Крәҫтиәндәр һуғышы, пугачевсылар «мәңгелек онотоуға, тәрән өндәшмәүгә дусар ителергә» тейеш була. Ошо манифесҡа таянып, урындағы хакимдар Пугачев йәки уның көрәштәштәре хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйткән кешеләрҙе лә язалағандар. 1776 йылдың 16 мартында Преображенский заводы крәҫтиәне Федор Кривеньков үҙенең танышының өйөндә, Пугачев, йәнәһе, үлмәгән, Сембер ҡалаһына генерал-аншеф Панин ҡарамағына ебәрелгәс, тегеһе уның батша икәнен танып, иреккә сығарған, ошоноң өсөн Мәскәүҙә Паниндың үҙен тураҡлағандар икән, тип һөйләгән. Танышының ҡатыны был хәбәрҙе завод хужаһы Яков Твердышевтың хеҙмәткәре Тимофей Таракановҡа һөйләгән, ә уныһы Ырымбур губернаторы Рейнсдорпҡа еткерә һалған. Федор Кривеньковты, аяғын бығаулап, көслө һаҡ аҫтында 4 ай буйы төрмәлә тоталар. Ә Петербургтан, Идара итеүсе сенаттан «артабан был йүгәнһеҙ дошманды йәшәгән урынынан бер ҡайҙа ла сығармаҫҡа, теләһә ҡайҙа йөрөттөрмәҫкә» тигән әмер килә. Ырымбур дәүләт архивында ғына, ошо эш менән йәнәшә, Воскресенск заводынан Герасим Завьяловҡа, Петр Юринға, Ҡара Табын волосынан старшина Рәсүл тархан Измайловҡа асылған эштәр һаҡлана [1, 16-сы б.]. Күрәһең, бик тос булған был манифестың тәьҫир көсө. Салауат Юлаев исемен тыйыу өсөн ул хатта 120 йылдан һуң да ҡулланылған. Билдәле бер ваҡиға: 1895 йылда Ҡыҙырбәк ауылы кешеһе Ғарифйән Солтановты Салауатҡа арналған көйҙө скрипкала уйнағаны өсөн биш тәүлеккә ябып ҡуялар. Әммә халыҡ мөхәббәтен манифест-закондар менән генә томалап, һүндереп булмаған, күрәһең. Милли геройҙың мәшһүр образы халыҡ күңелендә быуындан-быуынға күсә килгән, һәр быуын эсендә уның исемен киләсәккә еткереүҙе үҙ бурысы итеп һанаған, шул эш менән ҡурҡыу белмәй мөкиббән шөғөлләнгән ялҡынлы йөрәкле кешеләр табыла торған. Салауат менән яҡындан ҡыҙыҡһынып, уны үҙ аллы өйрәнеүсе, герой-шағир тураһында ғүмер буйы бөртөкләп-тамсылап әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплаусы ҡарттарҙың миңә осрағандарын иҫкә төшөрәм дә, һәр бер быуында тап бына ошондай кешеләре булғандыр, тап шундайҙар арҡаһында хакимдар Салауат исемен халыҡ хәтерендә томалай алмағандарҙыр, тигән уйға киләм.
Әлеге Ғарифйән Солтановты ғына алайыҡ. 1876 йылда тыуған, 10 йәшендә скрипкала уйнарға өйрәнгән. Хәҙерге Салауат районы Ҡыҙырбәк ауылының олораҡ быуын кешеләре, үҫмерҙең уйнауын яратып, мәжлестәргә саҡыралар. 11 – 13 йәштәрендә бер аҙ уҡырға өйрәнеп ала. Мәжлестәрҙең береһендә тәү тапҡыр Салауат тураһында йыр ишеткәс, уның кем икәнлеге менән ҡыҙыҡһына башлай. Салауат батыр булған, башҡорттарҙың ерҙәрен, мал-тыуарҙарын тартып алыуҙарға түҙмәй, батша хөкүмәтенә ҡаршы көрәшкән, бына шул кешегә ҡарата сығарылған йырҙарҙы йырлайбыҙ, тик һаҡ йырларға кәрәк, тип аңлаталар уға. (1940 йылдың 15 октябрендәӨфөләгеТарих, тел һәмәҙәбиәт институты директоры X. Хамматовҡа русса яҙғанхатындашулҡарттарҙыңһүҙҙәренултүбәндәгесәбирә: «Но осторожно, улым, при посторонних людях, то есть при полиции и на улице нельзя юрлать, тогда вас заарестуют...»[3, 159-сы б.]). Тәүҙә батырға арналған биш йырҙы яҙып ала. Аҙаҡ, үҙенең әйтеүенсә, 1890–1897 йылдарҙа, тирә-яҡтағы ҡарттарҙан һорашып, 223 куплет йыр өйрәнә, шуларҙың бөтәһен дә яттан белә. 1897 йылда, хәрби хеҙмәткә алыныр алдынан, ошо йырҙар яҙылған дәфтәрен сепрәккә төрөп, бер кемгә лә әйтмәйенсә, өй ҡыйығы ябылған таҡталар араһына ҡыҫтырып ҡалдыра. Артабан уға оҙаҡ ҡына был эш менән шөғөлләнергә тура килмәй. Дүрт йыл хеҙмәттә йөрөп ҡайта, ике йыл япон һуғышында ҡатнаша. Бер аҙ ауырып ала, унан һуң ғаилә мәшәҡәттәре баҫа. 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына эләгеп, өс йыл ғүмерен бирә. Ғарифйән ағай ҡартлыҡ көндәрендә лә рәхәт йәшәмәй, «һаулығым насар, ҡарсығым менән икәү генә ҡалдыҡ, ауыр көн итәбеҙ. Эшләй алмайым. Бер тин дә килер ер юҡ. Ярай әле, әҙерәк һөт бар. Ваҡ-төйәк һатып алырлыҡ рәт тә юҡ. Былай интегеп йәшәгәнсе, тиҙерәк үлеүең хәйерлерәк...» – тип яҙа ул әлеге хатында [3,159-сы б.икенсе яғы]. Тимәк, 40-сы йылдар тураһында һүҙ бара. Ошондай шарттарҙа ла ул, 20-се йылдарҙан башлап, Салауат менән яңынан ҡыҙыҡһынырға тотона. Теге дәфтәре ҡыйыҡ таҡтаһы аҫтында ямғырға эләгеп юҡҡа сыға. Ундағы йырҙарҙы Ғарифйән ағай ҡабат хәтеренә төшөрөп теркәп ҡуя. Күрәһең, уны легендар батырға ҡағылышлы бүтән әйберҙәр ҙә йәлеп иткәндер. 1925 йылда Ғарифйән Солтанов яҡташтары араһында Салауаттыҡы тип һаҡланған эйәрҙе Өфөләге Тыуған яҡты өйрәнеү музейенә тапшыра.
Хәйрулла Динмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов хәҙерге Салауат районы Ҡаратаулы ауылында тыуған. Салауат тураһында бәләкәй сағынан уҡ ишеткән. «Беҙҙең Сәхәү тигән бер бабай була торғайны, – тип хәтерләне ул. – Бик ҡарт ине, шулай ҙа бик ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Бала-сағаны йыйып алып, Салауат Юлаев тураһында үҙе һөйләр-һөйләр ҙә, беҙҙе киҫәтер ине: «Уның исеме менән һаҡ булығыҙ. Теләһә ҡайҙа таратып йөрөмәгеҙ. Уның тураһында һөйләргә ҡушмайҙар. Йә беҙҙе тотоп алып китерҙәр. Мин һеҙҙең кеүек саҡта, өлкәңдәрҙе тотоп алып киткеләй торғайнылар...» Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың легендар батыр менән ҡыҙыҡһыныуы, бәлки, шул Сәхәү бабайҙан башланғандыр. Йәш сағынан алып ҡартлыҡ көндәренә тиклем Әй, Йүрүҙән яҡтарында халыҡ араһынан Салауат тураһында йырҙар, легенда-риүәйәттәр йыйған. Аҙаҡҡы йылдарҙа Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәне. Төрлө дәүерҙә йыйған ҡағыҙҙарын, ҡәҙерлелегенә ҡарап, – өҫтәл тартмаларында, сумаҙанда, һандыҡта, – төрлө урында һаҡлай торғайны. Әллә күпме яҙма туплаған, халыҡҡа ла көндәр буйы арымай-талмай һөйләне. Башҡортостандың XVIII быуаттағы хәлен, эреле-ваҡлы ваҡиғаларын һәйбәт белә ине. Шул заманға ҡағылышлы архив сығанаҡтары менән ҡыҙыҡһынды, үҙендә лә һирәк осрай торған иҫке карталар, документтар һаҡланы. Йәшерәк сағында Салауат Юлаев тураһында нәфис әҫәр яҙа башлаған. Бер нисә бүлек килтереп сығарған да, әлеге урындарҙың иң ҡәҙерлеһенә –һандыҡҡа һалған да ҡуйған, һис кемгә күрһәтмәгән [2, 49—57-се б.]. Йыйған мәғлүмәттәрен дә ҡайҙалыр баҫтырыуҙы йә тапшырыуҙы башына ла индермәгән. Салауат исемен йәшерәк быуындарға еткереү өсөн үҙенең Сәхәү бабайы юлын һайлаған: бары тик һөйләргә генә яратты ул. Батыр тураһында донъяһын онотоп, уны йәне-тәне менән яратып һөйләй. 1974 йылдың яҙында, Салауат менән Пугачевтың Үрге Ҡыйғы ауылында икенсе тапҡыр осрашыуына 200 йыл тулыу алды көндәрендә, ошо ваҡиғаны берәй төрлө билдәләүҙе һорап, Хәйрулла ағай КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының өсөнсө (идеология буйынса) секретаренә ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә. Райкомда ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡтарына тамам ышанғас, ҡайҙандыр ҙур бетон плита табып, шуны трактор менән яллап килтертеп, урамға, үҙенең өйө ҡаршыһындағы уңайлы, йәтеш майҙансыҡҡа ултыртып, ҡыҙыл төҫтәге эре хәрефтәр менән текст яҙҙырта. Күҙҙең яуын алырлыҡ таҡта таш (стела) пәйҙә була. Тирә-яғын матурлап кәртәләп тә ала. Хәҙер инде халыҡты йыйып, шуны рәсми шарттарҙа тантаналы итеп асыу өсөн тағы ла райком тупһаһын тапай башлай. Баяғы идеолог ишаратын (йәл, фамилияһын хәтерләмәйем) бер нисә тапҡыр (!) көн билдәләргә мәжбүр итә. Һуңғыһы –көрәштәш юлбашсыларҙың осрашыу датаһы (1774 йыл, 2 июнь) инде әллә ҡасан үтеп киткәс, – 1975 йылдың декабрендә шул секретарҙың кабинетында минең күҙ алдымда билдәләнгәйне. Миңә ул саҡта Салауат эҙҙәре буйлап ары китергә кәрәк ине, ә Хәйрулла ағай: «Былай булғас, тантананы киләһе аҙнала үткәрәбеҙ», –тип, ҡыуанып тороп ҡалғайны. Аҙаҡ уны ҡабат күреп һораштым. Юҡ, үтәлмәй ҡалған райком вәғәҙәһе. Ҡөҙрәтле идеолог етмеш йәшлек ҡарттан, әлбиттә, көслөрәк булып сыҡҡан. Хәҙер был стеланың ер йөҙөндә эҙе лә юҡ. Ә беҙ, бер ҡатлылар, Салауат Юлаевтың эҙҙәрен юйырға тырышыу революцияға тиклем генә хөкөм һөргән, тип һөрән һалабыҙ. Шулай ҙа еңеү барыбер Хәйрулла ағай яғында ҡала: үҙенең замандаш яҡташтарына Салауат тураһында ул бер үҙе тотош Ҡыйғы районының әлеге «эшмәкәрҙәренә» ҡарағанда күберәк мәғлүмәт биргән.
Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың аҙашы – Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Сулея ауылынан Хәйрулла Ибраһимов та (1902 йылғы) Салауатҡа ҡағылышлы яҙма һәм телдән һөйләнгән хәбәрҙәргә йәштән үк иғтибар итә. Ҡыҙыҡһыныу, үҙе һөйләүенсә, көтөлмәгән осрашыуҙан башлана. 1926 йылда ул хәҙерге Силәбе өлкәһенең Катав-Ивановск ҡалаһында 78 йәшлек Ҡалҡаман Хужин тигән ҡартҡа фатирға төшә. Фатир хужаһы зиһенле, хәтерле, теремек кеше булып сыҡҡан. Һикһәнде ҡыуыуына ҡарамаҫтан, ҡурайҙа уйнауын һаман да ташламаған, үткәндәрҙәге күп кенә хәл-ваҡиғаларҙы иҫендә тотҡан. Ҡунаҡ менән кистәрен һөйләшеп ултырған ваҡытта уға «Буранбай», «Салауат» көйҙәрен уйнап күрһәтер булған. Бер көндө, һүҙ ныҡ ҡуйырып киткәс, Ҡалҡаман ҡарт умарталыҡтан өйгә бер бәйләм ҡағыҙ индереп һала. Таратып ҡарай башлаһалар – һарғайып бөткән иҫке яҙмалар икән. Ҡарт үҙе уларҙы сатнатып уҡый, ни өсөн умарталыҡ тирәһенән килтерелеүенең сәбәбен дә һөйләп бирә. Был ҡағыҙҙарҙың һаҡланыу тарихы, бөгөнгө көндә риүәйәт һымаҡ яңғыраһа ла, хайран ҡалырлыҡ.
Салауат менән Юлай, ихтилал еңелеүгә табан китеп, эштәр мөшкөлләнгәс, үҙҙәрендә бер ҡағыҙ ҙа ҡалдырмай, Юлайҙың Ҡатауҙағы Бикбулат исемле ҡайнағаһына алып барып бирәләр. Бер янсыҡ алтын да ҡалдыралар уға. «Беҙҙе барыбер тотҡон итерҙәр, унһыҙ булмаҫ, һин ошо алтын менән юллап, һатып ал», – тиҙәр. Салауат менән Юлай тотолғас, Бикбулат ҡотҡарырға тырышып йөрөп ҡарай ҙа, эш сыҡмаҫтай булғас, тентеүҙәрҙән ҡурҡып, теге әйберҙәрҙе түмәр умартаһына, бал ҡорттары араһына тыға ла ҡуя. Ысынлап та, әллә нисә тапҡыр тентеү үтә. Йорт-ҡура тирәһенең аҫтын-өҫкә килтерәләр, ә умарталыҡ янына барып та урамайҙар. Бикбулатты бер аҙ ултыртып та сығаралар. (1775 йылдың аҙаҡтарында булһа кәрәк). Күрәһең, унда ниҙер барлығын белгәндәрҙер йә һиҙенгәндәрҙер инде. Барыбер ҡағыҙҙар тураһында һис ни ыскындырмаған ул. Ошо умарталыҡта һаҡлап, быуындан-быуынға тапшыра килгәндәр. Бикбулаттың улы Аҙнағол, уның улы – Хужа, Хужаның улы – йәнә бер Аҙнағол, Аҙнағол улы – Ҡалҡаман. Бына ошо кешеләр һаҡлаған. Барыһы ла уҡый-яҙа белгәндәр. Үҙ ғүмерҙәрен урман эшендә үткәргәндәр. Оҙаҡ йәшәгәндәр – һәр ҡайһыһы йөҙгә етә яҙып донъя ҡуйған. Ҡалҡаман, тимәк, Бикбулаттың тыуаһы (5-се быуыны: ата – ул – ейән – бүлә – тыуа).
Ҡалҡаман Хужиндың күрһәткән яҙыуҙары араһында, Хәйрулла Ибраһимов әйтеүенсә, фармандар, хаттар, шиғырҙар булған. Хәйрулла ағай бер нисә тексты һүҙмә-һүҙ күсереп ала. Һөйләшкәндә хәтерҙә ҡалдырғандарының ҡайһы берҙәрен, ҡайтҡас, үҙенсә ҡағыҙға теркәп ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң ул, яҡын-тирәләге ауылдарға йөрөп, Салауат тураһында һорашырға тотона; батырға ҡағылышлы нимәлер белгән байтаҡ кешеләрҙе осрата. Салауат районы Лаҡлы ауылында Әмин Мөхәмәтдиновтан, Мәсетлелә Шаһикәбир Хурамшиндан, Юныста Ғирфан ҡарт менән Алтынбикә әбейҙән, Гөлзифа Ғирфанованан, Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында Фәхретдин Ғәлләмовтан 30-сы йылдар башында йырҙар, шиғырҙар, риүәйәттр яҙып ала. 20-се йылдар аҙағында Әлмөхәмәт (Әлкә) ауылы кешеһе Камал Фәхриевтың ҡағыҙҙарынан күсергән бер нисә яҙма һаҡлай. Уларҙың да үҙенсә тарихы бар. Йәнәһе, шул уҡ ауылдан Һиҙиәт Ғәлиулла улы тигән уҡымышлы ғына мулла, Беренсе донъя һуғышына тиклем үк ышаныслы кешеләрҙе йыйып, Салауат тураһында һөйләр булған. Хаким әһелдәре күреп ҡалмаһын өсөн, һәр ваҡыт төндә генә йыйған, имеш. Хәйрулла ағайҙың еҙнәһе Камал Фәхриев шунда ҡатнашып, үҙенә кәрәкле тип һанағандарын яҙып алған. Уның аша Хәйрулла Ибраһимовҡа мул ғына мәғлүмәттәр эләгә. Ғәжәп! – Хәйрулла ағай ҙа, Үрге Ҡыйғылағы аҙашы кеүек үк, йыйған материалдарын оҙаҡ йылдар буйы бары тик үҙе өсөн генә һаҡлаған. Дөрөҫөрәге – Салауат менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн. Шуларҙың иң тәүгеһе – журналист Дәүләт Мәһәҙиев. Ул Хәйрулла ағайҙың Ҡалҡаман Хужин ҡағыҙҙарынан һүҙмә-һүҙ күсереп алынған текстарын матбуғатта баҫтырҙы (Совет Башҡортостаны, 1968, 2 август; Совет Башҡортостаны, 1973, 28 сентябрь). Был 11 текст Крәҫтиәндәр һуғышына ҡағылышлы документтар булып сыҡты. Бишәүһе – Салауат Юлаевтың Юлай Аҙналинға яҙған хаты, берәүһе – сотник Ҡадир Ғәбделкәрим улына, икәүһе – Бәхтиәр Ҡанҡай улына биргән әмере, икәүһе – Кинйә Арыҫланов менән Бәхтиәр Ҡанҡаевтың бойороғо. Ә бер текст – Салауаттың 1774 йылдың 23 мартында сотник Илтембай Илембай улына биргән бойороғо – архив сығанаҡтарынан бығаса билдәле булған тексҡа һүҙмә-һүҙ тап килә. Ҡалғандары ла Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларының эҙмә-эҙлегенә ҡаршы килмәй; киреһенсә, уларҙы ҡеүәтләй һәм тулыландыра килә. Мәҫәлән, 1773 йылдың көҙөндә, Ырымбур яғынан ҡайтышлай, Салауат Юлаев атаһына ошондай юлдарҙы яҙа: «Иң олуғ булған батша хәҙрәтләре Петр Федорович вәкиле беҙләргә мөрәжәғәт итте. Мин бергә уҡыған шәректәшләр илә очрашып таныштым. Батша хәҙрәтләре ғәскәрне килтереп тулысынча тапшырған өсөн рәхмәтләр әйтте...» Бында һүҙ, әлбиттә, башҡорт ғәскәрҙәренең Ырымбур янында Пугачевҡа тәүге