Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2020, 17:14

Был башы ғына әле: тәүге тапҡыр – аграр класҡа!

Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында районда беренселәрҙән булып агрокластар асылды



Беренсе булыуы, тәүгеләрҙән булып яңы эш башлауы бер ваҡытта ла еңел түгел, һәр яңылыҡҡа, ғәҙәттә, бер аҙ икеләнеберәк, ҡыйыуһыҙыраҡ тотонаһың. Ә бына был уҡыу ойошмаһында һис улай тип әйтерлек түгел! Башҡорт гимназия-интернатында һәр башланғысҡа дәртләнеп, дәррәү тотоналар һәм һәр саҡ уңышҡа ирешәләр! Был юлы ла республикабыҙҙың төп аграр вузының аграр кластар асыу хаҡындағы яңы проектын үҙҙәрендә башлауға шундуҡ риза булғандар. Университеттың тәҡдимен гимназия-интернатта тормошҡа ашырыуҙы район хакимиәте лә, Мәғариф идаралығы ла хуплаған.


Аграр кластар асыу идеяһының маҡсаттары заман талаптарына тап килә : ауыл хужалығы тармағы белгестәренә ҡытлыҡ күҙәтелгән осорҙа мәктәп уҡыусыларында ошо тармаҡ эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫемлекселек һәм йәшелсәселек буйынса башланғыс белем биреү, мәктәп эскәмйәһенән ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү. Әлбиттә, аграр кластарҙа уҡыу мотлаҡ аграр вузға уҡырға инеү тигәнде аңлатмай, шулай ҙа бындай кластарҙа алған белемдең кәрәге мотлаҡ тейәсәк, кемдәрҙәлер ауыл хужалығында эшләрлек һөнәр һайлау хыялы уятыуы ла бик ихтимал бит әле.


– Аграр кластар асыу – бик ҡыҙыҡлы проект, айырыуса республикала Зауыҡлы биләмәләр йылында, – тип һөйләй гимназияның директор урынбаҫары, проектты тормошҡа ашырыу эштәрен ойоштороусы Лиза Талибуллина. – Беҙ аграр университеттың идеяһын шатланып ҡабул иттек. Алдан, әлбиттә, әҙерлек эштәре алып барылды: беҙгә вуз уҡытыусылары бер нисә мәртәбә килеп, проекттың маҡсаттарын аңлаттылар, үҙҙәре менән мини-теплицалар алып килеп, уҡыу нисек ойошторолорон ғәмәлдә күрһәттеләр. Идеяны уҡытыусылар, тәрбиәселәр күтәреп алдылар. Директор Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинованың һәр инициативаны хуплап, тормошҡа ашырғанда ярҙам итеүе бик мөһим. Һәр эштә бит етәкселектең ярҙамынан башҡа булмай. Беҙ быйыл Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршыларға йыйына инек, аграр кластарҙағы эштәр киләһе йылға күсерелгән ҙур форум алдынан генераль репетиция булды.


Гимназия-интернатта аграр өлкәлә башланғыс белемде быйылғы уҡыу йылында 8, 9 һәм 10 кластар уҡыусылары алған, дәрестәрҙе уҡытыусылар Илһөйәр Ғимазетдинова, Айгөл Лотфуллина һәм Зөбәржәт Ваһапова алып барғандар.



– Һигеҙенсе класс уҡыусылары менән йәшелсә үҫтереү һәм теплица хужалығы эше менән таныштыҡ, – тип бүлеште Илһөйәр Камил ҡыҙы. – Дәрестәрҙе теориянан башланыҡ: беҙҙә ниндәй культуралар үҫеүе, уларҙы сәсеү ваҡыты, шарттары тураһында белдек. Унан ғәмәлдә орлоҡтарҙың шытыусанлығын тикшереп, татлы борос, томат сәстек, теплицаға күсереп ултырттыҡ... Уҡыусыларға был шөғөл бик оҡшаны, дәрестәргә теләп йөрөнөләр, һорауҙары ла күп булды. Ҡыҙғанысҡа күрә, эпидемия башланыу арҡаһында артабан балалар менән дистанцион рәүештә аралаштыҡ. Улар белемдәрен хәҙер үҙҙәренең өйҙәрендәге баҡсаларҙа камиллаштыра.


