Сәсеү срогын асыҡ¬лағанда, үҫентеләрҙең ҡайҙа үҫтереләсәген (асыҡ тупраҡта, теплицала), культураның сор¬тына ҡарап, тиртеп сыҡҡан көндән алып уңыш бирә башлағансы күпме ваҡыт кәрәк булыуын иҫәпләп сығара оҫта баҡсасылар. Быйылғы яҙғы сәсеү өсөн уңышлы көндәр менән таныштырып үтәбеҙ.
Вегетация срогы 140-150 көнлөк һуң өлгөрөшлө томатты быйыл 19-20, 25, 28-29 февралдә сәсергә ярай. Уртаса өлгөрөшлөләрен – 5-6, 12-18 мартта, иртә өлгөрөшлөләрен – 22-дә, 27-28-дә. Орлоҡтарҙы поролон эсендәге дымлы тупраҡҡа сәсергә кәрәк. Үҫентеләрҙе тәүлегенә 12-шәр сәғәт фитолампа менән яҡтыртыу мотлаҡ. Ике ысын япрағы сыҡҡас, берәмләп күсереп ултыртырға кәрәк. Майҙың 4-5, 11-12-се көндәрендә – теплицаға, ҡырауҙар ҡурҡынысы бөткәс, июндең 12-13-дә асыҡ грунтҡа күсерергә була.
Баклажандың һуң өлгөрөшлө сорттарын – февралдең 12-15-дә, 19-20-дә, уртаса өлгө¬рөш¬лөләрен – 25, 28-дә, иртә өлгөрөшлөләрен 1, 4-6, 11-14 мартта айырым һауыттарға сәсеү талап ителә. Теплицаға – майҙың 14-17-дә, асыҡ грунтҡа 11-14 июндә күсерергә кәрәк. Һуң өлгөрөшлө баллы, әсе боросто – 12-13 февралдә, уртаса өлгөрөшлөһөн 16-20-һе сәсергә кәңәш ителә. Иртә өлгөрөшлөһөн 11-18 мартта сәсергә ярай. Боросто айырым стакандарға сәсеү отошло. 9-11 майҙа теплицаға күсереп ултыртырға кәрәк. Асыҡ грунтҡа - 12-13 июндә.
Ҡыярҙы теплицала үҫтереү өсөн үҙ-үҙен һеркәләндерә торған сорттарҙы – апрелдең 10, 13-14-дә, асыҡ грунтта пленка аҫтында үҫтереү өсөн 25-28 апрелдә айырым һауыттарға сәсәбеҙ. Өс-дүрт ысын япрағы формалашҡас, түтәлгә ултыртабыҙ.
Бүлмәлә үҫтергәндә, йәш үҫентеләр яҡтылыҡҡа тартыла һәм улар бөгөлә. Һәйбәт үҫһен өсөн, улар шытып сығыу менән йәшник эргәһенә көҙгө йәки цинк яғылған ҡалай ҡуйығыҙ. Көҙгөнө тәҙрәгә ҡаратып урынлаштырырға кәрәк. Үҫентеләргә яҡтылыҡ һәйбәт төшәсәк, хатта йәшниктәрҙе тәҙрә төбөнә түгел, уның эргәһенә ҡуйылған өҫтәлгә лә ултыртырға була.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне