Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Август 2020, 18:00

Ҡуштау: дөрөҫ мәғлүмәт ошонда!

Һуңғы көндәрҙә Ишембай районындағы Ҡуштауҙы эшкәртеүҙәре тураһында хәбәр ҡуйыра. Дөрөҫ хәбәрме, түгелме - нисек белергә? Шуны асыҡлау маҡсатында беҙ «Башҡортостан сода компанияһы»ның генераль директор урынбаҫары Рөстәм Басировҡа мөрәжәғәт иттек.

– Ҡуштауҙа нимә бара?
– Беҙ унда геологик эҙләнеү алып барабыҙ. Лицензия 2019 йылдың авгусында бирелгән. Беҙ Башҡортостандың Урман хужалығы менән урман биләмәһен үҙләштереү өсөн ҡуртым килешеүе төҙөргә, проектты раҫлатырға тейеш инек.
– Был хәл шау-шыу тыуҙырҙы. Уның сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?
– Әлбиттә, был реакция тыуҙырмай ҡалманы, шул иҫәптән урындағы халыҡта. Мин уларҙың борсолоуын аңлайым: тормошобоҙ насар яҡҡа үҙгәрмәҫме, тип хәүефләнәләр.
– Халыҡтың хәүефһеҙлеге тәьмин ителерме, Ҡуштау тирәһендәге ауылдарҙың экологик балансы боҙолмаҫмы?
– Геологик эҙләнеү эштәре халыҡтың йәшәү уңайлылығына бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Тирә-йүндә был хаҡта имеш-мимеш күбәйҙе. Уларҙы махсус таратыусылар ҙа бар. Беҙ уларҙы фашлап торабыҙ.
– Ҡуштауҙа шартлатыу эше алып барыласаҡмы, ул нисек булыр?
– Был этапта бер ниндәй шартлатыу булмай. Урмансыларҙың бурысы – урман декларацияһы нигеҙендә геологтар быраулау урынына үтә алһын өсөн юл һыҙаттары ҡырҡыу. Беҙ уны сентябрҙә тамамларға уйлайбыҙ.
– Ни өсөн Ҡуштау предприятие өсөн шулай мөһим?
– Был беҙҙең сеймал базаһы. Дәүләт беҙгә Ҡуштауҙы сеймал сифатында бирҙе. Бик күп варианттар ҡаралды. Был тиҫтәләрсә йылдар өсөн мәсьәлә. Властар менән бергә бер нисә урындан өлгөләр ҙә алдыҡ: Ғүмәр, Ҡаран һәм башҡа ятҡылыҡтар. Уларҙағы эзбиз техник үлсәмдәре һәм сит ҡушымталары буйынса яраҡһыҙ. Химия сәнәғәте өсөн таҙа эзбиз кәрәк. СССР Дәүләт планлаштырыу комитеты заманында был урынды юҡҡа ғына һайламаған: тимер юл, Ағиҙел йылғаһы һәм таҙа эзбизле дүрт шихан. Беҙ булған ресурстар менән эшләйәсәкбеҙ.
Фото: storage.bash.news.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
«Башҡортостан» газетаһы сайтынан
Читайте нас: