Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2020, 16:42

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы юбилейын ҡаршылап

Уртаҡ уйҙар, хыял-маҡсаттар менән йәшәлгән Халыҡ әйтмешләй, ваҡыт аҡҡан һыу кеүек һиҙелмәй генә уҙа ла уҙа икән. Ә бит 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙыуы башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ бик мөһим ваҡиға булды.

Быға тиклем сит өлкәләрҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш юҡ кимәлендә, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре бер урында тапанып тора, тарихыбыҙҙы өйрәнеү һәм үткәндәрҙән фәһем алыу бер тыйылғаныраҡ темаға әйләнеп бара ине, ауылдарҙа һәм хатта бәләкәйерәк ҡалаларҙа ла мәктәптәр етешмәне, башҡорт телен балалар баҡсаһынан алып өйрәнеү юҡ кимәлендә, халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм шәжәрәңде белеү ул ваҡыттағы йәш быуынға ят бер күренеш кеүек кенә ине...


Башҡорттарҙың тәүге ҙур форумында ҡатнашҡан Бәләбәй делегацияһын ҡала мэры Риф Ғәзизов етәкләне. Унан башҡа ҡоролтайға «Автонормаль» заводының генераль директоры Әхсән Әҙелгилдин һәм прокурор Ризуан Хафизов барҙылар. Ҡоролтайҙа үрҙә аталған һәм башҡа бик күп проблемалар сығыштарҙа асыҡтан-асыҡ күтәрелде. Әйтергә кәрәк, бында беренсе президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың һәм Хөкүмәтебеҙҙең эшмәкәрлеге иң юғары баһаға лайыҡлы.

Бөтә республика буйынса проблемаларҙың хәл ителә барыуына туҡталмайынса, үҙебеҙҙең Бәләбәй ҡалаһы һәм районы тураһында бер бик мөһим миҫал килтерәм.


1990 йылдың июнь айында уҙғарылған һабантуйҙа башҡорт милли үҙәге вәкилдәре бергә йыйылышып ултырғанда, Булат ағай Йәнекәев бер нәмә лә эшләмәһәк, был яҡта башҡортлоҡ бөтә бит, тип бик асынып, хафаланып һөйләп алды ла хөкүмәткә Бәләбәйҙә башҡорт балалары өсөн ошо төбәктә (Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Бәләбәй райондары) интернат асыу тураһында мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Биш йыл дауамында тапалды юғары урындарҙағы тупһалар. Шул уҡ Булат Йәнекәев М.Ғ. Рәхимовҡа 2-3 тапҡыр барҙы, уның менән бергә Ризуан Хафизов, Риф Ғәзизов бик актив йөрөнөләр. Мин дә 1995 йылда Бәләбәй районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына етәкләгәс, Бөтә донъя башҡоттары ҡоролтайынан беҙҙең теләкте яҡлап сығыуҙарын үтенеп мөрәжәғәт иттем.


Шулай, беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарары ла булғас, ниһайәт, 1996 йылда буш торған дүрт ҡатлы дөйөм ятаҡта башҡорт гимназия-интернаты асылды, ә 2008 йылда ул ысын мәғәнәһендә ҡурсаҡ кеүек бинаға күсте.



Ә Булат Йәнекәев шул ваҡытта 1-се музыка мәктәбендә ҡурай класы асып ебәрҙе. Хәҙер Бәләбәй ҡурайсылары, «Дарман» ансамбле республика кимәлендәге конкурстарҙа лауреат булып йөрөй.

Башҡорт телен балалар баҡсаларында ла өйрәнә башланылар: Бәләбәйҙә – «Ҡайынҡай», Приютта «Талҡай» баҡсаларында.

Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү киң ҡолас алды, Бәләбәй Мәғариф идаралығы методисы Ләлә Нур ҡыҙы Ғилфанова бик яҡшы эшләне.


I ҡоролтай шундай көслө йүнәлеш бирҙе, хатта 2006 йылдың 19 майында беҙҙең Бәләбәйҙә башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу буйынса тәжрибәне өйрәнеү өсөн төньяҡ-көнбайыштағы 20 район вәкилдәре килде, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һәм президиумы ағзалары ҡатнашты.

2007 йылда республикала ҡоролтайҙар араһында беренсе булып бәләбәйҙәр шәжәрә байрамдары тураһында «Возрождение к истокам» тигән йыйынтыҡ баҫтырҙыҡ.

Хөкүмәт яғынан яҡлау табыуыбыҙҙы һәм ҡоролтай эше буйынса яуаплы булған Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, унан һуң Илдус Ғөбәйҙулла улы Илишевтарҙың күңелдәрен биреп эшләүҙәрен билдәләп үтке килә.


Ләкин беҙҙең Рәсәйҙә һикәлтәле юл үтмәйенсә, бер нәмә лә эшләнмәй. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың 20-22 ноябрендә уҙҙы. Унда Ҡоролтай рәйесе Румил Аҙнабаев ул замандарҙа уҙғарылған оптималләштереүҙең емергес һөҙөмтәләре арҡаһында мәктәптәр, фельдшерлыҡ пункттары юҡҡа сыҡҡанлыҡтан ауылдарҙан халыҡтың күпләп ҡалаға күсә башлауы хаҡында һөйләне. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быларҙы тыңлап һәм ишетеп ултырҙы һәм «оптитмизацияға бик иғтибарлы буласаҡбыҙ», тип белдерҙе, әммә әйтелгәндең киреһе эшләнде.

Бына шулай гөрләп барған эш һәм урындағы инициативалар ҡапҡанға эләкте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эше күп ҡаршылыҡтарға дусар ителде. Хәҙер бөтә ышаныс хөкүмәтебеҙгә һәм республиканың яңы Башлығына.

Сәлих Хәйруллин, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе


Редакциянан. Быйыл апрелдең һуңғы көнө ҡайғылы хәбәр килтерҙе: халҡым тип янып йәшәгән, Бәләбәйҙә

башҡорт гимназия-интернаты асылыуға күп көс һалған, 300-ҙән ашыу йырҙар авторы, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Булат Һиҙиәт улы Йәнекәев 78 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Ауыр тупрағы еңел, ятҡан гүрҙәре яҡты булһын! Бәләбәй төбәге халҡы уның матур ғәмәлдәрен онотмаҫ.
Читайте нас: