаштарына арнап, оло ихтирам менән яҙылған бағышлауҙарының барыһы ла – һөйөү тулы йөрәк һүҙен донъяға еткереүе – белһен донъя, белһен уҡыусы – әҙәбиәткә шағир Камил Фазлыйҙы биргән ауылда, төбәктә иң яҡшы, иң изге кешеләр йәшәй, ә тәбиғәте уның иң хозур, тупрағы иң уңдырышлы. Ил яҙмышы, ауыл яҙмышы имен булһын – бына ошо изге теләк әҙип ижадында ҡыҙыл еп булып үтә.

Йыйынтыҡҡа ингән һуңғы йылдарҙа яҙылған лирик-фәлсәфәүи шиғырҙары иһә уҡыусыға булмышыбыҙ, ергә ни өсөн килеүебеҙ тураһында уйланырға, фекерләргә бына тигән ерлек.

Яманлыҡтар атһалар ҙа,

Йәнеңде һинең ҡыйған,

Сыға күрмә сығырыңдан,

Сабырлыҡ һаҡла, туған.

Өмөт усағыңды ҡабыҙ

Төшөнкөлөклө уйҙан.

Баҡыйлыҡҡа ҡарағанда

Фанилыҡ яҡшы, туған!

Үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу

Тик һинең изге бурыс.

Ут эсендә янһаң да, бел:

Утта сыныға ҡорос!

Камил Фазлыйҙың юмор оҫтаһы икәнен кем генә белмәй икән. Китаптың “Иртәме был, әллә кисме?” тип исемләнгән бүлегендә көлкөлө хәл-ваҡиғаларҙы нескә юмор аша һүрәтләп, шағир уҡыусы күңелендә йылмайыу тыуҙыра. Йылмайыуын-йылмайта, әммә тормошобоҙ үҙебеҙҙең бер-беребеҙгә мөнәсәбәтебеҙ тураһында уйландырмай ҡалмай.

Миҫал өсөн “Аҡбай менән әңгәмә” шиғырын алһаҡ, түрәләр алдында ҡайһы берәүҙәрҙең тәлинкә тотоуын иллә лә шәп һүрәтләгән шағир:

... Кешеләр бар, ҡойроҡ болғау

Әйләнгән кәсебенә.

Түрәһенә болғай ҡойроҡ,

Һимеҙ ҡалъялар көтөп.

Сығарһа ла ҡыуып түрә,

Етмеш тетмәһен тетеп...

...Шулай, Аҡбай, кешенең дә

Ҡайһыһы ҡойроҡ болғай.

Мәгәр уның тоғролоғо

Тырнаҡҡа һинең тормай.

Образдарға, сағыштырыуҙарға бай был шиғырҙарҙа бөгөнгө ҡайһы берәүҙәргә хас әҙәпһеҙлек, наҙанлыҡ, урлашыу, һаранлыҡ, эскеселек, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөр сиккә етеп нескәреүе һәм башҡа бик күп кире сифаттар оҫта сағылыш тапҡан.

Китапта шулай уҡ уны баҫтырып сығарыуҙа матди ярҙам күрһәткән иғәнәселәргә рәхмәт һүҙе лә, иҫтәлекле фотолар ҙа урын тапҡан. Ижадташымды һәр кем күңеленә хуш килерҙәй яңы китабы менән үҙем, уның ижадын яратыусылар исеменән ихлас ҡотлайым, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйем.

Зәйфә Сәлихова.

Зөлфиә Ғарифуллина тәржемәһе
Читайте нас: