Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2020, 17:00

Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ!

28 июль – Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнөБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән билдәләнгән был көн быйыл: «Киләсәккә – гепатитһыҙ» (#HepFreeFuture) тигән девиз менән үтә.

Бауыр – кеше организмының иң мөһим органдарының береһе. Ул үҙенә күрә һөҙгөс. Ҡан ағымына зарарлы матдәләр, токсиндар үтеп инмәүҙе тәьмин итә. Иң егәрле, шул уҡ ваҡытта иң «өндәшмәҫ», 500-ләп функция үтәгән ағза.
Гепатит бауыр елһенеүенә бәйле. Уның иң таралған төрҙәре – В һәм С. Шулай уҡ А, D, Е вируслылары ла бар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә 300 миллион кеше вируслы гепатит менән ауырый. Бер миллион ярым кеше был сирҙән, уға бәйле өҙлөгөүҙәрҙән вафат була.
Вируслы гепатитты йоҡтороуҙың сәбәптәре: бысраҡ ҡулдар, һыу, аҙыҡ-түлек. Ҡан аша ла эләгеүе бар: наркотиктар ҡулланғанда, стерилләнмәгән ҡоралдар менән татуировка, пирсинг яһатҡанда, маникюр, педикюр кеүек косметик процедуралар ваҡытында санитар нормалар боҙолһа.
«Түҙемлеге бөткәнгә тиклем бауыр «өндәшмәй», ҡан йылғаһынан зарарлы матдәләрҙе үҙенә алып, ташҡа әйләнә», – тигән Гиппократ. Шуға күрә бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ. Буҙа күберәк эсегеҙ, фастфуд менән мауыҡмағыҙ, туҡланыу рационын үҙгәртегеҙ.
Читайте нас: