Аҡ сәскә. Иң файҙалы сифаттарының береһе – микробтарға ҡаршы тороуға булышлыҡ итә. Ангина, тамаҡ шешеү, ялҡынһыныу, елһенеү кеүек осраҡтарҙа аҡ сәскә төнәтмәһе менән тамаҡты сайҡатыу, елһенгән урынды эшкәртеү бермә-бер килешер. Шулай уҡ йөрәккә файҙалы, тромбтар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә.
Кейәү үләне. Киҙеү, ашҡаҙан ауыртыу, бөйөр сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, быуындар һыҙлауы кеүек осраҡтарҙа килешә. Көслө һейҙек ҡыуыу сифатына эйә.
Гөлйемеш. Иммунитетты нығыта, С, К витаминдарына, минералдарға бай. Гөлйемеш төнәтмәһен балаларға ла ҡурҡмайынса эсерергә мөмкин.
Клевер. Йүтәлдән ярҙам итә, ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән шифаһы тейә. Шәкәр диабеты осрағында сәй урынына эсергә тәҡдим ителә. Клевер шулай уҡ тынысландырыу, нервыларҙы нығытыу көсөнә эйә.
Бөтнөк. Тынысландыра, аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Нервылар ҡуҙғыуын, ауыртыуҙы баҫа, йоҡоно яҡшырта.
Еләк япрағы. Ҡанды таҙарта, тынысландыра, организмды нығыта. Киптергән саҡта ваҡ ҡына еләктәрен дә ҡушып ебәрһәгеҙ, ҡышҡыһын хуш еҫле еләкле сәйҙән кәйефегеҙ күтәрелер.
Меңъяпраҡ. Гастрит йонсотһа, бер сәй ҡалағы үләнде бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 5-10 минут төнәтеп, ярты стаканлап эсергә.
Бәпембә. Бауырҙы таҙарта, организмдан токсиндарҙы ҡыуа. Самаһын белеп, тамырын да, япрағын да ашарға ярай. Сәскәһенән хуш еҫле бал эшләйҙәр.
Йүкә сәскәһе. Ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра. Һалҡын тейгәндә ныҡ килешә. Әммә артыҡ мауығырға ярамай, йөрәккә көс төшөүе ихтимал.
Андыҙ. Тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
«Ғаилә календары» мәғлүмәттәре файҙаланылды.
«Башҡортостан» газетаһы сайтынан.