Әйткәндәй, уҡытыусылар үҙҙәре лә аграр йүнәлештәге белемдәрен камиллаштыра: БДАУ улар өсөн төрлө курстар ойоштора. Илһөйәр Ғимазетдтнова менән Зөбәржәт Ваһапова быйыл университетта үҫемлекселек һәм йәшелсәселек буйынса уҡып ҡайтҡандар. Уларҙы хатта бүрәнәлә... бәшмәк үҫтерергә өйрәткәндәр!


– Беҙҙең дәрестәр етенсе булып үтә ине, шулай ҙа бер уҡыусы ла һуңлап йөрөмәне, дәрес ҡалдырманы, киреһенсә, бик теләп килделәр, иғтибар менән тыңлап ултырҙылар, – тип һөйләне Айгөл Салауат ҡыҙы. – Туғыҙынсы кластар үҫемлекселек темаһын өйрәнде. Агроэкосистеманың төп ресурсы булған тупраҡ тураһында, сәсеү әйләнеше, баҫыу культураларының ҡайһы илдәрҙән сығышын белдек. Ғәмәли дәрестәрҙә декоратив культуралар үрсентеһен үҫтерҙек.





Моғайын, күптәр ландшафт дизайнын юғары белемле белгестәр генә яҡшы белә, тип уйлайҙыр. Ә бына Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусылары баҡса участкаларын һөнәри кимәлдә биҙәргә өйрәнгән! Быға уларҙы Зөбәржәт Ваһапова өйрәткән. Уҡыусылар йыл аҙағында үҙҙәренең дизайн проекттарын да яҡларға тейеш булғандар, тик коронавирус ҡамасаулаған.

– Гимназия уҡыусылары ландшафт дизайны тарихын белә хәҙер, – ти Зөбәржәт Мәүләүи ҡыҙы. – Беҙ улар менән ландшафт архитектураһы, баҡса-парк сәнғәте, ландшафт дизайны стилдәре менән таныштыҡ. Класс менән ҡалабыҙҙа үҫкән ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләрҙе, уларҙың ҡайҙа ултыртылыуын ҡарап йөрөп сыҡтыҡ.




Беҙгә ҡалһа, гимназия-интернаттың үҙендә күптән ысын баҡса дизайнерҙары эшләй. Йылдың-йылы уҡыу йортоноң ҙур биләмәһе аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра, һәр ҡайһыһының урыны уйланған, сәскәләрҙән, ағас-ҡыуаҡтарҙан башҡа, бында төрлө йәшелсәләр ҙә үҫтерәләр. Буш ятҡан, ҡарағура баҫҡан ер тапмаҫһың!




Гимназия директоры Дилбәр Фәтхетдинова билдәләүенсә, 2019-2020 уҡыу йылында аграр кластар ойоштороу проекты – эштең башы ғына, ул киләсәктә лә дауам иттереләсәк. Был эш бик кәрәкле, ваҡытлы ниәт ителгән, тиҙәр уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа. Уҡыу йортоноң муниципаль һәм республика кимәлендә ошо өлкәләге уңыштары шул хаҡта һөйләй. Ә гимназия менән вуз араһындағы бәйләнеш киләсәктә уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итәсәк.

Аграр кластар тураһында уҡыусыларҙың фекерҙәре

Азалия Аҙнабаева, 10 класс уҡыусыһы:

– Ландшафт дизайны буйынса дәрестәрҙә беҙ биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән бик күп файҙалы нәмәләр белдек. Белгәндәребеҙҙе әле үк көндәлек тормошта файҙаланабыҙ.

Динислам Мусин, 8 класс:

– Дәрестәр ҡыҙыҡлы булды. Беҙ нисек дөрөҫ тупраҡ һайларға, йәшелсәләр сәсергә, уларҙы нисек тәрбиәләргә өйрәндек. Илһөйәр Камил ҡыҙы бик ентекләп аңлатты. Әле беҙ өйҙә, баҡсала хәҙер әсәйемә ярҙам итәм, дәрестәрҙә белгәндәремде уға өйрәтәм. Миңә йәшелсәселек менән шөғөлләнеү оҡшаны, киләсәктә ауыл хужалығына бәйле һөнәр һайларға микән әллә тигән уй бар.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Динар Минәжев фотолары


Читайте нас: