Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июль 2020, 12:40

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл (1880 - 1934)

Абдулғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 20 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған.

Буласаҡ халыҡ шағиры «Рәсулиә», «Мөхәмәҙиә» һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәләрендә белем ала. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияларында эшләй. Шиғырҙар, хикәйәләр, повестар һәм драмалар ижад итә. Хәҙер халыҡ шағирының исемен уның тыуған ере – Ғафури районы йөрөтә. Башҡорт дәүләт академия драма театрына уның исеме бирелгән, театр алдындағы майҙансыҡҡа әҙиптең һәйкәле ҡуйылған. Өфө урамдарының береһе лә шағирҙың исемен йөрөтә. 1948 йылдан Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы эшләй.
Мәктәп программаһына ингән шиғырҙарын иҫкә алайыҡ:
Үҙем һәм халҡым
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
Шул ваҡыт мин бик юғары
Ҡош кеүек, осһам әгәр,
Ә улар һаман шулай
Баҫҡан урынында торһалар?..
Мин ҡайҙа?
Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була,
Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була.
Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау, юҡ уларҙа эс сере,
Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.
Юҡ тәкәллеф, юҡ эрелек, ултырышаһың һин дә мин,
Юҡ күңел ҡырылыр тигән уй, ул йәһәттән мин имен.
Читайте нас: