Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, иркен корпуста ҡышлаясаҡ. Әйтергә кәрәк, бина ҡыҫҡа ваҡытта хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән: нигеҙен майҙа һалғандар, сентябрҙә эштәр тамамланған да.
– Беҙҙә һәр эшсән барыһын да булдыра. Кәрәк булһа, ташсы ла, эретеп йәбештереүсе лә, балта оҫтаһы ла, штукатур-буяусы ла була ала. Кранда ғына үҙемә эшләргә тура килде, – ти Исмәғил Искәндәр улы. – Ауыл хужалығында кадрҙарға ҡытлыҡ йылдан-йыл арта, шуға эштәрҙе механикалаштырыу тураһында уйларға тура килә.
Хужалыҡта бөгөнгә 300 баш эре мал аҫрала, шуларҙың 120-һе – һауын һыйырҙар. Сеймалды һөт комбинатына тапшыралар. Тиҙҙән һөттө үҙҙәре эшкәртә башлаясаҡ. Был йүнәлештә эш алып барыла ла инде.
– Һөт продукттары етештереүҙә иң мөһиме – сеймал сифаты, шуға күп һөт биргән һыйырҙар һанын арттырабыҙ. К. Иванов исемендәге кооперативтан, республиканың башҡа хужалыҡтарынан таналар һатып алдыҡ, – тип билдәләне фермер.
Крәҫтиән-фермер хужалығында малдарҙы имен ҡышлатыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Юғары сифатлы һутлы аҙыҡтар, бесән, һалам, иген фуражы етерлек күләмдә әҙерләнгән. Иң мөһиме, яуаплы, ваҡыт һынауын үткән кадрҙар бар, улар тырышлығы менән райондағы иң уңышлы хужалыҡтарҙың береһе үҫешә.
Рәмил Иҙиәтуллин 2005 йылда хужалыҡ барлыҡҡа килгәндән бирле инженер-механик булып эшләй. Йәш идарасы Айбулат Мөхәмәҙиев тыңлаусанлығы менән айырыла. Малсы Вячеслав Николаевтың, һауынсы Регина Сибәғәтованың, ағалы-энеле тракторсылар Максим һәм Денис Никитиндарҙың, водитель Геннадий Варламовтың һәм башҡаларҙың эш стаждары ҙур.
22 кеше хужалыҡта даими эшләй. Фермер үҙе лә янып, ҡолас йәйеп, киләсәккә ҡарап эшләй. Бындай сифаттарҙы башҡаларҙа ла баһалап, ул эшсәндәренә матди һәм әхлаҡи дәртләндереү сараларын йәлләмәй.
Владимир Усаков, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Райондың ауыл хужалығы ойошмаларында һәм фермер хужалыҡтарында яҡынса 6500 баш мал аҫрала, шул иҫәптән 3153 баш – һауын һыйыр. Быйыл 11 айҙа тулайым алғанда 9950, 1 тонна һөт һауылған.
Ҡышлатыуҙы уңышлы уҙғарыу өсөн етерлек күләмдә аҙыҡ кәрәк. 2019-2020 йылғы ҡышлатыу осорона ауыл хужалығы предприятиелары яҡшы ғына әҙерләнде: һәр баш малға шартлыса 23 ц аҙыҡ тупланған. 11 612 т бесән, 28 000 т сенаж, 10 000 т силос бар.
Һалам-бесән менән 114, 4 процентҡа, иген фуражы менән 103, 3 процентҡа тәьмин ителгәнбеҙ. «Малиновка», К. Иванов исемендәге кооперативтар, М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, «Сулпан» йәмғиәте, Исмәғил Хөснөтдиновтың, Валерий Соловьевтың, Алексей Гришаниндың фермер хужалыҡтары мал аҙығын яҡшы әҙерләнеләр.
Малдарҙы имен ҡышлатыу, зооветеринария ҡағиҙәләрен үтәү маҡсатында малсылыҡ биналарына өлөшләтә ремонт яһалды. Был эште бөтә хужалыҡтар ҙа уңышлы башҡарҙы, бөгөнгә бөтә малдар ҙа аҙбарҙарҙа тотола.
Римма Солтанова мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
#Башкортостан#Белебеевскийрайон#зимовкаскота#КФХИсмагилаХуснутдинова