тапҡыр килеп ҡушылыуы тураһында бара. Юлай Аҙналинға 1774 йылдың яҙында Һатҡы заводы тирәһенән ебәрелгән тағы бер хаты Салауаттың шул дәүерҙәге ҡаты бәрелештәренең береһен күҙ алдына баҫтыра: «Бында дошман ғәскәре бик ныҡ ҡаршылыҡ илән торҙо. Күп юғалтыуға осраныҡ. Өч көн буйына ҡаршылыҡ булды. Завод бинасына индек. Хибестә булған халыҡлар азат ителде. Безләргә биш йөҙләп халыҡ илә Фролов командасы килде. Суғыш ҡоралы мында күп булды, безләргә ҡалды...» Ә түбәндәге юлдарҙы эсенә алған документ 1774 йылдың 1 июне менән билдәләнгән: «Батша ағзам хәзрәтләренең бойороғон үтәүдә Ҡыйғы юлы илән дошман ғәскәренә ҡаршы әмер ҡылам. Сотник Ҡадир Ғәбделкәрим уғлы, Илембай улына: бар булған суғышҡа яраҡлы халыҡны һәм атларны (йыйығыҙ), батшамыз хәҙрәтләре алдына өч мең ғәскәр әҙер булсын. Андағы залим алпауытлардан суғышҡа яраҡлы булғанын барын да инҡарсыз алырға...» Билдәле булыуынса, 2 июндә Салауат Ҡыйғы ауылы янында Пугачев менән осраша, уға 3000 һыбайлы алып килә. Документта ошо ғәскәр тураһында һүҙ барамы? Өс мең кеше Салауат әмере буйынса бер тәүлек эсендә йыйып өлгөрөлгәнме, әллә уларҙан алда тупланған һыбайлылар килтерелгәнме? Ентекләп өйрәнеүҙе һорап торған ҡыҙыҡлы юлдар. Әлеге документтарҙың һәр береһендә бар улар. Шуныһы ҡыҙыҡлы – халыҡ, «Салауаттыҡы» тип, шиғри текстарҙы ғына түгел, документаль яҙмаларҙы ла һаҡларға, алыҫ киләсәк быуындарға еткерергә ынтылған.
Һанай китһәң, үҙҙәрен Салауат исеменең йәшәүен хәстәрләүгә арнаған кешеләр (яҙыусыларҙы, ғалимдарҙы иҫәпкә алмай торайыҡ) беҙҙең дәүерҙә генә лә байтаҡ йыйыла. Ғафури районы Яҡтыгүл ауылынан Вәлиулла Ҡоломбәтов, Салауат районы Әлкә ауылынан Хәлил Ғәлимуллин, Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан Ҡаһарман Хәсәнов, Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Кинжәбай Ғилманов... Улар барыһы ла бер генә сығанаҡҡа – халыҡ хәтеренә, йәғни үҙҙәре кеүек үк ҙур йөрәкле, тынғыһыҙ тәбиғәтле кешеләрҙең мәғлүмәттәренә таянған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, XVIII–XIX быуаттарҙа йәшәгәндәренең исемдәре беҙгә билдәле түгел. Ә юғарыла телгә алынғандарының төрлө жанрҙағы материалдарын Салауат шәхесенә ҡағылышлы үҙенә бер үҙенсәлекле сығанаҡ тип ҡабул итергә мөмкин.
- Дело о произношении директора Твердышева крестьянином Федором Кривеньковым некоторых важных слов /Государственный архив Оренбургской области, ф. 3, оп. 1, ед. хр. 160.
- Иҙелбаев М. Х. Юлай улы Салауат: тарихи-документаль китап. – Өфө: Китап, 1994.
- Подтверждение в виде автобиографии научно-исследовательского института языка и литературы при СНК БАССР директору Хамматову Малоязского района пос. Кызырбак Султанова Гарифьяна /Архив УНЦ РАН, ф. 3, оп. 12, ед. хр. 64.