Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Май 2020, 13:42

Баҡсам тулы гөл-сәскә...

Баҡсаһы булған һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялылыр инде ул иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә сәскә атыусы түтәлгә эйә булыу.



Сәскә түтәлен яһай башлағансы, башта уның ҙурлығын билдәләргә кәрәк. Уны, ғәҙәттә, өйҙөң тәҙрәләренә ҡарап самалайҙар. Ул бер тәҙрә иңенән дә кәмерәк булһа, матур булмай. Билдәле инде, сәскә атыусы гөлдәрҙең күпселеге ҡояш ярата. Түтәл ҡояшлы урында булырға тейеш.


Беренсе ҡағиҙә – түтәл гел шау сәскәлә булһын өсөн, үҫемлектәрҙең төрө күп булһын. Икенсенән, уның күрке – эре сәскәле гөлдәр. Сәскәләрҙе берәм-берәмләп кенә ултыртһаң, бик матур күренмәй, артыҡ сыбарлыҡҡа килтерә, шуға күрә үҫемлектәрҙе төркөмләп ултыртырға кәрәк.


Түтәлде бер йыллыҡ та, ике йыллыҡ та сәскәләрҙән үҫтерергә була. Иң уңайы - күп йыллыҡ сәскәләр. Улар бер урында оҙаҡ үҫә, әммә сәскәләрен тиҙ атып бөтөрәләр. Гел туҡландырып тороп, уларҙы тағы бер ҡат сәскә атырға мәжбүр итергә була. Бер йыллыҡ сәскәләрҙең мәшәҡәте күп булһа ла, уларҙың сәскәләре оҙаҡ атыуҙары менән яҡшы.


Әгәр ҙә ҙур түтәл яһарға уйлаһағыҙ, берәр сәнскеле йәки ҡупшы сәскәле ҡыуаҡ та ултыртығыҙ. Үҫемлек араларындағы буш ҡалған ерҙәргә матур япраҡлы гөлдәр ултыртһаң матур. Бер ҙур үҫемлеккә бер нисә уртаса һәм бик күп ваҡ үҫемлектәр тура килергә тейеш.


Иң элек сәскәлектең һөлдәһен булдырырға кәрәк. Былар артыҡ ҙур булмаған ҡыуаҡ – кәрлә туя, артыш (можжевельник), шыршы, гортензия, япон спиреяһы, йәсмин, рауза ҡыуағы булырға мөмкин. Буйға үҫә торған гөлдәрҙән дельфиниум, люпин, аконит, пион йәки клематист та был ролде башҡара ала.


Икенсе сиратта сәскәлектең урта өлөшө ултыртыла. Бының өсөн астильбе, флокс, гелопсис, вероника, лилиә, астра, ирис, яран, вербейник, пиретрум, аквилегия, ҡыңғырау гөл, хризантема, вербаскум ише гөлдәр һәйбәт.


Урта өлөштә үҫкән үҫемлектәр араһына абаға, Людовик әреме, гейхер ише селтәрле япраҡлы үҫемлектәр ултыртырға була. Быларҙың япрағы аҫтына ҡояш төшмәй, шуға күрә сүп тә үҫмәй.


Иң һуңынан түтәлдең алғы өлөшө ултыртыла. Бында инде мөмкин тиклем оҙаҡ сәскә атыусы гөлдәр кәрәк. Мәңге йәшел үҫемлектәр булһа, бигерәк тә яҡшы. Әйтәйек: бадан, морозник, бейек булмаған лилиә сәскәләре, кәкүк емеше, манжетка. Ә иң алға тәпәшерәк сәскәләр: бәрхәт гөл, цинния, әҙрәс гөл (бегония) ишеләр ултыртыла. Шулай уҡ түшәлеп үҫә торған кейәү үләне, Альп астраһы, дицентра, миләүшә, Карпат ҡыңғырауы, маргаритка, молодило, таш сәскә (камнеломка) ултыртһаң бик матур була.



Сәскәлек менән сиҙәм араһындағы сик айырылып торорға һәм матур булырға тейеш. Сикте эре таштар, ағас түмәрҙәр менән билдәләргә була. Сәскәлек менән сиҙәм араһында бик киң булмаған канау ҡаҙып ҡуйһаң да була. Сәскәлектең алғы яғына ҙур ғына бер таш, матур ҙур ағас ботағы ла килешә. Әгәр берәй ағас төбө булһа, уны петуния ултыртылған ваза менән биҙәргә мөмкин.


Сәскәлек өсөн алғы план бик мөһим. Асыҡ күренеп торған сик булмаһа, эш теүәлләнеп бөтмәгән кеүек тәьҫир ҡала. Гөл-баҡсағыҙ бик ҙур булмаһа, дөрөҫ формалағы түтәл яһарға кәрәкмәй. Был осраҡта сәскәлектең алғы һыҙаты ла туп-тура булмаһын.

«Башҡортостан» гәзитенән Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: