Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Октябрь 2019, 14:40

Интернетһыҙ – донъя һанһыҙ

30 сентябрҙә Рәсәйҙә интернет көнө булды. Быйыл уны 22-се тапҡыр билдәләнеләр.

Ғөмүмән, донъяла интернет барлыҡҡа килеүгә быйыл 30 йыл тула. Ер шары халҡының 4, 39 миллиарды уның аудиторияһын тәшкил итә. Беҙҙең Рәсәйҙә глобаль селтәрҙән 109, 6 млн кеше файҙалана. Шуларҙың 85 проценты унда көндә «инеп сыға», 11 проценты – аҙнаға бер тапҡыр. Статистика тағы ошондай ҡыҙыҡлы һандар килтерә: социаль селтәрҙәрҙә донъя халҡының 3, 48 миллиарды теркәлгән, шуларҙың 3, 26 миллиарды был селтәрҙәргә кеҫә телефоны аша инә икән.
Тимәк, хәҙер интернетһыҙ йәшәлмәй: донъяла ниҙәр булғанын шуның аша беләбеҙ, күрешергә мөмкинлек булмаған дуҫтар менән аралашабыҙ, хатта әйбер, дарыуҙар һатып алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең «Бәләбәй хәбәрҙәре» кеүек үк, байтаҡ ҡына баҫмалар ҙа интернетҡа күсерелеп бөттө...
Интернетты зыянлы, кешегә наркотик кеүек тәьҫир итә, унан айырылып булмай, күҙгә зыяны күп, тип әрләһәләр ҙә, ысынлап та, бөгөн интернетһыҙ – донъя һанһыҙ инде. Ул бит эш буйынса алыштырғыһыҙ ярҙамсы; иҫәп-хисап мәсьәләләрен сисеү, документтар менән эш итеү ҙә уға бәйле. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өйҙө йәмләүҙә, баҡса үҫтереү, аш-һыу әҙерләүҙә кәңәште интернеттан ала. Уҡыусы балалар дәрес әҙерләй, студенттар өйҙән тороп белем ала, башлыраҡтар интернет аша фирма асып, аҡса эшләй...

Шулай булғас, киләсәктә лә интернеттың беҙҙең тормошобоҙҙа алмаштырғыһыҙ урын тотасағы бәхәсһеҙ.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
Читайте нас: