Ҡағыҙ киҫәктәренән төрлө һындар,ҡапҡастарҙан ҡумталар эшләһендәрме, йә иһә пластик шешәләрҙән күҙ яуын алып торған баҙыҡ сәскәләр яһаһындармы – һәр эш бөхтә, үҙенә генә хас зауыҡлыҡ менән башҡарыла.
Гимназияла уҙғарылған күргәҙмәләрҙә Любовь Николаевнаның тәрбиәләнеүселәре башҡарған сифатлы ижади эштәр киң урын ала. Уның эше бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана.
Үткән йәй ул муниципаль кимәлдә уҙғарылған «Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!», ә быйыл яҙ «Хеҙмәтсән коллективтар фестивале»ндә ҡатнашып, II дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.
Үткән тәрбиәләнеүселәре Республика һәм муниципаль кимәлдә үткәрелгән балалар һүрәттәре конкурсында призлы урындар алалар.
«Көнкүреш сүп-сары тәбиғәтте бысрата, ә беҙ уларға яңы ҡиәфәт биреп, өйҙәрҙе, баҡсаларҙы йәнләндерәбеҙ, ә ҡәҙерле кешеләреңә ҡулдан яһалған бүләк биреү – үҙе бер ҡыуаныс. Ғәҙәти булмаған материалдар менән эш итеү балаларҙың ижади фекерен үҫтерергә булышлыҡ итә, һәм улар, үҙ эштәренең һөҙөмтәһен күреп, ыңғай хис-тойғолар кисерәләр», – ти Любовь Николаевна.
Киләсәктә лә уларға юғары күрһәткестәр һәм яңынан-яңы ижади уңыштар насип булһын.